Быйыл башҡарыласаҡ эштәр29.05.2018
*Рәсәйҙең 16 төбәгендә социаль хеҙмәтләндереү объекттарын төҙөү һәм реконструкциялау күҙаллана. Һөҙөмтәлә 2018 – 2019 йылдарҙа йорт-интернаттарҙа урындар һаны 2 200-ҙән ашыуға артасаҡ.
*Дәүләт хеҙмәттәренең берҙәм порталына Рәсәй Пенсия фондының тағы ла туғыҙ, теркәлгән кешенең шәхси кабинетына өс дәүләт хеҙмәтен индереү планлаштырыла.
*“СНИЛС-онлайн” мотлаҡ пенсия страховкаһы системаһында граждандарҙы беренсел теркәү йәһәтенән ведомство-ара электрон бәйләнеш системаһы аша барлыҡ күп функциялы үҙәктәр менән мәғлүмәти бәйләнешкә, дәүләт хеҙмәттәрен экстерриториаль принцип буйынса күрһәтеүгә күсеү, граждандың бер ғаризаһы буйынса бер нисә дәүләт хеҙмәтен күрһәткәндә күп йүнәлешле үҙәк менән мәғлүмәти бәйләнеште ойоштороу ҡарала.
*Рәсәй Пенсия фондының барлыҡ территориаль органдарында сит илдәрҙә йәшәгән граждандарға пенсия тәғәйенләү һәм түләү буйынса программа-техник комплексын ғәмәлгә индереү күҙаллана.
*Инвалидтар реестрына мәғлүмәт тапшырыу­сылар исемлеген киңәйтеү һәм мәғлүмәттәр күләмен арттырыу, тематик форумдар ойоштороу, инвалидтарҙың федераль реестры менән социаль тәьминәттең берҙәм дәүләт мәғлүмәт системаһы интеграцияһы йәһәтенән шәхси кабинет функционалын үҫтереү планлаштырыла.


Вернуться назад