Имен үтһен ялдарығыҙ29.05.2018
Имен үтһен ялдарығыҙНиһайәт, йыл буйы көтөп алған каникул, отпуск, тәбиғәттә рәхәтләнеп ял итеү мәлдәре етте. Күңел саф һауаға, йәшеллеккә тартыла. Әммә төрлө бәлә-ҡаза әҙәм балаһын аҙым һайын һағалап ҡына тора. Саҡ ҡына уяулығыңды юғалттыңмы, хәүеф-хәтәр менән ҡара-ҡаршы ҡалаһың. Көтөп алған хозур осорҙо күңелһеҙ хәлдәргә тарымай, матур итеп үткәреү өсөн хәүефһеҙлек ҡағиҙәләрен иҫкә төшөрөү артыҡ булмаҫ. Улар тәбиғәт ҡосағындағы ялға ғына түгел, урамдағы, өйҙәге именлеккә лә ҡағыла.



Аҙашып ҡуймағыҙ

Имен үтһен ялдарығыҙТәбиғәт ҡосағына сығыу, урманға сәйәхәт – йәйге ялдың иң шәп төрҙәре. Эште дөрөҫ ойош­торһағыҙ, бындай ял иҫ киткес матур тәьҫораттар бүләк итер. Статистика күрһәтеүенсә, республикала ай һайын (яҙ-көҙ айҙарында) 10 – 20 самаһы кеше юғала. Бигерәк тә Ирәмәл тауына күтәрелергә теләүселәр араһында аҙашҡан кешеләр күп теркәлә.
Ошондай хәлдәргә тарымаҫ өсөн туристарға бер нисә кәңәш: аяҡ кейемегеҙ уңайлы, таймай торған табанлы, ныҡлы булһын; баш кейеме алырға онотмағыҙ; өҫтөгөҙгә сағыуыраҡ кейем һайлағыҙ – аҙашҡан осраҡта ҡотҡарыусыларға һеҙҙе эҙләп табыу еңелерәк буласаҡ.
Тәбиғәткә юлланғанда үҙегеҙ менән компас, бысаҡ, бер аҙ эсәр һыу һәм ризыҡ алығыҙ. Әгәр даими рәүештә дарыу ҡулланһағыҙ, был хаҡта ла алдан хәстәрлек күрегеҙ. Ашығыс хеҙмәттәрҙең телефон һандарын кеҫә телефонығыҙға теркәп ҡуйығыҙ.
Әгәр ҙә аҙашһағыҙ, паникаға бирелмәгеҙ. Тирә-йүнде иғтибар менән тыңлағыҙ – тауыштар, машина шауы, эттәр өрөүе ишетелмәйме. Ниндәй ҙә булһа тауыш ишетһәгеҙ, шул яҡҡа табан барығыҙ. Атлаған ыңғайы билдәләр ҡалдырығыҙ: ботаҡтарҙы һындырырға, таштарҙан уҡ яһап китергә, ҡыуаҡ­тарға сепрәк бәйләргә мөмкин. Был тамғалар һеҙҙең үҙегеҙгә лә, ҡотҡарыусыларға ла ярҙам итәсәк.
Мөмкин булһа, ағас башына менеп, тирә-йүнде байҡағыҙ. Бейектән йорттар, берәй юл күренеүе ихтимал, ул саҡта хәрәкәт йүнәлеше дөрөҫ билдәләнәсәк.
Әгәр ҡайһы яҡҡа барырға белмәһәгеҙ, шул урында ҡалығыҙ. Мөмкин тиклем нығыраҡ тауыш сығарырға тырышығыҙ. Мәҫәлән, таяҡ менән ағастарға һуғығыҙ, урманда шаңдау бик алыҫҡа тарала. Әгәр сығыу юлын таба алмаһағыҙ, ҡараңғы төшмәҫ элек йоҡлар урын хәстәрләгеҙ, ул ҡалҡыу, ҡоро ер йәки ҙур ағас булһын.

