Мәкәш ауылында Бөйөк Ватан һуғышы осоронда яу яландарында ятып ҡалған һәм Бөйөк Еңеүҙе илебеҙгә, тыуған еребеҙгә алып ҡайтҡан яугирҙәр иҫтәлегенә арналған мемориаль комплекс асылды.
Тантанала Дәүләкән район хакимиәте башлығы урынбаҫары Зиннур Ғайсин, район хәрби комиссариаты вәкиле Мәхмүт Хәйретдинов, район ветерандар советы рәйесе Рифҡәт Усманов, яҡташ шағирә, журналист Лариса Абдуллина, үҙидара вәкилдәре, ауыл халҡы һәм ҡунаҡтар ҡатнашты. Сараны урындағы хакимиәт башлығы Миҙхәт Ғөбәйҙулла улы Маликов асты. Мемориалға сәскә, венок һалынды. Еңеү залпы яңғыраны. Артабан байрам ауыл мәҙәниәт йортонда дауам итте.
“Үлемһеҙ полк” акцияһын да ауылдаштар дәррәү күтәреп алды. Атай-олатайҙары портреттарын тотоп, мәктәп уҡыусылары, уҡытыусылар, урындағы халыҡ ауыл урамдарынан үтте. Байрам тантанаһында сығыш яһаусылар Бөйөк Еңеүҙең әһәмиәтен юғары билдәләне. Миҙхәт Маликов ауылдаштарын, ҡунаҡтарҙы байрам менән ҡотлап, ошо төҙөлөштә ҡатнашҡан һәр кемгә рәхмәт белдерҙе, сәләмәтлек, балалар-ейәндәр бәхет һөйөү бәхете, тыныс тормош теләне.
Район вәкиле Зиннур Ғайсин үҙ сығышында, был мемориаль комплекс – урындағы башланғыстарҙы яҡлау программаһы нигеҙендә башҡарылған республика кимәлендәге берҙән-бер күренеш, тип билдәләне. Проект республика, район тарафынан да күтәреп алынды. Урындағы халыҡтан ғына 153 мең һумдан ашыу аҡса йыйылды. Бағыусылар һәм яҡташтар ярҙамы ла ҙур булды. Мемориал юл сатында урынлашҡан, әллә ҡайҙан балҡып, ауылды йәмләп ултыра, тине З. Ғайсин һәм, оло байрам менән ҡотлап, аяҙ күк йөҙө, тыныс тормош теләне.
Район ветерандар советы рәйесе Р. Усманов урындағы халыҡтың әүҙемлеген, берҙәмлеген баһаланы, патриотик тәрбиәнең юғары кимәлдә булыуы, ветерандарға хөрмәт артыуы, ауыл биләмәһе хакимиәтенең был юҫыҡта әүҙем эш алып барыуы тураһында һөйләне.
Афған һуғышы ветераны Олег Хәмиҙуллин үҙ сығышында сараның мәртәбәһен билдәләп үтте. Ауылдаштарына мемориал төҙөүгә ҙур өлөш индергәндәре өсөн оло рәхмәт белдерҙе, тыныс тормош, бәхетле киләсәк теләне.
Урындағы ветерандар советы рәйесе К.Хәмиҙуллина Мәкәш ауылы халҡының элек-электән тәртипле, әҙәпле, берҙәм булыуын билдәләне. Ауыл кешеләренең бер ата-бабанан таралыуын, бер ғаилә икәнлеген әйтте.
Оҙаҡ йылдар ауыл хакимиәтендә эшләп, йәмәғәт эштәрендә әүҙем ҡатнашыусы Г. Саматова ауылдың Бөйөк Ватан һуғышы осорондағы тарихы менән таныштырҙы. Фронтҡа киткән 200-ҙән ашыу яугирҙең 100-ҙән ашыуы ғына тыуған яҡтарына әйләнеп ҡайтҡан. Ауыл биләмәһендә патриотик тәрбиә юғары кимәлдә, урындағы хакимиәт, мәктәп, мәҙәниәт усаҡтары бергә, берҙәм эшләй.
Г. Саматова ирҙәрен һуғышҡа оҙатып, ғүмер буйы уларҙы көтөп, мәңгелеккә күскән ағинәй иҫтәлегенә, байрамда ҡатнашҡан халыҡҡа бүләк итеп, Әнғәм Атнабаевтың “Йәшлек менән осрашыу” поэмаһынан өҙөк уҡыны.
Һәр сығыш, ҡотлау йыр-бейеү менән оҙатыла барҙы. Мәкәш ауылынан Рауил Кәбиров һуғышта ҡатнашҡан Ғабдрафиҡ, Ғабдрахман, Ғабдрәхим Кәбировтарҙың яҙмышы менән таныштырҙы. Урындағы музейға “Үлемһеҙ полк” өсөн эшләнгән атаһы һәм бабаларының портреттарын тапшырҙы. Эҙәрмәндәрҙең һуғыш яланында хәбәрһеҙ юғалған Ғабдрафиҡ бабаһының (атаһының бер туған ағаһы) ҡәберен табыуы тураһында тулҡынланып һөйләне.
Мәкәш ауылы ҡыҙы, журналист, шағирә Лариса Абдуллина Бөйөк Еңеү көнөнөң иң мөһим, яҡты, матур байрам икәнен билдәләне, илгә, киләсәккә именлек теләне. Тантанаға ул ике олатаһы Ҡотләхмәт Самат улы Саматов менән Малик Рәхим улы Ситдиҡовтың портреттарын алып килгән. Уларҙы тотоп яҡташыбыҙ “Үлемһеҙ полк” колоннаһында ла үтте. Фотоһүрәттәрен урындағы музейға тапшырып, ул Малик олатаһының Башҡорт кавалерия дивизияһында һуғышыуы, тыуған яҡҡа ҡаты яраланып ҡайтыуы, Ҡотләхмәт олатаһының йәйәүле ғәскәр составында булыуы, шулай уҡ ҡаты яраланып, аҙаҡ хәрби госпиталдә дауаланыуы тураһында һөйләне. Яҡташтарына бүләк итеп үҙе яҙған шиғырын уҡыны.
Уҡыусыларҙың сығышы ла йылы ҡабул ителде. Мемориал янында алмашынып торған почет ҡарауылы тантананың бәҫен арттырҙы, тулҡынландырҙы. Йәш кенә балаларҙың үҙҙәрен хәрбиҙәрсә тотоп, төҙ атлап постҡа баҫыуҙары ғорурлыҡ хисе уятты.
Бер кем дә, бер нәмә лә онотолмаған тигән уй-хис ташламаны байрамға йыйылған халыҡты. Ауылыбыҙға йәм биреп ултырған был мемориал иҫкәртеү ҙә, тыныслыҡ билдәһе лә, Еңеү килтергән яҡташтарыбыҙға дан хәтере лә, патриотик тәрбиә символы ла булып быуындан быуынға күсер. Донъялар ғына тыныс торһон.
Дәүләкән районы,
Мәкәш ауылы.