Щербаковтарҙан кәңәштәр29.05.2018
Бер туған Владимир менән Дмитрий Щербаковтарҙың кәңәштәрен биреүҙе дауам итәбеҙ.

* Һауа торошо барлыҡ һыу ятҡылыҡтарына тәьҫир итә. Мәҫәлән, иртән төньяҡтан ел иҫә икән, төштән һуңға балыҡ бөтөнләй эләкмәйәсәк.
* Ел көнсығыштан көнбайышҡа иҫкән ваҡытта ла табыш ҡапмай.
* Шул уҡ ваҡытта, киреһенсә, ел көнбайыштан иҫкән мәлдә балыҡ яҡшы эләгә.
* Йәшенле ямғыр килерен улар алдан һиҙә, шуға күрә лә тәрәнгә китәләр.
* Ҡояшлы көн әллә ни уңыш килтермәҫ. Ә ямғыр һибәләп яуып торғанда балыҡтарҙың күбеһе ихлас ҡаба.
* Ротан табанды ашап бөтөрә тигән хәбәр йөрөй. Был дөрөҫ түгел. Киреһенсә, ротандың даими һөжүме табандарҙың эреләнеүенә килтерә.
* Оҫта балыҡсы юҡ ерҙән дә табыш эләктерә ала.


Вернуться назад