Һыуҙа һаҡ булығыҙ

Имен үтһен ялдарығыҙЙылға-күл буйҙарында рәхәтләнеп ял итеү, һыу инеү өсөн иң тәүҙә ҡулай һыу ятҡылығы һайларға кәрәк. Әгәр пляжға барырға уйлаһағыҙ, уның махсус йыһазландырылған, ҡомло ярлы булыуы хәйерле. Ҡала ситендәге йылға-күлдәрҙәге һыуҙың таҙалы­ғына иғтибар итегеҙ.
Рәсәй Ғәҙәттән тыш хәлдәр министрлығының БР буйынса баш идаралығының халыҡҡа яһаған иҫкәртеүҙәренән өҙөктәр килтереү урынлы булыр: ҡояшлы, елһеҙ көндә, һыу температураһы 17-19, һауа температураһы 20-25 градус торғанда һыу инеү хәйерле; бер ингәндә 10-15 минуттан артыҡ булыу кәңәш ителмәй. Оҫта спортсыларҙы ла йыш харап иткән бәлә – көҙән йыйырыу тән температураһы төшкәндә хасил була. Көҙән йыйыра башлау менән һыуҙан сығыу талап ителә. Ундай мөмкинлек юҡ икән, түбәндәге кәңәштәр бирелә:
l арҡаға ятып ял итергә, йөҙөү стилен алмаштырырға;
l мөмкинлек бар икән, буйһонмай башлаған тән ағзаһына осло предмет (энә, булавка) менән сәнскеләргә;
l бармаҡтар ҡата башлай икән, көс менән усты йоҙроҡҡа йомарларға, һелтәнергә һәм йоҙроҡто кире яҙырға;
l балтыр тота икән, шул яҡ табанды ике ҡул менән тотоп, тубыҡты көслө итеп ҡыҫып бөкләргә;
l ботто көҙән йыйыра икән, бәкәлдән тотоп, тубыҡты бөкләп аяҡты тышҡы яҡтан арҡаға табан ҡайырырға.
Йылға алҡынына эләккәндә, ағымға ҡаршы хәрәкәт итмәйенсә генә, ярға йүнәлергә кәрәк. Өйөрмәгә эләккәндә иң мөһиме – сәбәләнмәҫкә, күберәк тын алып һәм сумып, хәүефле урындан һыу аҫтынан йөҙөп ситләшергә. Ылымыҡҡа буталдығыҙ икән, ҡырҡыу хәрәкәттәр яһамаҫҡа, яй ғына килгән яҡҡа кире сығып ҡарарға. Үлән ебәрмәй икән, башта ҡулдарҙы бушатып, һуңынан аяҡтарҙы ысҡындырырға.
Төп ҡағиҙәләр:
l бер осраҡта ла эскән килеш һыу инмәҫкә;
l таныш булмаған урында суммаҫҡа;
l ҡулдан эшләнгән йөҙөү яйланмаларын (һал, камера һәм башҡа) файҙаланмаҫҡа;
l текә йә батҡыл ярлы, көслө ағымлы йә һыу үләне ныҡ таралған урындарҙа һыу инмәҫкә;
l кәмә эсенән һыуға һикермәҫкә;
l халыҡ һыу ингән урындарҙа кәмә, катер, гидроциклдарҙа йөрөмәҫкә.
Батып барыусыға нисек ярҙам итергә? Батып барыусы кешене күрһәгеҙ, ә эргәлә ҡотҡарыусылар булмаһа, уның янына йөҙөп барып, сәсенән йәки эйәгенән тотоп, ярға табан йөҙөгөҙ. Бәләгә тарыусының йөҙө һыу өҫтөндә булыуы мөһим. Артабан беренсе ярҙам күрһәтергә кәрәк. Тәүҙә өҫкө тын юлдарын таҙартығыҙ, тел төбөнә бармаҡ менән баҫып, ҡоҫоу рефлексын ҡуҙғытығыҙ. Әгәр был алым ярҙам итмәһә, ҡаза күреүсене бөгөлгән тубығығыҙға йөҙтүбән һалып, арҡаһына (күкрәк ситлегенә) баҫып, тын юлдарына тулған һыуҙы сығарығыҙ. Унан инде батыусыны арҡаһына һалып, яһалма һулыш һәм йөрәккә тура булмаған массаж эшләгеҙ.

