Белем усағының шаулап торған мәленә тура килдек. Ниндәй байрам тиһегеҙме? Тамаша залында “Шаяниум” конкурсы бара ине. Сәхнә түренә береһенән-береһе көслө һәм шаян командалар күтәрелә, ә аҫта көйәрмәндәр девизды яңғыратып, ҡыҫҡа йыр башҡарып, фекерҙәштәрен ҡеүәтләй, дәртләндерә. Әлбиттә, һәр береһе беренсе урынға лайыҡ. Хәйер, был эште белгестәргә – жюри ҡарамағына тапшырайыҡ. Әйткәндәй, әлеге бәйге бында күптән матур йолаға әйләнгән. Сираттағыһы иһә Башҡортостанда иғлан ителгән Ғаилә йылына арналып уҙғарылды. Иң мөһиме, ярыштың ҡыҙ һәм малайҙар араһында популярлыҡ яулай барыуы шатландыра, командаларҙың артыуы бигерәк тә маҡтаулы. Шуға асыҡлыҡ индерәйек – Күмертау ҡалаһындағы был физика-математика һәм физика-химия йүнәлешендә эшмәкәрлеген көйләгән Республика политехник лицей-интернаты. Форсаттан файҙаланып, уҡыу йортоноң директоры – Башҡортостандың мәғариф алдынғыһы Римма ҒӨБӘЙҘУЛЛИНА менән әңгәмә ойошторҙоҡ.
– Республика политехник лицей-интернаты “Рәсәйҙең гимназия союзы” Бөтә Рәсәй милли мәғарифы программаһында ҡатнаша. Уның маҡсаты нимәлә?
– Мәртәбәле программа 2007 йылда барлыҡҡа килгәйне, уны Санкт-Петербургтағы Мәғарифҡа ярҙам итеү фонды тормошҡа ашыра. Ошо программа нигеҙендә видеоконференция бәйләнеше ойошторола. Уны файҙаланып, илебеҙҙең белем усаҡтары бер-береһе менән аралаша, тәжрибә уртаҡлаша, сетерекле мәсьәләләр тураһында фекер алыша. Бигерәк тә һөнәр һайлағанда үҫмер йыш ҡына юл сатында тороп ҡалыусан, бына шунда хәбәрләшеү ярҙамға килә лә инде. Шулай уҡ илһөйәрлек, рус теленә хөрмәт менән ҡарауҙы ла тәрбиәләй ул, өҫтәмә белем алыу, ирекмән хәрәкәтенә ҡушылыу һәм башҡа эштәрҙе әйтәһе лә түгел.
Уйлауымса, һәр бала тиҫтерҙәре менән даими аралашырға тейеш. Бында һүҙ тар мөхиткә ҡағылмай йәки үҙе ҡанат нығытҡан мәктәп тураһында бармай, ғөмүмән, республика, ил, хатта сит ҡитғаларҙағылар менән бәйләнеш тотоу һәр йәһәттән дә отошло.
– Римма Айрат ҡыҙы, уҡыу йорто төрлө проекттарҙа ҡатнаша. Быға нисек өлгөрәһегеҙ?
– Һәр уй-ниәткә алдан тотонһаң, барыһына ла өлгөрөргә мөмкин. “Лицейҙа белем эстәгәндәр алғы сафта булырға тейеш” тип өйрәтәбеҙ уҡыусыларға. Лицейға “Рәсәй машина эшләү союзының ассоциацияланған мәктәбе” проектында ҡатнашыу һәм “Физика-математика һәм инженер-техник йүнәлешле белем биреү учреждениеһы” статусы бирелеү донъяға сығыуға бер аҙым булды тиһәм, бер ҙә арттырыу булмаҫ. Өфө дәүләт авиация техник университеты һәм Ырымбур дәүләт университетының Күмертау ҡалаһындағы филиалдары менән тығыҙ бәйләнеш булдырғанбыҙ, шулай уҡ Өфө дәүләт нефть техник университеты, Башҡорт дәүләт университеты ойошторған төрлө сараларҙың уртаһында ҡайнайбыҙ. Вуздар ойошторған олимпиадаларҙа ҡатнашыу бер, ә инде егет һәм ҡыҙҙарҙың призлы урындарҙы яулауы ысын мәғәнәһендә ғорурлыҡ. “Һеҙ ҡайҙан?” тип һорағанда, “Күмертау лицейынан” тигән һүҙҙе ишетеү дәртләндерә.
– Һеҙҙәге бай һәм күптәрҙе көнләштерерлек музейҙан ҡунаҡтар өҙөлмәй...
– Һәр музейҙың бурысы – тарихты өйрәнеү. Беҙҙә лә шулай, мәктәп музейы иһә балаларға лицейҙың һәм тыуған яҡтың данлы үткәненә байҡау яһарға ярҙам итә. “Батыр” хәрби-патриотик клубының эше яйға һалынған. Улар бына инде нисә йыл рәттән яҡташыбыҙ Советтар Союзы Геройы Ғәфиәтулла Арыҫланов исемендәге кубокты яулай. “Юнармия” йәмәғәт хәрәкәтенә ҡушылыу ҙа малайҙарҙы илһөйәрлеккә этәрә, рухтарын күтәрә. Йәш быуын атай-олатайҙар үткән данлы юлды, бай тарихыбыҙҙы белеп үҫергә тейеш. Бер үк ваҡытта төп маҡсат – төплө белем биреү, төрлө яҡлап үҫешкән шәхес тәрбиәләүҙән тайпылмайбыҙ.
– Римма Айрат ҡыҙы, һорауҙарға ихлас яуап биргәнегеҙ өсөн рәхмәт!