Башҡорт гимназияларын район үҙәктәрендә генә күреп өйрәнгәнбеҙ. Һәр береһенең тирә-яҡҡа йәм биреп ултырыуы ҡайһылай ҡыуаныс! Эргә-тирәнән йыйылған һәр ерҙә лә алдынғы ҡыҙ һәм малайҙарҙың татыу бер ғаиләне хасил итеүенә шулай уҡ нисек шатланмаҫҡа! Ниндәйҙер ауылда бындай белем усағының эшләүен йәки асылыуын күҙ алдына килтереп булмаған кеүек тойола ине. Баҡтиһәң, һис кенә лә улай түгел. Бар ундай данлы уҡыу йорто – Миәкә районының Илсеғол ауылындағы башҡорт гимназияһының эшмәкәрлеге менән уның директоры Резеда САДЫҠОВА таныштыра. – Бөгөн беҙ 108 уҡыусыға белем һәм тәрбиә биреү өсөн ҡулдан килгәндең барыһын да тормошҡа ашырабыҙ, – тип башланы һүҙен Резеда Рәшит ҡыҙы. – Булды шундай осор – ҡыҙ һәм малайҙар һаны быға ҡарағанда ике, хатта өс тапҡырға артығыраҡ та ине әле. Заман башҡа, заң башҡа, тиҙәр. Уның ҡарауы, һәр бала – иғтибар үҙәгендә, һәр береһе менән айырым шөғөлләнеү өсөн мөмкинлектәр шул тиклем ҙур.
Илсеғолдан тыш, бында тағы ла Нарыҫтау һәм Сергеевка ауылдарынан балалар йөрөп уҡый, аралары бигүк йыраҡ түгел, һәр кем төп эштәре – белем эстәүҙән тыш гимназия ғына түгел, ә йәмәғәт тормошондағы төрлө сараларҙың да уртаһында ҡайнай. Был мөғәллимдәр өсөн шатлыҡ, сөнки ауыл тормошо менән йәшәгәс, унда тауыҡ сүпләһә лә мәшәҡәттәр бөтөрлөк түгел. Балаларҙың эштәренән айырылып, бүтән сараларға ла ваҡыт табыуы – ыңғай күренеш.
XI класты биш уҡыусы тамамлаясаҡ. Форсаттан файҙаланып, оло тормош юлы алдында торған Гөлсөм Яхинаны телгә алырға теләйем. Һәр яҡлап та уңған ҡыҙ: уҡыуҙа ла һынатмай, йәмәғәт эштәрендә лә алғы сафта. Студент буласаҡмы, эш урынындамы тиһеңме, бер ҡасан да гимназия йөҙөнә ҡыҙыллыҡ килтермәйәсәгенә тулыһынса ышанам. Шулай уҡ унан кесерәктәр Миләүшә Арыҫланова (X класс), Илназ Илекәев (VIII класс), Ғәлиә Шәйәхмәтова (VII класс) – барыһына ла маяҡ. Ысынлап та шулай, беҙ, педагогтар, маяҡ һүҙен әйтергә һис кенә лә тартынмайбыҙ, уны йыш ҡулланабыҙ.
Индивидуаль ҡараштан айырмалы, төрлө түңәрәктәр эшен киң йәйелдерҙек. Хәйер, был эш электән шулай яҡшы ойошторолған, шуны уңышлы дауам итәбеҙ, күркәм традиция һаҡлана. Айырыуса фольклор түңәрәге һәм көрәш секцияһы тураһында кәлимә һүҙ. Малайҙарҙы бәләкәйҙән ысын ил һаҡсыһы итеп тәрбиәләү – төп маҡсаттарҙың береһе. Көрәште ҡалдырмағандар батыр булып буй еткерә, иптәштәренә иғтибарлы һәм ярҙамсыл, бәләкәстәрҙе ҡурсалайҙар. Егеттәребеҙҙең район кимәлендә уҙғарылған бәйгеләрҙә һынатмауы һөйөнөслө. “Илсеғолдар – беренсе!” тигән маҡтау һүҙен ишетеүгә ни етә!
Фольклор түңәрәге аша йәш быуындың күңеленә күркәм йолаларҙы һеңдерергә тырышабыҙ, бай ғөрөф-ғәҙәттәребеҙҙе өйрәтәбеҙ. Ә үткәндәрҙе белеп үҫкәндәр бүтән халыҡтарға яҡшы мөнәсәбәттә булыуына тамсы ла шигем юҡ. Тиккә генә фольклорҙы, йолаларҙы халыҡтың күңеленә тиңләмәйҙәр.
Ғөмүмән, ир-ат мәктәпкә эшкә килһен ине тигән теләк тә юҡ түгел. Беҙҙә иһә шулай уҡ ике генә мөғәллим – Ғәзинур Шәйәхмәтов – физкультура, хеҙмәт һәм йәшәйеш хәүефһеҙлеге нигеҙҙәрен, ә Рим Яхин физиканан уҡыта. Көслө заттың ғәҙеллек яҡлауын, объектив ҡарашлы булыуын беләм.
Илсеғолдоң данына тап төшөрмәҫкә, кимәлде юғары тоторға кәрәк. Ни өсөн тиһегеҙме? Был изге урынға, әүлиәләрҙең һуңғы төйәген күрергә теләүселәр бихисап. Ҡайһы тарафтарҙан ғына ағылмайҙар! Бигерәк тә йәй миҙгелендә ҡунаҡтар күбәйеп китә. Мең төрлө уйлы һәм фекерле заттар, шуға күрә лә ауылды тәртипкә килтереү һәм төҙөкләндереү эшендә әүҙем ҡатнашабыҙ. Әйткәндәй, “Илсеғол” ауыл хужалығы кооперативы етәксеһе Роман Жнейкин менән гимназия тығыҙ бәйләнеш булдырған.
Гимназиялы ауыл тигән статусты яҡларға өйрәндек, был беҙгә, педагогтарға, ҙур яуаплылыҡ өҫтәй. Бүтән ҡалаларҙағы, баш ҡалалағы гимназияларҙан ҡалышмайбыҙ, улар менән бер тигеҙ атларға ынтылабыҙ.