“Ҡыҙыл әтәс” ҡунмаһын

Имен үтһен ялдарығыҙЯҙ, йәй миҙгелдәре – янғын йәһәтенән иң хәүефле осор. Бының сәбәптәрен һауа торошона ғына бәйләү дөрөҫ түгел, сөнки кеше факторы ла ҙур роль уйнай. Йылы матур көндәрҙә күптәр тәбиғәт ҡосағына ашҡына, усаҡ яға. Мәғлүмәттәрҙән күренеүенсә, йыл башынан 15 майға тиклем 70 ур­ман янғыны теркәлгән, был былтырғы менән сағыштырғанда өс тапҡырға күберәк. Ә бит әлегәсә көндәр сағыштырмаса һалҡын торҙо. Шулай уҡ баҡса, йорт янында сүп-сар, ҡоро үлән яғыу ҙа хәүефле. Күп осраҡта янғындарға беҙҙең битарафлыҡ – һүндерелмәгән усаҡ йәки бәләкәй генә тәмәке төпсөгө сәбәпсе.
Янғын хәүефһеҙлегенә ҡағылышлы ябай ғына талаптарҙы һәм ҡағиҙәләрҙе үтәү төрлө ҡурҡыныс хәлдәрҙән аралай. Көндәр ҡоро торған ваҡытта айырыуса уяу булырға кәрәк. Баҡсасыларға усаҡ яҡмаҫҡа, асыҡ утта ризыҡ бешермәҫкә кәңәш итәбеҙ. Биләмәгеҙҙә мотлаҡ һыу тултырылған һауыт булһын, ә йорт эсендә ут һүндереү баллоны тотоу ҙа зыян итмәҫ. Ата-әсәләр, балаларға шырпы, ут менән уйнарға рөхсәт итмәгеҙ, тип иҫкәртә Рәсәй Ғәҙәттән тыш хәлдәр министрлығының БР буйынса баш идаралығы белгестәре.
Идаралыҡ сайтында (02.mchs.gov.ru) урман янғындары хәүефе янаған ауыл һәм ҡалаларҙың исемлеге бирелгән. Унда башлыса урман хужалыҡтары менән сиктәш ауылдар, торфлы тупраҡлы райондар индерелгән. Был урындарҙа янғындан һаҡлаусы һыҙаттар эшләнә, биләмәләр тиҙ тоҡаныусы ҡоро үҫемлектәрҙән азат ителә.

