Ҡайһыһын һайларға?29.05.2018

Ҡайһыһын һайларға?Балыҡтың кеше организмы өсөн файҙалы икәнен һәр кем белә. Әммә кибеттә уларҙың ниндәйен һайларға? Ҡайһыһы файҙалыраҡ? Ошо турала белешмә биреү яҙыҡ булмаҫ.

Балыҡтарҙы өс төркөмгә бүләбеҙ:
Майлы балыҡтар.
Уртаса.
Майһыҙ йәки ябыҡ балыҡтар.
Майлыларға түбәндәгеләрҙе индерергә мөмкин:
* Һаҙан. Ул нервы күҙәнәктәренә ыңғай тәьҫир итә, баш һәм арҡа мейеһе, тире өсөн яҡшы.
* Йәйен. Унда аминокислоталар күп, организмда шәкәрҙе көйләй.
* Скумбрия. Йөрәк-ҡан тамырҙары системаһына ыңғай йоғонто яһай, гормондарҙың эшмәкәрлеген яҡшырта.
* Бәрҙе, бағры. Күҙ, ҡолаҡ, йөрәк өсөн файҙалы.
* Ҡыҙыл балыҡтар. Улар ҡан баҫымын көйләй, тромбтар барлыҡҡа килеүен иҫкәртә, биологик ҡартайыуҙы яйлата.

Уртаса майлыҡтағы балыҡтар
* Алабуға. Организмда холестерин күләмен кәметә, ҡан баҫымын яйға һалырға ярҙам итә, балалар өсөн айырыуса файҙалы.
* Ҡорман. Шәкәрҙе кәметә, тире ауырыуҙарын бөтөрөү көсөнә эйә.
* Камбала. Йодҡа бай, холестеринды кәметә, иммунитетты күтәрә.
* Сабаҡ. Ололар, ауырлы ҡатындар өсөн айырыуса файҙалы. Ашҡаҙан-эсәк юлы ауырыуҙарын иҫкәртә.

Майһыҙ балыҡтар
* Һыла. Баш мейеһе, нервы күҙәнәктәре өсөн файҙалы. Ябыҡ кешеләргә уны мотлаҡ ашарға кәрәк.
* Суртан. Киҙеүҙе иҫкәртә, бактерияларға ҡаршы көрәшә, нервы күҙәнәктәрен нығыта.
* Тәрәс. Матдәләр алмашыныуын яҡшырта, вирус һәм инфекцияларға ҡаршы көрәшә.
* Минтай. Ауырлы һәм имеҙгән ҡатындар өсөн айырыуса файҙалы, балаларға диетик аҙыҡ. Унда йод күп.


Вернуться назад