Орлоғона күрә – уңышы01.06.2018
Халыҡ-ара балаларҙы яҡлау көнөнөң бурыс-маҡсаттары Ислам ҡануниәтенә тулыһынса тап килә. Динебеҙҙә йәш быуынды тәрбиәләүгә, хәстәрләүгә ҙур урын бирелгән.
Ҡөрьәнгә, пәйғәмбәребеҙ Мөхәммәт ғәләйһис-сәләмдең тормош өлгөһөнә ярашлы, мосолман ғаиләһендә балаларға, уларҙы төрлө яҡлап үҫтереүгә ҙур иғтибар бүленергә тейеш. Был йәһәттән төп бурыс атай кешегә йөкмәтелә. Исламда ата-әсәһенә, ҡатынына, балаларына ҡарата ихтирамлы, терәк-таяныс була белгән ғаилә башлығы өлгө итеп ҡуйыла.
Пәйғәмбәребеҙ Мөхәммәт ғәләйһис-сәләм – шундай сифаттары менән оло үрнәк. “Өйләнегеҙ, күп бала үҫтерегеҙ. Ҡиәмәт көнөндә өммәтемдең ҙурлығы менән ғорурланырмын”, – тигән ул бер хәҙисендә. Балалар менән һәр саҡ үҙе башлап иҫәнләшкән, хәл-әхүәлдәрен һорашҡан, уйнаған, шаярған. “Бәләкәстәргә бүләк бирегеҙ, – тип өйрәткән. – Тәрбиәгеҙ ҙә яҡшы булһын”.
Мөхәммәт ғәләйһис-сәләмгә бер ваҡыт яңы уңыштың тәүге емештәрен алып килгәндәр. Пәйғәмбәребеҙ: “Эй, Аллаһ! Илгә бәрәкәт бир, уңыштарыбыҙ мул булһын!” – тип теләп, емештең иң яҡшыһын эргәһендә торған сабыйға һонған. Йәнә бер миҫал. Мөхәммәт ғәләйһис-сәләмдең сәждәлә оҙаҡ тороуына аптыраған сәхәбәләр: “Эй, Аллаһ илсеһе! Намаҙҙы бөгөн оҙағыраҡ уҡының. Нимә булды?” – тип һораған. “Елкәмә ейәнем менеп ултырғайны, уның күңелен ҡырмайым тип, сәждәнән оҙаҡ торманым”, – тип яуап биргән ул.
Ошондай мәңгелек күркәм өлгөгә эйәреп, йәмғиәтебеҙҙә лә, ғаиләләрҙә лә йәш быуынды тәрбиәләүгә ҙур иғтибар бүленеүе мөһим. Әҙәм балаһы үҙ артынан яҡшы исем, үрнәк, лайыҡлы алмаш ҡалдырырға бурыслы. Ул-ҡыҙҙары йәшәйеш ҡанундарын, йолаларын, динен, телен, мәҙәниәтен һәм башҡа рухи ҡиммәттәрен дауам итерҙәй, һаҡларҙай түгел икән, бындай кешенең ғүмер һөрөүенән ни фәтүә? Балаларға дөрөҫ юл күрһәтмәгән йәмғиәттең дә тамыры ныҡлы түгел тигән һүҙ. Тәрбиәләп тормаһаң, баҫыу мул ашлыҡ менән һөйөндөрмәй, баҡса емешкә туйындырмай. Шуның шикелле, баланы тәрбиәләү, уны һаҡлау, яҡлау ҙур әһәмиәткә эйә. Йәш быуын һәр саҡ күҙ уңыбыҙҙа булырға тейеш. Уларһыҙ тормоштоң, эш-ғәмәлдәрҙең киләсәге юҡ.
Билдәле хикәйәттәрҙең береһен йәнә иҫкә төшөрәйек. Бик бай кеше улын үҙе менән илдәр буйлап сәйәхәткә алып сыҡҡан. Маҡсаты – малайға бәғзеләрҙең нисек йәшәгәнен күрһәтеү. Аҡсаһыҙлыҡтан интегеүҙең ни икәнен күрһен әле!
Улар бер аҙ ваҡытын ярлы ғаилә көн иткән ауыл йәйләүендә үткәргән. Ҡайтырға сыҡҡас, ир улының тәьҫораттары менән ҡыҙыҡһынған.
– Бик ныҡ оҡшаны, атай, – тигән малай.
– Ҡайһы бер кешеләрҙең ни тиклем ярлы икәненә төшөндөңмө?
– Эйе!
– Ниндәй айырмалыҡ күрҙең? – тип ныҡышҡан ир.
– Беҙҙең бер эт бар, ә йәйләүҙәгеләрҙеке – дүртәү, – тип сағыштырып һөйләй башлаған улы. – Беҙҙең бассейн баҡсаның яртыһын ғына биләй, ә уларҙың йылғаһының иге-сиге юҡ. Йортобоҙ алдына ҡуйылған бер нисә фонарь төнөн үҙебеҙҙең эргәне генә яҡтыртһа, ауылдағыларҙың баш осонда һанап бөткөһөҙ йондоҙ нур сәсә. Йәшәгән биләмәбеҙ тимер ҡапҡалар менән уратып алынған, ә уларҙа – күҙ күреме етмәҫ яландар, баҫыуҙар, урмандар. Беҙ аҙыҡты һатып алабыҙ, ауылдыҡылар иһә үҙҙәре үҫтерә...
Малай тын ҡалып уйланып торған да өҫтәп ҡуйған:
– Эйе, беҙ шул хәтлем ярлы шул, атай...
Ошо һәм башҡа аҡылды иҫтә тотоп, балаларыбыҙҙы күркәм өлгөлә, ысын матурлыҡты күрергә, һөнәргә, хеҙмәткә өйрәтеп, белемле, әҙәпле, иманлы итеп үҫтерергә насип булһын, иншаллаһ.