Йәшендән йәшенегеҙ

Имен үтһен ялдарығыҙҺуңғы йылдарҙа күк күкрәп, йәшенләп яуған ямғырҙар йышайҙы. Былтыр Башҡортостанда ошоға бәйле байтаҡ фажиғәләр теркәлде.
Мәҫәлән, Учалы районының “Ахун” ял базаһы эргәһендә 49 йәшлек ирҙе йәшен һуғып үлтерҙе. Ҡурҡыныс хәл Йылайыр районының Суйынсы Сулпан ауылында ла күҙәтелде, унда өс баш йылҡы малы йәшен ҡорбаны булды. Ейәнсура районының Биштирәк ауылы эргәһендә йөҙгә яҡын һарыҡ-кәзәне лә йәшен харап итте.
Рәсәй Ғәҙәттән тыш хәлдәр министрлығының БР буйынса баш идаралығы ялағай, күк күкрәү ваҡы­тында һаҡлыҡ сараларын мотлаҡ күҙәтергә саҡыра:
l яҡын-тирәлә ышыҡ урын булмаһа, ергә ятығыҙ йә башығыҙҙы тубыҡтарға тиклем эйеп, сүкәйегеҙ;
l металл әйберҙәрегеҙҙе тиҙ генә сисегеҙ, мобиль телефонығыҙҙы һүндерегеҙ;
l һыу инеп йөрөһәгеҙ, һыуҙан сығығыҙ, ярҙан ситкә китегеҙ;
l яңғыҙ ағас төбөндә ултырмағыҙ – йәшен йышыраҡ бейек объекттарҙы һайлай;
l өйҙә булһағыҙ, электр һәм газ приборҙарын һүндерегеҙ. Тәҙрәнән ҡарамағыҙ. Мейескә, каминға ут яҡмағыҙ – йәшен уғына эҫе һауа еңелерәк бирелә.
Йәшендә көслө электр заряды тупланған. Йәшен тулҡыны кешене бер нисә метрға ырғыта ала. Шул ваҡытта мейе һелкенеүе, һөйәк һыныуы ихтимал. Йәшен уты эләккән кеше иҫендә булһа, уға утыҙ тамсы корвалол эсерегеҙ, ҡыҫып торған кейемен бушатығыҙ, өҫтөнә һыу бөркөгөҙ. Янған урынын эшкәртеп бәйләгеҙ һәм дауаханаға алып барығыҙ.
Кеше иҫһеҙ булһа, уны арҡаһына ятҡырығыҙ һәм нашатырь спиртына сылатылған мамыҡты танау тирәһендә тотоғоҙ. Әгәр ҙә ул тын алмаһа, “Ашығыс ярҙам” килгәнсе, уға яһалма һулыш һәм йөрәккә тура булмаған массаж эшләгеҙ.
Ҡайһы берәүҙәр йәшен атҡан кешене тупраҡҡа күмә. Былай эшләргә ярамай, был тик зыян килтерә: яра урынына бысраҡ тула, кешенең тын алышы ауырлаша, тәне һыуына, ҡәҙерле ваҡыт та юғала.

Юлдарҙа иғтибарлы булығыҙ

Имен үтһен ялдарығыҙКаникул етеү менән балалар күп ваҡытын урамда үткәрә. Онотолоп уйнаған саҡта, велосипедта йәки скутерҙа йөрөгәндә йыш ҡына үҙҙәре лә һиҙмәҫтән юл сатына ла килеп сығалар. Ә был водителдәр өсөн көтөлмәгән хәл булыуы ихтимал. Ошондай хәүефле хәлдәрҙе иҫкәртеү маҡсатында ЮХХДИ хеҙмәткәрҙәре төрлө саралар, рейдтар, акциялар уҙғара. Әммә күп нәмә тәрбиәнән ҡала, иң тәүҙә ата-әсә балаһын юлда үҙеңде тотоу мәҙәниәтенә өйрәтергә бурыслы.
Велосипед һәм башҡа мототранспорт саралары ла юғары хәүеф сығанағы булып һанала. 14 йәшкә тиклемге балалар велосипедта ихата сиктәренән ололар күҙәтеүендә генә сыға ала. Һуңғы йылдарҙа республиканың ҡайһы бер ҡалаларында велосипедсылар өсөн махсус юлдар барлыҡҡа килде. Ғәҙәттә, улар автомобиль юлдарына параллель итеп һалына, әммә юл саттары аша ла үтә. Был махсус һыҙаттар менән 14 йәше тулған велосипедсылар ғына ҡулланыуға хоҡуҡлы.
Еңел мотоциклдарҙа, скутерҙарҙа башлыса транспортҡа идара итеү оҫталығы, тәжрибәһе булмаған, күп осраҡта танытмалары ла юҡ үҫмерҙәр елдерә. Балаға скутер һатып алырҙан алда ата-әсә йәш водителде уҡытыуҙы хәстәрләргә тейеш. Үҫмер бәлиғ булғас ҡына транспорт сараһына идара итергә хоҡуҡлы. Шул уҡ ваҡытта һаҡланыу саралары – шлем һәм таянғыстар тураһында ла оноторға ярамай.
Белгестәр балаларҙың юлда йәрәхәтләнеү осраҡтарының төп өс сәбәбен билдәләй: өлкәндәр тарафынан тейешле контроль булмау, баланың иғтибарһыҙлығы, тәжрибәһеҙлек арҡаһында транспорт хәрәкәтен аныҡ баһалай белмәү.
“Балаларҙы ҡарауһыҙ ҡалдырмағыҙ. Дөрөҫ хәрәкәт итеү мәҙәниәтенә өйрәтегеҙ. Бәләкәй йәйәүле урамда мөмкин тиклем алыҫтан абайларлыҡ булһын, кейеменә яҡтылыҡты сағылдырыусы махсус билдәләр ҡуйығыҙ. Был ҡараңғы мәлдә йәки насар һауа торошо шарттарында уны бәләнән ҡурсалаясаҡ”, тигән кәңәш бирә белгестәр.

