Ю.Д. Теплов хаҡында махсус биттең үткән һанында һөйләгәйнек инде. Уның һәүәҫкәр балыҡсыларға тәғәйенләнгән календарынан өҙөктәр килтергәйнек. Ошо эште дауам итәйек.Май
Был ай – балыҡ тотоу өсөн иң уңайлы мәл. Көндәр байтаҡ оҙоная, йылға-күлдәрҙә һыу йылына башлай. Ыуылдырыҡ сәсеү башлана, был эште тамамлағандары тамаҡ туйҙырыу менән мәшғүл. Балыҡ тотоу өсөн селәүсен дә, бойҙай ҙа яҡшы. Иң күп эләккәне – сабаҡ, ҡорман, күстерә. Эре балыҡ тотам тиһәң, яҡтырмаҫ элек үк яр буйында булырға кәрәк. Көн ҡояшлы түгел икән, тағы ла яҡшыраҡ. Ажауҙы селәүгә, ҡарышлауыҡҡа тоторға мөмкин.
Гөлйемеш сәскә атҡас, бар балыҡтар ихлас ҡаба башлай. Бигерәк тә табан күпләп эләгә. Алабуға – селәүгә, һаҙан ғаиләһенә ҡарағандар майлы туҡмасҡа, макаронға, һоло ярмаһына ҡаба. Хуш еҫ өҫтәү өсөн әнис майын ҡулланырға кәңәш ителә.
Тағы ла бер бөжәк – май ҡуңыҙы ҡарышлауығы. Улар янған тиреҫ аҫтында күпләп осрай. Ажау, опто, йәйен был ҡарышлауыҡты ныҡ ярата. Уны ҡармаҡҡа баш яғынан эләктерергә кәрәк. Май ҡуңыҙын һауытта тотоу, эремсек биреү һәйбәт.
Июнь
Иң оҙон көндәр башлана. Һыу таҙа, һәм был балыҡсынан айырыуса һаҡ булыу, оҫталыҡ талап итә. Эҫе көндәрҙә балыҡ әҙерәк ҡаба башлай, төндәрен иһә улар аҙыҡ эҙләүгә әүәҫләнә.
Туйһа, ялҡауға һабышалар, күп осраҡта һыуҙа ятҡан ағас ышығына йыйылалар. Төнгөлөккә емләп, ҡармағыңды алыҫҡа ташлап ҡуйһаң, уңыш йылмаймай ҡалмаҫ. Икенсе яҡтан, ағас мамығы балыҡҡа зыян ғына, файҙаһы юҡ: йән эйәһе ауырыуға һабыша, ашҡаҙан-эсәге үҙ функцияларын үтәй алмай башлай.
Алда әйтелгәнсә, төш мәлендә балыҡ әҙерәк сиртә, шуға табыш эҙләп иртәле-кисле йөрөү хәйерлерәк. Томра эҫелә бер ни ҙә тота алмаҫһығыҙ. Йәшенле ямғыр мәлендә иһә йыртҡыс балыҡтар шәп ҡаба. Ағарсаҡты күберәк һыуҙың ағын ерендә тоторға мөмкин. Ҡауырһынлы ҡармаҡҡа эләккән балыҡ ысҡына һалып бармай.
Июль
Иң эҫе айҙа һыу ятҡылыҡтарында һиллек урынлаша. Балыҡсылар табыш юллап иртәле-кисле генә йөрөй башлай. Әммә карп менән һаҙанға “һунар” итеү өсөн ҡулай осор. Ышыҡ урындарҙа, йылға “ҡолаҡтары”нда йәм-йәшел булып ылымыҡ үҫә башлай. Тап уға өҫтөнлөк биргән аҡ тәңкәле балыҡтар сит емгә иғтибар ҙа итмәй.
Июль – йылтырма менән тотоусыларҙың түҙемһеҙләнеп көтөп алған айы. Айырыуса ҡылыс балыҡ ихлас ҡаба. Сөгәләр күберәк һыуҙың ағын урынында эләгә (әйткәндәй, быйылдан уны тотоу бөтөнләй тыйылды). Ҡара балыҡ томбойоҡло ерҙәргә йыйылыусан.
Июлдә бәрәмәт менән тотоусылар күбәйә. Эре балыҡ ҡаптырам тиһәң, бер ярҙан икенсеһенә капрон еп һуҙаһың да, уға емләнгән бер нисә ҡармаҡ эләһең. Сирткәндәре беленмәһә, кәмәлә йәки һыуҙы кисеп барып ҡарарға мөмкин.
Был осорҙа ағарсаҡ, алабуға, ажау яҡшы эләгә. Көҙгә тиклем йылтырмаға суртан, һыла, алабуға, йәйен тоторға мөмкин.