Чемпиондар мәктәптән тәрбиәләнә29.05.2018
Чемпиондар мәктәптән тәрбиәләнәЫсынлап та, бала ниндәйҙер уңышҡа өлгәшһен тиһәк, әҙерлекте мәктәп эскәмйәһенән башларға кәрәк, бигерәк тә спортта. Һуңғы йылдарҙа республикабыҙҙан сыҡҡан спортсылар, ил, Европа, донъя кимәлендә уңышлы сығыш яһап, Башҡортостандың данын тирә-яҡҡа тарата. Был иһә, һәр кем ошо ҡаҙаныштарҙы яулай ала, тигән миҫалда йәш быуынды тәрбиәләүгә булышлыҡ итә. Олимпия хәрәкәтен үҫтереү иһә – илебеҙ өсөн стратегик йүнәлештәрҙең береһе. Бөгөн уға ҡараған спорт төрҙәрен республика мәктәптәренә индереү мөһим.


– Беҙҙең 14-се спорт мәктәбе лә Олимпия спорт төрөнә ҡараған ирекле көрәшкә балаларҙы йәлеп итеүгә айырыуса иғтибар бирә. Ошо маҡсатта былтыр сентябрҙә Фатима Мостафина исемендәге 20-се Өфө ҡала башҡорт гимназияһында ирекле көрәш буйынса секция астыҡ. Башҡорттоң көрәшкә һәләте ҡандан килә, ә бына ирекле көрәш менән шөғөлләнгәндәр аҙ. Шуға ла милләттәштәрҙе был спорт төрөнә күберәк йәлеп итеп, Олимпия күгендә балҡыр йондоҙҙарҙы тәрбиәләүҙе лә күҙ уңында тотабыҙ, – ти спорт мәктәбе директоры, Башҡортостан Республикаһының Ирекле көрәш федерацияһы президенты, Рәсәйҙең атҡаҙанған тренеры Роберт Исмәғилов.
Балалар ирекле көрәш менән ҡыҫҡа ғына ваҡыт шөғөлләнһәләр ҙә, Өфө ҡалаһы һәм республика беренселегендә призлы урындар яулай. Уларҙы был спорт серҙәренә тренер, ирекле көрәш буйынса спорт мастеры Илсур Теләкәев өйрәтә.
Яңыраҡ гимназияла Өфө ҡалаһының Совет районы барлыҡҡа килеүенә 80 йыл тулыуы уңайынан асыҡ турнир үтте. Унда Өфөнөң төрлө мәктәптәренән, Пенза өлкәһенең Кузнецк ҡалаһынан йөҙгә яҡын бала ҡатнашты.
Көрәш келәменә баҫҡан балаларҙың сәмләнеп, ғәйрәтләнеп көрәшеүен күҙәткәндән һуң, уларҙан киләсәктә республикабыҙҙың данын арттырырҙай яңы быуын үҫеп сығасағына инандыҡ. Эйе, буласаҡ чемпиондарҙы мәктәптә үк тәрбиәләй башлайҙар. Шуға ла белем биреү учреждениеларының һәр береһендә Олимпия спорт төрҙәрен таратыу, балаларға шөғөлләнеүгә шарттар тыуҙырыу мөһим. Был сәләмәт быуын тәрбиәләүгә лә булышлыҡ итәсәк.


Вернуться назад