Ашығығыҙ!01.06.2018
“Йома эшләргә ярамай” тигән һүҙҙәрҙе дөрөҫ аңлау мөһим. Был көндә аҙан әйтелгәндә, бар мәшәҡәттәрҙе ҡалдырып, йәһәтләп иман йортона юлланырға кәрәк. “Намаҙ ваҡыты етһә – ғибәҙәт ҡылырға, яңылышҡанда – тәүбә итергә, шулай уҡ йәше еткәндәрҙе өйләндерергә ашығығыҙ”, – тигән пәйғәмбәребеҙ Мөхәммәт ғәләйһис-сәләм.
Мәсеткә тәүҙәрәк барып, алдараҡ сафта урын алып, хөтбә башланыуын көтөп ултырыу зарур. Кем йома иман йортона иртәрәк килә, шуға күберәк сауап яҙыла. Йәмәғәт намаҙына һуңлаған кеше бындай бәрәкәттән мәхрүм ҡала. Шуға ла мосолман был көндә эштәрен башҡа төрлө планлаштырырға бурыслы. Ниәтләгәнен кесаҙна тамамларға, йәки йәмәғәт намаҙынан һуңға, йә шәмбегә тиклем кисектереп торорға тейеш.
Ләкин “Йома шуны, тегене эшләһәң, гонаһ була” тигән һүҙ дөрөҫ түгел. Мосолман ир-егетенә йәмәғәт намаҙына бармау – гонаһ. Ҡатын-ҡыҙға иһә, мәғлүм ки, өйҙә уҡыу рөхсәт ителә.