Күптән түгел Өфөгә Мәскәү халыҡ-ара мөнәсәбәттәр дәүләт институты лингвистика һәм мәҙәниәт-ара коммуникациялар факультетының инглиз теле кафедраһы профессоры Елена Поканинова килде, ҡунаҡ республикабыҙҙың мәғариф министры Гөлназ Шафиҡова менән осрашты.Һөйләшеү барышында бихисап уй-ниәттәр билдәләнде. Мәҫәлән, “Ирекмәндәр шәмбеһе” проектына ярашлы баш ҡалабыҙҙағы юғары уҡыу йортоноң ғалимдары мәктәп уҡыусылары, студенттар һәм педагогтар менән дәрестәр үткәрәсәк.
Елена Поканинова шулай уҡ М. Аҡмулла исемендәге Башҡорт дәүләт педагогия университетына ла сәфәр ҡылды. Һәр кемгә Мәскәү ғалимының лекцияһын тыңлау ҡыҙыҡлы булған, аҙаҡтан ул яҡташтарыбыҙҙың һорауҙарына яуап биргән.
Индира Хәйбуллинаның һүҙҙәренә ҡарағанда, әгәр ҙә быға тиклем ҡыйынһынған булһа, профессор менән осрашҡандан һуң, уның фән юлынан китергә тигән теләге икеләтә нығынған.