Ҡырпа ҡаптырып ҡара29.05.2018
Ҡырпа ҡаптырып ҡараҠырпа балығы мәрсен балыҡтар (осетр) ғаиләһенә ҡарай. Сөсө һыуҙа йәшәгән иң ҙур балыҡ тиһәң дә була, сөнки уның ауырлығы 1,5 тоннаға етә. Күберәк Ҡара диңгеҙҙә, Каспий һәм Азов диңгеҙҙәрендә осрай. Ыуылдырыҡ сәсеү өсөн улар диңгеҙгә ҡойған йылғаларға күтәрелә. Әүәлге мәлдәрҙә ҡырпа балығы күплеге менән дан алһа, хәҙерге ваҡытта уларҙың запасы аҙайған.

Йыртҡыс балыҡ булараҡ, ул оҙаҡ йәшәй. Һуңғы йылдарҙа күпләп кәмеүе арҡаһында Ҡыҙыл китапҡа индерелгән. Мороно ослайып сығып тора, дүрт мыйығы бар. Умыртҡа һөйәге юҡ, уның урынына кимерсәктәр генә. Ағиҙелдә йәшәгән сөгә балығына оҡшаған. Ҡырпа 100 йыл һәм унан да оҙағыраҡ йәшәй. Арҡаһы көлһыу төҫтә, эс яғы аҡ. Итенең ҡатылығы менән башҡа балыҡтарҙан айырылып тора, әммә тәмле, шуға күрә лә донъя күләмендә иң тәмлеһе тип һанала.
Каспий диңгеҙендә бер нисә балыҡсы быйыл 31 мартта ауырлығы 160 кг тартҡан ҡырпаны тотҡан. Әле бөгөнгө көнгә ул – ошо ауырлыҡтағы берҙән-бер балыҡ, өҫтәүенә ыуылдырыҡлы. Оҙонлоғо – 2 метр­ҙан ашыу. Ыуылдырығының ауырлығы – 30 кг тирәһе. Көндәр йылыныу менән балыҡсылар яҡшы селбәрәләр алырға уйлай.


Вернуться назад