Йылмайып-көлөп кенә03.12.2011
— Тыуған илегеҙҙе яратаһығыҙмы?
— Әлбиттә.
— Уның өсөн ғүмерегеҙҙе бирергә әҙерһегеҙме?
— Ул саҡта уны кем яратыр һуң?

* * *

Кардиолог бүлмәһендә һөйләшеү:
— Сидоров, көнөнә күпме һыра эсәһегеҙ?
— Дүрт шешә.
— Нисек дүрт? Мин бит һеҙгә икене генә рөхсәт иттем.
— Ә икәүһен терапевт рөхсәт иткәйне.

* * *

Уҡытыусынан һорайҙар:
— Үҙ эшегеҙҙе яратыуығыҙҙы дәлилләүсе өс сәбәпте әйтегеҙ.
— Июнь, июль, август.

* * *

Хәрби ашханала:
— Кем дежурҙа?
— Мин, иптәш полковник.
— Ниңә ашҡа лавр япрағы һалмайһығыҙ?
— Ашамайҙар, иптәш полковник.

* * *

Бер төркөм ир-ат сәләмәтлек хаҡында һүҙ ҡуйырта.
— Мин бер көн дә ауырығаным булманы, сөнки ябай, бер төрлө тормош алып барҙым, — тип үҙ фекере менән уртаҡлаша икән береһе.
— 20 йәштән 40-ҡа тиклем сәғәт 9-ҙа ятып 6-ла торҙом. Сәғәт 8-ҙән 5-кә тиклем эшләнем, төшкө аш ашаным, шәптән булмаған ризыҡ менән туҡландым, бер сәғәт спорт менән шөғөлләндем.
— Ғәфү ит, — тип һүҙен бүлдерә икән икенсе берәү. — Нимә өсөн былай оҙаҡ ултырып сыҡтың һуң?

* * *

— Ваня, ярты литрҙан һуң һин эшләй алаһыңмы?
— Эйе.
— Ә бер литрҙан һуң?
— Әлбиттә.
— Ике литрҙан һуң нисек?
— Эшләй алмайым, ә етәкселек итергә булдырам.

* * *

— Алло, һаумыһығыҙ! Һеҙгә балалар баҡсаһынан шылтыраталар. Сиратығыҙ етте.
— Рәхмәт, улыбыҙҙы кисә генә хеҙмәткә алдылар.


Вернуться назад