Мәктәпте тамамлаусылар өсөн яуаплы осор – имтихандар башланды. Быйыл төбәктә урта мәктәпте 18 меңдән ашыу уҡыусы тамамлай. Сығарылыш класс уҡыусылары уҡыу йорттарын һәм ниндәй фәндәр буйынса Берҙәм дәүләт имтихандарын биреү тураһында күптән инде хәл иткән. Һуңғы йылдарҙа республика мәктәптәрен уңышлы тамамлағандарҙың күпселеге Мәскәү, Санкт-Петербург кеүек ҙур ҡалаларҙағы уҡыу йорттарына юллана. Мәҫәлән, былтыр төбәк мәктәптәрен тамамлағандарҙың 65,5 проценты урындағы юғары уҡыу йорттарын һайлаған. Әммә Берҙәм дәүләт имтиханын 100 балға тапшырғандарҙың 66,2 проценты ситкә киткән, шул иҫәптән Мәскәүгә – 6,4, Санкт-Петербургка 5 процент. Йәғни иң шәп, аҡыллы, белемле йәштәребеҙҙең өстән ике өлөшө республика менән хушлашҡан. “Хушлашҡан” тимен, сөнки уларҙың күптәре уҡыуҙы тамамлағас, тыуған төйәгенә эшкә ҡайтыуы икеле. Тимәк, “аҡыллы баштар” ситкә тарала.
“Юғары уҡыу йорттарыбыҙ башҡа төбәктәрҙәгенән бер ҙә кәм түгел, бәлки, яҡшыраҡтыр ҙа”, – ти Башҡортостан дәүләт хеҙмәте һәм идара итеү академияһы етәксеһе Илгиз Ҡыҙырғолов.
Бәхәс юҡ. Эйе, беҙҙә юғары уҡыу йорттары яҡшы кадрҙар әҙерләй, спорт, ижад, йәмәғәт тормошонда ла үҙеңде асырға, күрһәтергә мөмкин. Шул уҡ ваҡытта хәл итәһе мәсьәләләр ҙә бар. Бөгөн балаларҙың сит төбәк, федераль вуздарҙы һайлауының төп сәбәптәренең береһе – бюджет урындарының әҙ булыуы. Башҡорт дәүләт университетының башҡорт филологияһы һәм факультеты деканы Риф Әхмәҙиев тә беҙҙең гәзиткә биргән әңгәмәһендә ошо мәсьәләне күтәрҙе. Йәштәргә уҡырға, киләсәккә юл ярырға кәрәк, ә бит күптәрҙең йылына 100 мең һум түләп уҡырға мөмкинлеге юҡ, шуға ла ҡайһы берәүҙәр ирекһеҙҙән сит тарафтарға юллана.
90-сы йылдарҙа республика үҙ иҫәбенә балаларҙы Мәскәү, Санкт-Петербургтағы билдәле юғары уҡыу йорттарына уҡытырға ебәрә ине. Советтар Союзы заманында хатта ябай колхоз һәм совхоздар белгестәр мәсьәләһен хәл итеү өсөн үҙҙәре стипендия түләп тә уҡыта.
Хәҙер иһә студенттарҙы нисек төбәктә ҡалдырыу өҫтөндә баш ваталар. Бәлки, элекке тәжрибәгә таянып, төбәк вуздарында уҡырға теләгән яҡшы уҡыусыларыбыҙҙы республикала ҡалдырыу маҡсатында урындағы ҡаҙна иҫәбенә түләп уҡытыу менән ылыҡтырырға кәрәктер. Шулай уҡ төбәк иҫәбенә белем алған студенттар менән айырым талаптар ҡуйылған килешеү төҙөү ҙә мотлаҡ. Ике яҡ араһында ҡул ҡуйылған документта студенттың республикала мотлаҡ эшләүе хаҡындағы яуаплылығы, төбәк хөкүмәтенең белгесте эш менән тәьмин итеү йөкләмәһен алыуы хаҡында аныҡ яҙылырға тейеш. Стипендия, матди ярҙам, торлаҡ мәсьәләһен дә хәл итергә кәрәк. Шунһыҙ иң шәп йәштәрҙе Башҡортостанда тотоп тороу мөмкин булмаясаҡ.
Бөгөн йәштәр бөтөнләй икенсе төрлө фекерләй. Уларҙы бер урында тыйып тотоу мөмкин түгел. Шулай уҡ һәр кемдең уңышҡа өлгәшкеһе, матур тормошта йәшәгеһе, фатирлы, машиналы булғыһы, лайыҡлы эш хаҡы алғыһы килә. Әгәр ҙә төбәктә ошо талаптарҙы ҡәнәғәтләндерерлек уңайлыҡтар, шарттар тыуҙырылмаһа, киләсәктә йәштәребеҙҙең ситкә китеүе дауам итәсәк. Бөгөн был беҙҙең республика өсөн генә түгел, тотош ил өсөн көнүҙәк мәсьәләгә әйләнде. Рәсәй ҙә шәп йәштәренән ҡолаҡ ҡаға.
Ил Президентының 15 майҙағы 215-се Указына ярашлы, илдә, белем алыу системаһын, кадрҙар әҙерләүҙе көйләү маҡсатында ике ведомство булдырылды: Мәғариф һәм Рәсәй Федерацияһының Фән һәм юғары белем министрлыҡтары.
Рәсәй Фәндәр академияһының вице-президенты Алексей Хохлов: “Фән һәм юғары белем министрлығы булдырыу Рәсәйҙә технологик ынтылышты тәьмин итеү өсөн мөһим”, – тип иҫәпләй. Был фәнгә яңы йәш кадрҙарҙың ағымын тәьмин итеү өсөн дә кәрәк. Яңы структура Рәсәй ғалимдарының хеҙмәттәрен ғәмәлдә ҡуллана алһын өсөн фән менән юғары технологиялы компанияларҙы берләштереүҙе күҙ уңында тота. Әгәр ҙә министрлыҡ ошо йәһәттән эште көйләй алһа, исмаһам, белемле, һәләтле йәштәрҙә ситкә китеү ынтылышы ла кәмер ине.