14 йәшлек Ҡадирҙың кәүҙә ауырлығы бер центнер тирәһе тартыуын төрлөсә баһаланылар. Берәүҙәр малайҙы ялҡаулыҡта ғәйепләне, имеш, иртән торғас, карауатын да йыйыштырмай, ашаған һауыт-һабаны ла йыумай, ҡыҫҡаһы, өйҙә арҡыры ятҡанды буй һалмағас, шундай хәлдә ҡалған. Сәс үрә торорлоҡ, ғәзизе өсөн барыһын да әсә кеше үҙе эшләй икән. Икенселәр сәбәпте бүтән тарафтан эҙләргә тырышты: үҙе туйһа ла, күҙе туймай тигәндәй, тамағына хужа була белмәй. Әлбиттә, һимереүҙең йөҙҙәрсә сәбәбе бар. Саманан тыш ҡалынайыу, әҙ хәрәкәтләнеү тураһында ишеткән-күргәндәрҙе баштан үткәргәндә, ҡыҙыҡлы тойолған бер күренеш күңелгә инеп ояланы.
Йәйрәп ятҡан илебеҙҙә уңайлыҡтар төрлөсә булған ауылдар ҡалған әле. Шуларҙың береһендә һыуҙы шишмәнән көйәнтә менән ташып эсәләр, ҡаҙан аҫып аш ҡайнаталар, ҡолас ташлап бесән сабалар. Ҡыҫҡаһы, цивилизация емешенән һаман да ауыҙ итмәгәндәр. Уның ҡарауы, эҫе мунсанан тура мәкегә сумһалар ҙа, хатта сөскөрмәйҙәр ҙә, түшәктә оҙаҡ итеп ауырып ятыу тураһында һүҙ ҙә юҡ. Сатлама һыуыҡта кәзәкейҙә утын әҙерләү, бер нисә тәүлеккә һунарға сығыу – ғәҙәти күренеш. Һыбай сабыуҙа уларға етеүсе юҡтыр.
Дөйөмләштереп әйткәндә, бәләкәйҙән сынығып үҫкәндәр, өҫтәүенә “хәрәкәттә – бәрәкәт” тигән әйтемде көндәлек тормошта әүҙем ҡулланалар.
Хәрәкәт тигәндән, хәҙер кабинеттан сыҡмайынса, тимәк, бер аҙым атламайынса ла күп нәмәне башҡарырға мөмкин. Мәҫәлән, автомобилде робот төҙөүенә ғәжәпләнәһе түгел инде, уны биләүҙәге сабый ғына белмәйҙер. Кем әйтмешләй, йорттарҙы улар ҡалҡыта башлаһа ла аптырамаҫһың! Хатта ки шуға барып еттек, бөгөн дивандан тормайынса ғына телевизор ҡарап, сәй ҡайнатып, тәҙрәләрҙе асып, электр утын йәки газды тоҡандырып рәхәт сигәбеҙ. Ашты мультиварка бешерә, керҙе автомат йыуа, киптерә һәм үтекләй. Шылтырағанда элекке шикелле мөйөшкә беркетелгән телефонға йүгерергә кәрәкмәй, кеҫә телефоны һәр ваҡыт үҙең менән. Теләйһең икән, салҡан йәки ҡырын ятып һөйләш. Автомобилгә ишек төбөнән ултырып китеп, кәрәкле урында төшөп ҡалабыҙ, унан инде лифт, эскалатор үҙе алып менә.
Элек машина килеп туҡтағас, ҡапҡа йәки гараж ишегенең үҙенән-үҙе асылыуын күҙ алдына килтереү мөмкин түгел ине. Ғөмүмән, һис кенә лә артыҡ көс түгергә кәрәкмәй, шулай бит. Уның ҡарауы, хәрәкәт бөтә йән эйәһенә лә һулаған һауалай кәрәк, тигән фекерҙе яҡлай ғалимдар. Иҫкә төштө, Шәрифйән бабай мәрхүм булғас, донъя йөгөн тартҡан айғыры һарайҙа ике ай буйы бикле торҙо. Ташып ашатты, алдынан һыу өҙмәне улдары. Яңы хужа табылды, аҙаҡтан ул үлгән ат өсөн быларҙан аҡса таптырып маташты хатта. Имеш, ауырыу малды алдап һатҡандар. Ни өсөн йән биргәнме? Атҡа иркенлек кәрәк икән, ул туҡтауһыҙ сабып йөрөргә тейеш, тип аңлатты ветврач.
Асылда көндәлек тормош өсөн төрлө ҡулайламалар, техника уйлап табыу кешене ялҡаулыҡҡа, эшһеҙлеккә этәрә. Ә тәбиғәт әҙәм балаһын ни өсөн яралтҡан һуң? Әгәр ҙә бүтән тереклек ише туҡтауһыҙ хәрәкәттә булһын (ризыҡ артынан йүгерһен, мөйөш әтмәләһен һәм башҡа эштәрҙе башҡарһын), тиһәгеҙ, дөрөҫ яуап бирҙегеҙ. Егәрле булһын тип яралтҡан. Һүҙ ҙә юҡ, прогресс барырға тейеш, унһыҙ йәшәүҙең мәғәнәһе юғаласаҡ. Баш менән эшләү заманы, йомробаштар дәүере етте, был һүҙҙәр менән дә килешмәү мөмкин түгел.
Ыҙа сикмәй генә ғүмер итеү өсөн уңайлы шарттар тыуҙырыу тәү ҡарашҡа маҡтауға лайыҡ. Уйлап ҡараһаң, тәүтормош ҡоролошонан алып көнитмеште еңеләйтеү өсөн көрәшкән бит ата-бабаларыбыҙ. Йәшәү мәғәнәһе асылда көрәштә икәненә шикләнеүселәр һирәктер. Шулай булмаһа, Ер йөҙөндә тереклек юҡҡа сығыр ине. Ә беҙ нимә күрәбеҙ? Бар кешелек ҡайһы бер мәшәҡәтен хәл итеүҙе тулыһынса техникаға ауҙарған түгелме? Йәшәүҙән рәхәтлек кенә эҙләүҙең аҙағы насар тамамланмаҫмы?
“Цивилизация емеше” тигән татлы алманан ауыҙ итеү насар түгел дә. Ысынлап та, ҡыл да ҡыбырҙатмай, бер ниндәй ҙә хәстәрлек күрмәй, үҙең генә рәхәтлектә йәшәүҙән дә туйҙыралыр. Йәшәү мәғәнәһен юғалтыу кешенең үҙен дә ныҡ ҡына үҙгәртә. Күңел бушлығын тулыландырыу уйы менән янғандар башҡалар ҡыланмағанды ҡыланғыһы, кеше тел шартлатырлыҡ эш ҡылғыһы килә башлай. Әлбиттә, уйланырға урын бар. Беҙҙең яҡтарҙа “ҡыштырҙап йөрөү” тигән һүҙбәйләнеш киң таралған. Бөгөн әҙәм балаһы әҙ хәрәкәт итмәйме? Әлбиттә, кәм тигәндә ҡыштырҙап йөрөмәүҙең нимәгә килтеререн һәр кем үҙенсә фаразлай...