Үҙ өйөңдә йәшәү һөйөнөс30.05.2018
Үҙ өйөңдә йәшәү һөйөнөс“Ауыл биләмәләренең тотороҡло үҫеше” маҡсатлы федераль программаһына ярашлы, Учалыла 16 торлаҡ сертификаты тапшырылды. Йорт һалыу өсөн тәғәйенләнгән социаль түләүҙәр ауыл ерендә йәшәгән һәм эшләгән йәш ғаиләләргә, белгестәргә бирелә. Илдәге демографик хәл торошон иҫәпкә алғанда, уға тәү сиратта күп бала тәрбиәләүселәр хоҡуҡлы. Бөгөн дә, ғаилә ағзалары иҫәбенә ҡарап, аҡсалата ярҙам күләме 750 меңдән алып бер миллион ярымға тиклем тәшкил итте.


2014 йылдан ғәмәлгә ингән федераль программа ярҙамында төбәктә 58 ғаилә ауыл ерендә йорт һалып ингән. Программа шарттарына ярашлы, сығымдың бер өлөшөн урындағы бюджет күтәрә.
— Ҡала-район предприятие­лары­ның тотороҡло эшмәкәрлеге беҙгә программаны тормошҡа ашырыу өсөн урындағы бюджеттан аҡса бүлергә мөмкинлек бирә. Артабан да яҡташ­тарыбыҙҙың торлаҡ мәсьәләһен хәл итеү буйынса маҡсатлы эш дауам итәсәк. Белемегеҙ, хеҙмәтегеҙ, тырыш­лы­ғығыҙ менән ауылдың иҡтисадын, тормош кимәлен күтәреүгә ҙур өлөш индерәһегеҙ. Бөгөн тапшырыласаҡ социаль түләүҙәр хыялдарығыҙҙы тормошҡа ашырырға ярҙам итһен. Барығыҙҙы ла был шатлыҡлы ваҡиға менән ҡотлайым, — тип телмәр тотто район хакимиәте башлығы Фәрит Дәүләтгәрәев.
Рәсүл ауылында йәшәгән Ғәлиевтәр дүрт бала үҫтерә. Гөлсинә Рәйес ҡыҙы “Зауралье Агро” предприятиеһында бухгалтер булып хеҙмәт итә, ә Динар Рифҡәт улы быраулаусы булып эшләй. Быға тиклем ғаилә иҫке генә йорт һатып алып, шунда йәшәй. Шатлыҡтары йөҙҙәренә сыҡҡан Ғәлиевтәрҙең. Шулай булмай ни, әлеге сертификат уларға күптән борсоған торлаҡ проблемаһын хәл итергә ярҙам итәсәк. Әйткәндәй, йорт өсөн буралары әҙер, хәҙер уны күтәреп, төҙөп бөтөү бер ни тормаясаҡ.
— Иптәшем менән бер ауылданбыҙ. Ҡалаға күсеү мөмкинлеге булһа ла, тыуған төйәгебеҙҙе ташлап китеү уйыбыҙға ла инеп сыҡманы. Саф һауа, тыныс мөхит, күркәм тәбиғәтте нисек ҡаланың шау-шыуына алмаш­тыра­һың? Балалар ҙа эшкә өйрәнеп, сынығып үҫә. Ауыл ерендә тырыш­тарға етеш йәшәү өсөн бөтә шарттар ҙа бар. Өҫтәүенә бындай ярҙам күрһәт­һәләр, бигерәк тә яҡшы. Хөкүмә­тебеҙгә, район хакимиәтенә күп балалы ғаиләләрҙе даими хәстәр­ләгәндәре өсөн ҙур рәхмәт, — ти Гөлсинә Ғәлиева.
Ураҙ ауылынан Ғәйфуллиндар дәүләт ярҙамын дүрт йыл көткән. Өсөнсө балаларының тыуыуы сиратты тиҙләтә.
— Шатлығыбыҙ сикһеҙ, йорт төҙөп сығырға күптән уйлай инек, ер майҙаны ла һатып алдыҡ. Был ярҙам хыялыбыҙҙы тормошҡа ашырасаҡ, — ти лицейҙың сит телдәр уҡытыусыһы Илнур Ринат улы.
Юлиә менән Линар Зекерйәновтар өйләнешкәс Себерҙә лә, күрше Силәбе өлкәһендә лә йәшәп ала.
— Тыуған ер үҙенә тарта. Ҡайтҡас, программа тураһында ишетеп, си­ратҡа торҙоҡ. Быға тиклем “Байрам­ғол” агрофирмаһы ҡарамағындағы фатирҙа йәшәнек. Был ярҙам башла­ған төҙөлөштө тамамларға этәргес буласаҡ, — ти ике бала үҫтергән йәштәр.
Был көндө Мәүлит Сафин да түҙемһеҙлек менән көтөп ала. Яҙмыш ҡушыуы буйынса уға “Маяҡ” производство берекмәһендә радиация фажиғәһен кисерергә тура килә. Учалыға күсеп килгәс, оҙаҡ йылдар ҡатынының ата-әсәһе менән бер ҡыйыҡ аҫтында йәшәйҙәр. “Радиация арҡаһында зыян күреүселәрҙе торлаҡ менән тәьмин итеү” программаһына ярашлы бүленгән аҡсаға Сафиндар, ниһайәт, торлаҡ проблемаһын хәл итәсәк.
Бөгөн “Ауыл биләмәләренең тото­роҡло үҫеше” федераль программаһы нигеҙендә көнкүреш шарттарын яҡшыртыу маҡсатында район буйынса йөҙгә яҡын ғаилә сиратта тора.
Уларҙың да хыялы, һис шикһеҙ, тормошҡа ашыр тип ышанғы килә, сөнки үҙ йорттары булған ғаиләләр генә үҙҙәрен ысын мәғәнәһендә бәхетле итеп тоя.

Учалы районы.


Вернуться назад