Горизонталь буйынса: 1. Фотоны ҡара. 6. Ҡармаҡта торған ҡыҙыл ем. 7. Пессимистың берәй нәмәгә булған шикле ҡарашы. 10. Антонио Страдивариҙың уҡытыусыһы. 11. Йотҡо йәки ерә нимә ул? 14. Ментол составындағы хуш еҫле үлән. 16. Күсмә милекте һалған өсөн ваҡытлыса аҡса биреп торған кредит ойошмаһы. 17. Тарих өсөн яуап биргән муза. 18. Бишбармаҡтың икенсе атамаһы. 20. Был кеҫәрткенең өсөнсө күҙе бар. 22. Башҡалар иҫәбенә йәшәргә яратҡан әрәмтамаҡ. 24. Конверт тышындағы алты һандан торған код. 27. Индеецтарҙың һуғыш балтаһы. 30. Ҡатын-ҡыҙ, урағыт. 31. Мурманск гербындағы балыҡ. 33. Исламдың төп терәктәренең береһе. 34. Диван эргәһендәге яҡтыртҡыс лампа. 35. Тау киртләсе, һикәлтәһе. 36. Тәңкәһен таҙартыуы еңелдән булмаған йыртҡыс балыҡ. 37. Вагон соланы.
Вертикаль буйынса: 1. Һул иңбаштан уң ҡултыҡ аҫтына төшөрөп түшкә ҡыялатып кейә торған тәңкә, мәрйен баҫылған ҡатын-ҡыҙ кейеме. 2. Алабуғаға “исем биргән” йорт малы. 3. Күкһәүел нимә ул? 4. Йөн иләү “уҡлауы”. 5. Алһыу төҫө менән айырылып торған тропик ҡош. 8. Һепертке өсөн үҫкән “тары”. 9. Ике күҙе лә бер яҡта урынлашҡан диңгеҙ балығы. 12. Оҙон киң ҡанатлы, киң ҡойроҡло, ҡара көрән төҫлө йыртҡыс ҡош. 13. Һыуға сумыр өсөн ярға ҡуйылған таҡта. 15. Һалдат итегенең материалы. 19. Рәсәйҙең “ут күршеһе”. 21. Монетаның алғы яғы. 23. Балыҡтың аталыҡ һөтө. 24. Көндөң балыҡсы яратҡан мәле. 25. Скульптор Вера Мухина был популяр быяла һауытты эшләүгә булышлыҡ иткән. 26. Ҡарт, йонсоу ат. 28. Һауа һулаған аквариум балығы. 29. Индеецтарҙың популяр һунар итеү ағыуы. 32. Һыу буйында үҫкән “тубырсыҡлы” япраҡлы ағас. 34. Хәҙерге йәштәрҙең тән тиреһенә төшөрөлгән һүрәт.
Яуаптар: Горизонталь буйынса: 1. Дәүләтбәков. 6. Селәүсен. 7. Скепсис. 10. Амати. 11. Ҡармаҡ. 14. Бөтнөк. 16. Ломбард. 17. Клио. 18. Ҡуллама. 20. Игуана. 22. Паразит. 24. Индекс. 27. Томагавк. 30. Ниса. 31. Треска. 33. Ураҙа. 34. Торшер. 35. Терраса. 36. Алабуға. 37. Тамбур.
Вертикаль буйынса: 1. Дәүәт. 2. Үгеҙ. 3. Әрем. 4. Орсоҡ. 5. Фламинго. 8. Сорго. 9. Камбала. 12. Төйлөгән. 13. Трамплин. 15. Кирза. 19. Украина. 21. Аверс. 23. Аҡсуға. 24. Иртә. 25. Стакан. 26. Алаша. 28. Гурами. 29. Кураре. 32. Ерек. 34. Тату.