Тәҙрәләрҙе асыҡ ҡалдырмағыҙ

Имен үтһен ялдарығыҙКөндәр йылынғас, барыбыҙ ҙа өйҙә лә, эш урынында ла тәҙрәләрҙе асабыҙ. Бәләкәй йәштәге балалар өсөн асыҡ тәҙрәләр, лоджия һәм балкондар ҙур хәүеф сығанағы һанала. Хатта кескәйҙәр янында өлкәндәр булғанда ла фажиғәле хәлдәр теркәлеп тора. Бер минутҡа иғтибарыңды ситкә йүнәлтһәң, сабый тәҙрә төбөнә менергә өлгөрә һәм асыҡ тәҙрәләге саҡ эләгеп торған селтәргә таяна.
Әгәр ҙә өйҙә бәләкәй бала булһа, тәҙрәне һәр саҡ ябып тоторға, вертикаль рәүештә генә асып елләтергә, блокиратор ҡуйҙыртырға кәрәк. Бөжәктәрҙән һаҡлаусы селтәрҙе нисек кенә нығытһағыҙ ҙа, ул сабыйҙы ҡолауҙан араламаясаҡ. Балаларығыҙға тәҙрә төбөндә уйнарға рөхсәт итмәгеҙ. Асыҡ тәҙрәле бүлмәлә бәләкәсегеҙҙе бер минутҡа ла яңғыҙ ҡалдырмағыҙ.
Әйткәндәй, күптән түгел Рәсәй Тәфтиш комитетының башланғысына ярашлы пластик тәҙрәләр етештереү нормаларына үҙгәрештәр индерелде. Хәҙер уларҙа мотлаҡ тәҙрәне тулыһынса асыуға юл ҡуймаусы хәүефһеҙлек йоҙаҡтары, ысҡындырып алыныусы тотҡалар булырға тейеш.

Юғалып ҡалмағыҙ

Йәйгеһен асыҡ майҙандарҙа төрлө саралар – фестивалдәр, концерттар йыш уҙғарыла. Бала­ларығыҙҙы халыҡ күп йыйылған урындарға бөтөнләй йөрөтмәү хәйерле. Әгәр ҙә байрам ваҡытында ғәҙәттән тыш хәл килеп сыҡһа, айырым ҡағиҙәләрҙе иҫегеҙҙән сығармағыҙ:
lхалыҡ ағымы ҡыҫа башлаһа, барлыҡ йөктән арынығыҙ, оҙон ҡайышлы сумка, шарф кеүек әйберҙәрҙе сисегеҙ. Берәй нәмәгеҙ ергә төшөп китһә, алам тип эйелмәгеҙ;
lҡулдарығыҙ кеҫәлә булмаһын, күкрәк ситлеген ҡыҫылыуҙан һаҡлау өсөн уларҙы шул тәңгәлдә тотоу яҡшыраҡ;
lҡолаһағыҙ, кисекмәҫтән торорға тырышығыҙ. Был мөмкин булмаһа, йомғаҡ кеүек йомарланып, башығыҙҙы ҡулдарығыҙ менән ҡаплағыҙ.

