...Ҡулдарына шар һәм сәскә гөлләмәһе тотҡан, аҡ алъяпҡыстар кейгән ҡыҙҙарҙың һәм ҡупшы итеп кейенгән егеттәрҙең һуңғы ҡыңғырау тантаналары үтеп тә өлгөрмәне, улар өсөн үтә тулҡынландырғыс осор башланды. Берҙәм дәүләт имтихандары һәм улар өсөн дә, ата-әсәләре өсөн дә бик яуаплы бурыс – сығарылыш кисәләрен ойоштороу көтә. Хәйер, ун беренселәр хаҡында саҡ ҡына һуңғараҡ булыр һүҙем. Башта һүҙҙе мәктәпкәсә йәштәге учреждениеларҙан башлайыҡ.Танышымдың ҡыҙы быйыл балалар баҡсаһын тамамлап, беренсе класҡа уҡырға бара. Март айынан уларҙың сығарылыш кисәһе тип ҡаңғырыуын күрһәгеҙ?! Танышым кескәй улы менән декрет ялында, ире ҡаланың бер ойошмаһында эшләй, хеҙмәт хаҡы ҙур түгел. Йәшәгән фатирҙары ҡуртымға алынған, ҡала ситендә йорт төҙөй башлағандар. Бер һүҙ менән әйткәндә, һәр тин иҫәптә. Ә ҡыҙҙары өсөн кисәгә ете мең һумды сығарып һалырға кәрәк. Уныһы ла сығарылыш кисәһе өсөн генә, ә балаға тағы ла туй кәләшенекеләй күлдәк, һәр балаға бишәр шар, тәрбиәселәргә сәскә гөлләмәләре һатып алырға ҡушылған. Өҫтәүенә ата-әсәгә үҙҙәренә кейем алыу мәсьәләһен дә хәл итергә тура киләсәк. Ҡара иҫәп менән һанағанда, ғаилә бюджетынан кәм тигәндә 30 мең һумға яҡын аҡсаңды сығарып һалырға тура килә. Ошондай уҡ сара башланғыс класты тамамлаған уҡыусылар өсөн дә үткәрелә.
Әйҙәгеҙ, хәҙер сығарылыш класын тамамлаусыларҙың кисәһе хаҡында фекер алышайыҡ әле. Уны бит хәҙер хан туйынан кәм үткәрмәйҙәр. “Минең балам кемдән кәм?” тигән сәм менән һәр ата-әсә ойоштороусыларҙың әйткән һүҙен ҡеүәтләп, тәҡдим иткән сумманы йыя, аҙаҡ үҙе күпме аҡса сығарып һалыуына аптырап бер була. Төрлө мәктәп, һәр класс аҡсаны төрлөсә йыя, иң кәмендә 10 меңдән башланған һан 20-30 мең һумға тиклем барып етеүе ихтимал. Ҡаланыҡылар мотлаҡ кафе йә ресторанды ҡуртымға ала, өҫтәл һыйҙан һығылып торорға тейеш. Алып барыусыһын да табалар, уның янына мотлаҡ йырсыһы булһын тип тә тырышалар. Был суммаға бүләктәр, фотоға, видеоға төшөрөү ҙә инә.
Бер һүҙ менән әйткәндә, балаларҙы кәйеф-сафа ҡорорға өйрәтәбеҙ. Йәнә бер-береһенән уҙҙырып күлдәк, костюм алабыҙ. Ҡыҙлылар өсөн сығым бермә-бер арта: улар хәҙер прическа ғына эшләтмәй, керпеген, тырнағын да үҫтерә. Үҙе биҙәнмәй, визажист яллай. Ярай, хәллерәк ата-әсә бик бошонмайҙыр. Ә түбән эш хаҡы алғандар, “Минең балам башҡаларҙан кәмме ни?” тип, кредит бурысына бата. Аҙаҡ бер нисә сәғәтлек сара өсөн оҙайлы ваҡыт түләргә мәжбүр була. Нимә был? Баланы кәмһетмәй, уны иптәштәре алдында юғары ҡуйыумы, әллә заман сиреме?
Миҙалдың икенсе яғын да онотмайыҡ. Тап ошо сығарылыш кисәләренән һуң яңы ғына бөрөләнеп килгән яҙмыштарҙың селпәрәмә килеүен ишетеп, йыл һайын күптәр ант итә лә, яҙ еткәс, йәнә бәйҙән ысҡынған эт кеүек байрам көҫәргә тотона. Ата-әсәләренән йәшеренеп, шарап, араҡы тәмләп, үлән тартып, иләҫләнеп, әле үк үҙҙәрен ҙур итеп тойған ҡайһы бер үҫмерҙәр ни ҡыланыуын да белмәй, ғүмерлек төҙәтә алмаҫлыҡ яңылышлыҡҡа бара. Шулай уҡ балаларының күңелен асҡас, күп ата-әсә ғаиләлә табын ҡороп, эскелек менән булыша, ҡыҙ һәм улдарының өлгөргәнлек танытмаһы алыуын “йыуа”.
Ә бит Рәсәйҙә был тәңгәлдә бик матур күренештәр ҙә бар. Ниңә беҙгә шулар өлгөһөнә эйәрмәҫкә, бигерәк тә быйыл – Ғаилә йылында матур башланғысты дауам итмәҫкә? Сығарылыш класс уҡыусылары, тантананан баш тартып, футболка, джинсыларҙа ғына ябай байрам үткәреп, хәйриә аҡсаһы йыйған. Бына был инде икенсе төрлө фекерләү, сығарылыш кисәләренә заманса ҡараш. Дөрөҫ, бындай осраҡтар бик аҙ, әммә улар бар. Беҙ һаман балаларыбыҙҙы алтын-ебәккә төрөп, ҡиммәткә ҡуртымға алынған лимузиндарға ултыртып, оло юлға оҙатабыҙ. Һуңынан ҡайҙа, нимәне дөрөҫ эшләмәнек икән тип баш ватабыҙ. “Баламды кешенән кәм-хур итмәнем, уҡыттым, белем бирҙем”, тип уйлайбыҙ, ҡайҙа яңылышҡаныбыҙҙы күрмәйбеҙ. Ә инде һәр мәктәпкә, класс етәксеһенә, уҡытыусыларына ниндәй бүләк биреүҙәре – икенсе мәсьәлә...