Иғтибар: талпан!29.05.2018
Бынан утыҙ-ҡырҡ йыл элек берәү ҙә “талпан ҡаҙалды” тип зарланып йөрөмәй торғайны. Хайуандарға, эйе, йәбешә торғайны. Ә хәҙер…
Яланда, ағас араһында, бейек үлән баштарында тулы был бөжәк. Шуның өсөн дә балыҡсыларға кейемен һәр саҡ ҡарап торорға кәңәш итәбеҙ. Балаларҙы әлегә үҙегеҙ менән алып йөрөмәүегеҙ хәйерле. Энцефалитлы талпандар күпме кешене зәғиф ҡалдыра!
Химик һиптергестәрҙе әҙләп ҡулланырға мөмкин. Ҡаҙалған талпанды тура түгел, ә бер яҡҡа бора биреберәк тартып алырға кәрәк. Уны быяла һауытҡа һалып, мотлаҡ лабораторияға алып барығыҙ.


Вернуться назад