Йылан саҡһа...

Имен үтһен ялдарығыҙЙыландар бер ҡасан да юҡҡа саҡмай. Ул үҙенә хәүеф янаһа, һаҡланыу маҡсатында кешене сағыуы ихтимал.
Бындай бәләгә тарымаҫ өсөн, тәбиғәт ҡосағына сыҡҡанда резина йәки күн итектәр кейегеҙ, салбар балағын итеккә тығып ҡуйығыҙ, һәр саҡ иғтибар менән аяҡ аҫтына ҡарап барығыҙ. Йылан осраһа, уны үлтерергә ашыҡмағыҙ, уға арҡа менән боролмай яйлап ҡына ситкә китегеҙ. Йорт тирәһен, баҡса биләмәһен тәртиптә тотоғоҙ, йыландар йыш ҡына сүп-сар баҫҡан ҡыуаҡлыҡтар эргәһендә оялай.
Йылан сағыуының билдәһе: тәндә бер йәки ике бәләкәс кенә яра эҙе бар, тешләнгән урын ҡыҙара-бүртә, тын алыуы ауырлаша. Кешенең ҡапыл тән температураһы күтәрелеүе, ҡоҫа башлауы ихтимал. Күреү һәләте ҡырҡа түбәнәйә.
Әгәр ҙә янығыҙҙағы берәйһен йылан саҡһа, иң алда “Ашығыс ярҙам” саҡыртығыҙ. Бәләгә тарыған кеше сәбәләнмәһен, мөмкин тиклем әҙерәк хәрәкәтләнһен. Уны ергә горизонталь ятҡырығыҙ. Аяғы сағылған булһа, уны һау икенсе аяҡҡа бәйләгеҙ. Ә яра ҡулда булһа, уны терһәктән бөкләргә кәрәк.
Шунан яра урынына сепрәк һалығыҙ ҙа егерме минут самаһы ауыҙығыҙ менән ағыуҙы һурығыҙ һәм шунда уҡ төкөрөгөҙ! Шул рәүешле организмдағы ағыуҙың 20 –− 50 проценты сығып бөтәсәк.
Йылан саҡҡан кешенән ағыуҙы һурырға ҡурҡмағыҙ. Беренсенән, һеҙ ағыуҙы төкөрәһегеҙ, икенсенән, ауыҙ аша эләккән токсик матдә бик әҙ күләмдә, ул һеҙгә бер нисек тә йоғонто яһамаясаҡ.
Шунан яраны йод (спирт, “зеленка”) менән эшкәртегеҙ һәм ҡыҫып бәйләгеҙ. Тире туҡымалары шешһә, бәйләмде әҙерәк бушатығыҙ. Мөмкинлек булһа, шул урынға боҙ һалығыҙ. Бәләгә тарыусыға күп шыйыҡлыҡ (сәй, һыу, һут) эсергә кәрәк, был ағыулы матдәнең организмдан тиҙерәк сығыуына булышлыҡ итәсәк.
Йылан саҡҡан кешегә тәүге ярҙам күрһәтелгәс, уға мотлаҡ табипҡа күренергә кәрәк. Алты сәғәт эсендә йылан ағыуына ҡаршы сыворотка эшләнергә тейеш.
Ярамай:
l йылан саҡҡан урынды яндырырға, ҡырҡырға;
l сағылған урындан өҫтәрәк жгут һалырға. Был кешенең хәлен тағы ла насарайта, уның ҡапыл үлеүе ихтимал;
l алкоголь эсеү. Спиртлы эсемлек организмдағы ағыуҙың сығыуын тотҡарлай, уны тағы ла көсәйтә.

