Мәҙәниәтлеһеңме?29.05.2018
Мәҙәниәтле балыҡсы. Был турала фекер йөрөткәндә нимәне күҙ уңында тотабыҙ һуң? Әлбиттә, мәҙәниәт – киң төшөнсә, әммә ул ваҡ өлөштәрҙән йыйыла.

Балыҡсы ихтиологияны (балыҡтар тураһындағы фән) яратырға, урындағы материалдарҙы, күл-йылғаларҙың төҙөлөшөн ныҡлы өйрәнергә, ҡорамалдар менән һаҡ эш итергә тейеш. Шулай уҡ кеше менән һөйләшә белеү, тыйнаҡ, ярҙамсыл булыу ҙа мөһим. Күҙ алдына килтерегеҙ: кис ҡала автобусына, боҙ тишкесен, йәшниген саҡ һөйрәп, бысраҡ кейемле, спирт еҫе аңҡыған балыҡсы килеп керҙе, ти. Уның янына кемдең ултырғыһы килһен инде?
Әйткәндәй, ҡармаҡ сыбыҡтарын сепрәк тоҡта йөрөтөү яҡшы. Улар йәмәғәт транспортында башҡаларға ҡамасауламаһын, зыян килтермәһен. Һыу буйына тотасаҡ балығың тураһында әҙме-күпме белеп барыу ҙа – мәҙәниәтлелек билдәһе.
Ҡармағын рәтләп һалырға йыбанған, ялҡаулығын еңә алмаған балыҡсылар күберәк табыш алыу ниәтендә ау һалыусан. Улар ҡануниәткә ҡарата битараф, намыҫһыҙ. Өҫтәүенә, һис һүҙһеҙ, эске мәҙәниәтһеҙ кеше тәбиғәткә лә һоҡлана белмәйҙер. Ғөмүмән, балыҡсы ыҫпай кейенергә, шөғөлөнә ижади ҡарарға тейеш. Ул һыу буйына табыш артынан ғына түгел, тәбиғәт менән “аралашырға” килә. Артынан буш шешәләр, һүндерелмәгән усаҡ ҡалмай.
Ирекһеҙҙән бөйөк яҙыусы, һунарсы, балыҡсы Сергей Аксаковтың һүҙҙәре иҫкә төшә: “Балыҡ тотҡанда иң мөһиме – ҡармаҡтарыңа ғашиҡ булыу!” Тәбиғәт ҡосағынан яңы көс-дәрт алып ҡайтып, яҡындарыңды шатландырыуға ни етә?! Һәүәҫкәр балыҡсыларҙы туплаған ойошмаларҙа мәҙәни үҫешкә лә иғтибар бүленергә тейештер, моғайын.


Вернуться назад