Хөкүмәттең хәстәрлеге ҙур29.05.2018
Федераль бюджеттан Грант отоу конкурсында еңеүселәрҙең исемдәре билдәләнде. Бәйгелә һигеҙ белем усағы асыҡланған, Башҡортостандағы белем биреү үҙәктәренең еңеү яулауы айырыуса ҡыуаныслы. Ойоштороусыһы – Рәсәй Мәғариф һәм фән министрлығы.
Мәҫәлән, Бөрө ҡалаһының “Йылмайыу” балалар баҡсаһы – бер миллион һумлыҡ, ә Өфө ҡалаһының 212-се балалар баҡсаһы ике миллион һумлыҡ Грантҡа лайыҡ булды.
Был аҡсалар мотлаҡ рәүештә балалар баҡсаларының матди-техник базаһын яҡшыртыу өсөн тотоноласаҡ. Хәйер, илебеҙ етәкселеге тарафынан мәғарифҡа иғтибар һәр ваҡыт көслө булды, әле лә шулай. Тармаҡты көсәйтеү маҡсатында аҡсалар даими йүнәлтелә, киләсәккә бихисап программа эшләнгән, улар уңышлы тормошҡа ашырыла. Хөкүмәтебеҙ “Бөтәһе лә – балаларға!”, “Бөтә уңайлыҡтар – үҫеп килеүсе йәш быуынға” девизын эшмәкәрлектә ҡуллана. Дөрөҫөн әйткәндә, яҡшылыҡ күреп үҫкәндәр бер ҡасан да яҙыҡ юлға баҫмай, эргә-тирәһенә ярҙамсыл.