Эт тешләгәндә

Имен үтһен ялдарығыҙҺуңғы йылдарҙа берәҙәк эттәр күбәйеп китте. Урамда иркен йөрөгән эттең кешегә (бигерәк тә балаларға) ташланыуы ихтимал. Ул тәндә йыртылған һәм тешләнгән яралар ҡалдыра. Был берҙән-бер хәүеф түгел, эт тешләүе аша ҡотороу сирен йоҡторорға мөмкин. Әгәр ҙә ике көндә вакцина яһалмаһа, кешенең нервы системаһы ҡаҡшай һәм ул үлә. Хәтерегеҙҙә тотоғоҙ, ҡотороу сиренән үҙаллы дауаланып булмай!
Ҡоторған эт уҫаллығы менән айырыла, уның шайығы ағып тора, өргәндә хырылдаған тауыш ишетелә. Бындай билдәләр эт инфекцияланғандан һуң аҙна самаһы үткәс кенә беленә башлай. Шуға күрә, ниндәй генә эт тешләһә лә, тиҙ арала табипҡа күренегеҙ. Әгәр ҙә яранан ҡан шәп аҡһа, уны туҡтатырға кәрәк. Ә яйлап ҡына аҡһа, туҡтатырға ашыҡмағыҙ, ҡан менән бергә инфекция ла йыуылып сығасаҡ. Яра ни тиклем тиҙерәк таҙартылһа, шул тиклем ҡотороу вирусын йоҡтороу мөмкинлеге кәмей. Иң алда тешләнгән (сапсылған) һәм хайуандың шайығы эләккән урынды ағып торған һыуҙа ун минут самаһы кер һабыны менән йыуығыҙ. Шунан яраны водород перекисы менән эшкәртегеҙ. Әгәр ҙә ошо ике ҡағиҙә теүәл үтәлһә, ҡотороу сирен эләктереү ҡурҡынысы 90 процентҡа юҡҡа сыға.
Артабан яраның ситенә 5 процентлы йод йәки “зеленка” һөртөгөҙ ҙә бәйләп ҡуйығыҙ. Ошоларҙы эшләгәс, медицина ойошмаһына мөрәжәғәт итегеҙ. Ҡотороуға ҡаршы мотлаҡ иммунизация эшләтергә кәрәк, өс ай буйы алты укол һаласаҡтар. Ә тешләгән эт тураһында дәүләт ветеринария хеҙмәтенә хәбәр итегеҙ. Белгестәр уны тикшереп, сирле булыу-булмауын асыҡлаясаҡ. Әгәр ҙә ул берәҙек хайуан икән, башын экспертизаға ебәрергә кәрәк.
Тешләнгәндең тәүге өс көнөндә яраны тегергә, ситтәрен ҡырҡырға ярамай. Бары ҡан туҡтатыу ниәтендә генә тегергә мөмкин. Хайуандар тешләгәндә яраға уның микроорганизмдары ла эләгә, шуға ла ундай яралар оҙағыраҡ уңала.
Бесәй, төлкө һәм башҡа хайуан тешләгәндә лә үрҙә әйтелгән кәңәштәрҙе файҙаланығыҙ.

