Пенсия һүҙлеген өйрәнегеҙ29.05.2018
Страховка пенсия күләмен ҡайтанан иҫәпләү – страховка пенсия күләменең үҙгәреүе. Рәсәй Пенсия фонды, эш биреүселәр эшләп йөрөгән пенсионерҙар өсөн күсергән страховка иғәнәләрен иғтибарға алып, ошондай граждандарҙың страховка пенсияһын йыл да ҡайтанан иҫәпләй.

Ғариза яҙмаһаң, пенсияны ҡайтанан иҫәпләп, элгәре йылға балдар һанын арттыралар. Был аҡсаға ҡартлыҡ, инвалидлыҡ буйынса һәм ҡараусыны юғалтыуға бәйле страховка пенсияһын алыусылар хоҡуҡлы. Ҡартлыҡ һәм инва­лидлыҡ буйынса страховка пенсияһын йыл һайын 1 августан тәғәйенләгәндә йәки ҡайтанан иҫәпләгәндә иғтибарға алынмаған страховка иғәнәләренән сығып арттыралар.
Ҡараусыны юғалтыуға бәйле пенсия иһә ул тәғәйенләнгәндән һуң килгән йылдың 1 авгусынан ҡайтанан иҫәпләнә. Билдәле бер хәл-шарттар йоғонто­һонда пенсия үҙгәрә икән, тейешле доку­менттарҙы тапшырған осраҡта, ғариза яҙып, уны ҡайтанан иҫәпләтергә мөмкин.


Вернуться назад