Үҙе бәләкәй булһа ла, бәләһе ҙур

Ҡыҙғанысҡа ҡаршы, төбәгебеҙ талпандарға “бай”. Былтыр республикала 10 мең тирәһе кеше зыян күреп табиптарға мөрәжәғәт иткән. Шуларҙың 22-һе талпан энцефалиты йәки боррелиоз йоҡтора. Быйыл да беренсе ауырыу теркәлде лә инде. Талпандар айырыуса май-июнь һәм август-сентябрь айҙарында әүҙемләшә.
Талпан энцефалитынан һаҡланыуҙың иң ышаныслы ысулы – вакцинация. Өҫ кейемен эшкәртеү һәм талпандарҙы ҡурҡытыу өсөн тәғәйенләнгән махсус химик саралар менән ҡулланыу ҙа һөҙөмтәле. Урманға йәки паркка барғанда мотлаҡ баш кейемегеҙ булһын. Оҙон еңле, аяҡты шайтан ашығынаса ҡаплап торған өҫ кейеме һайлағыҙ. Һәр 1,5-2 сәғәт һайын үҙегеҙҙе йәки бер-берегеҙҙе тикшереп тороғоҙ, сөнки талпан шунда уҡ ҡаҙалмай, күпмелер ваҡыт тән буйлап “йөрөп ала”.
Ә инде ҡаҙалған булһа, талпанды сығарырға кәрәк. Мөмкинлек бар икән, яҡындағы медицина учреждениеһына мөрәжәғәт итегеҙ. Талпанды иҙергә ярамай, сөнки бөжәк организмында ҡурҡыныс вирустар булыуы ихтимал. Ҡулдағы ваҡ йәрәхәттәр аша уның кешегә йоғоуы бар.
Тәндән алынған талпанды быяла һауытҡа һалып, Гигиена һәм эпидемиология үҙәгенә илтергә кәрәк.
Әгәр бөжәктең зарарлы булыуы асыҡланһа, кисекмәҫтән йәшәгән урынығыҙҙағы медицина пунктына мөрәжәғәт итеү зарур. Зыян күреүсегә талпанға ҡаршы иммуноглобулин яһап, тейешле саралар күрәсәктәр.

Бал ҡорто ла зыян килтерә

Йәй башында бал ҡорттары бик әүҙем була. Улар саҡһа, урыны ҡыҙарып шешә, көслө аллергик реакция булыуы ла ихтимал.
Бал ҡорто кешегә көслө ағыуын индерә, шуға ла сағылған урын ауырта һәм елһенеү барлыҡҡа килә. Ғәҙәттә, ҡорттоң энәһе ярала ҡала. Ә ул һаман да ағыу бүлеп сығарыуын дауам итә. Тиҙ арала ана шул энәне тырнаҡ осо йә пинцет менән сығарырға кәрәк. Әгәр ҙә ул тире аҫтына үтеп инһә, һаҡ ҡына һығығыҙ, тик бер ҡасан да шул тирәне ышҡымағыҙ. Ағыуҙы оҙаҡ ҡына һыҡҡас, яра урынына сылатылған шәкәр йә спирт (одеколон) һөртөгөҙ. Күберәк һыу эсергә кәрәк, был организмды ағыуҙан таҙарта. Бал ҡорто саҡҡандан һуң араҡы эсергә ярамай, алкоголь организмға эләккән ағыуҙың тәьҫирен көсәйтә.
Ҡайһы бер кешеләрҙә бал ҡортоноң сағыуынан аллергик реакция булыуы ихтимал. Бигерәк тә 12 йәшкә тиклемге балалар һәм 55 йәште үткән ҡатын-ҡыҙҙар тиҙ бирешә. Ундай кешеләр сағылғандан һуң ҡып-ҡыҙыл булып шешенә, тындары быуыла. Уларға тиҙ арала антигистамин төркөмө препаратынан уколды ҡан тамырына ебәрергә кәрәк. Ғөмүмән, бал ҡорто сағыуына аллергияһы булғандар мотлаҡ аллергологка күренергә тейеш.

Ҡотҡарыусыларҙың һәм янғын һүндереүселәрҙең берҙәм телефоны:
01 (стационар телефондан),
101 (кеҫә телефонынан),
Рәсәй Ғәҙәттән тыш хәлдәр министрлығының БР буйынса баш идаралығының “ышаныс телефоны” – 8(347)233-99-99. Ниндәй генә ғәҙәттән тыш хәл тыумаһын, ошо телефонға шылтыратырға мөмкин.


Вернуться назад