Хаҡлы ялға сыҡһаң да...29.05.2018
Хаҡлы ялға сыҡһаң да...Пенсия йәшенә еткән кешеләрҙең байтағы хеҙмәт эшмәкәрлеген туҡтатырға ашыҡмай. Уларҙың бер үк ваҡытта пенсия ла, эш хаҡы ла алыуы ғәмәлдәге Рәсәй Федерацияһы ҡануниәте регламентына ҡаршы килмәй. Әммә хаҡлы ялға сығып та эшләп йөрөгән кешенең ниндәй юридик хоҡуҡтары бар һуң? Был турала әлеге мәҡәләлә ентеклерәк һүҙ алып барайыҡ.

Илебеҙҙә эшләп йөрөгән пенсионерҙарҙың хоҡуҡтары һәм бурыстары Рәсәй Федерацияһының Хеҙмәт кодексы менән регламентлана. Ҡануниәткә ярашлы, пенсионерҙарҙың өс категорияһы бар:
*инвалидлыҡ буйынса;
*йәш буйынса;
*отставкалағы хәрбиҙәр.
Хеҙмәт эшмәкәрлеген ташламаған өлкәндәрҙең хоҡуҡтары:
*“Рәсәй Федерацияһында хеҙмәт пенсиялары тураһында”ғы Федераль закондың 18-се статьяһы нигеҙендә матди сикләүһеҙ пенсия аҡсаһын алыуға;
*һөнәри һәләтен юғалтмаған осраҡта үҙ теләге буйынса хеҙмәт эшмәкәрлеген дауам итеүгә;
*үҙ теләге буйынса эштән бушатылырға (РФ Хеҙмәт кодексының 80-се статьяһы);
*икенсе эшкә урынлашырға (РФ Хеҙмәт кодексының 3-сө статьяһы);
*тулы эш көнө эшләргә йәки ике эште бергә алып барырға;
*28 көнлөк йыллыҡ түләүле отпускыға;
*үҙ иҫәбеңә отпуск алырға;
*өҫтәмә һалым һәм социаль ташламаларға.
Эшләп йөрөгән өлкәндәр өсөн әллә ни мөһим сикләүҙәр юҡ, әммә түбәндәге өлкәләрҙә йәш буйынса сикләү бар:
*суд эштәре хеҙмәткәрҙәренә – 70 йәшкә тиклем;
*дәүләт һәм муниципаль юғары уҡыу йорттары ректорҙарына, проректорҙарына – 65 йәшкә тиклем;
*дәүләт хеҙмәткәрҙәренә – 65 йәшкә тиклем.
Башҡа өлкәләрҙә эш биреүсе пенсия йәшендәге кешене эшкә алыуҙан баш тартырға тейеш түгел.
Хеҙмәт кодексының 59-сы статьяһындағы 2-се өлөштөң өсөнсө абзацында билдәләнгән нормативҡа ярашлы, яҡтарҙың килешеүе буйынса эшләүсе пенсионер менән сроклы йәки срокһыҙ хеҙмәт договоры төҙөлөүе ихтимал. Сроклы договорҙың, хеҙмәткәрҙең сәләмәтлегенә йәки йәшенә ҡарамаҫтан, сикләнмәгән осорға оҙайтылыуы ла мөмкин. Тик был мәсьәлә отставкалағы хәрбиҙәргә генә ҡағылмай. Хәрби хеҙмәт пенсияһы алған кешеләр менән сроклы хеҙмәт договоры төҙөлмәй. Рәсәй ҡануниәтенә ярашлы, эшләп йөрөгән отставкалағы хәрбиҙәр менән срокһыҙ хеҙмәт договоры ғына төҙөү рөхсәт ителә.
Пенсия йәшенә етеү гражданды эштән бушатыуға сәбәп була алмай. Эшләгән пенсионерҙы аттестация йәки медицина тикшереүе нигеҙендә һөнәрен башҡара алмай тип танып ҡына икенсе урынға күсерергә мөмкин. Рәсәй Хеҙмәт кодексына ярашлы, түбәндәге осраҡтарҙа ғына хаҡлы ялдағы кешенең эштән бушатылыуы ихтимал:
*хеҙмәт договоры срогы тамамланһа;
*хеҙмәткәр менән эш биреүсенең уртаҡ ҡарары буйынса;
*хеҙмәткәрҙең юлламаһы нигеҙендә;
*эш биреүсенең теләгенә ярашлы (Хеҙмәт кодексының 71, 81-се статьяларында күрһәтелгән сәбәптәр буйынса);
*пенсионер договорҙа билдәләнгән хеҙмәт тәртибен боҙған осраҡта;
*хеҙмәткәр, медицина күрһәтмәһенә ярашлы, тәҡдим ителгән башҡа вазифаға күсеүҙән баш тартһа;
*хеҙмәткәргә лә, эш биреүсегә лә бәйле булмаған сәбәптәр арҡаһында.
Тағы ла шуны билдәләргә кәрәк: пенсионер етәкселеккә алдан хәбәр итмәйенсә һәм закон буйынса тейешле ике аҙнаны эшләп тормайынса эштән китергә хоҡуҡлы.
Эшен ташламаған хаҡлы ялдағылар өсөн социаль һәм медицина ташламалары төбәк кимәлендә билдәләнә. Бындай өҫтөнлөктәргә түбәндәгеләрҙе индерергә мөмкин:
*дәүләт иҫәбенә йылына өс тапҡыр тоталь медицина тикшереүе үтеү;
*яңы киҙеү штамдарынан вакцинация (60 йәштән);
*йәмәғәт транспортында бушлай йөрөү;
*коммуналь хеҙмәттәргә тарифтар буйынса ташламалар;
*балаларҙы мәктәпкә йәки баҡсаға сираттан тыш урынлаштырыу (эшләп йөрөгән инвалидлыҡ буйынса пенсионерҙар һәм отставкалағы хәрбиҙәр өсөн).
Төбәк кимәлендәге льготаларҙы эш урынында асыҡларға кәрәк.
Эш табырға теләгән пенсионерҙар өсөн хеҙмәт биржалары квалификацияны камиллаштырыу йәһәтенән түләүһеҙ курстар ойоштора. Бының өсөн йәшәгән урын буйынса мәшғүллек хеҙмәтендә теркәлергә кәрәк.
“Эш биреүсе пенсионерҙың хоҡуғын боҙһа, нимә эшләргә?” тигән һорау күптәрҙе борсойҙор. Рәсәйҙең ғәмәлдәге ҡануниәтенә ярашлы, хеҙмәт килешеүен боҙған өсөн гражданлыҡ-хоҡуҡи, административ, дисциплинар енәйәт яуаплылығына тарттырыу ҡарала. Яуаплылыҡ дәрәжәһе етәксе тарафынан хеҙмәткәргә килтерелгән зыян кимәле менән билдәләнә. Хаҡлы ялдағы кеше эш биреүсе уның хоҡуғын боҙа тип инанһа, Хеҙмәт инспекцияһына, Мировой судҡа, прокуратураға мөрәжәғәт итә ала.
Йәшәгән урын буйынса Хеҙмәт инспекцияһына эш биреүсенең вәкәләттәрен үҙ мәнфәғәтендә файҙаланыуы тураһында ғариза тапшырыла. Инспекция тикшереүселәр ебәрә һәм, етешһеҙлек асыҡланған осраҡта, мәсьәләне хәл итеү сараһы күрелә, ҡарар ҡабул ителә. Хеҙмәткәрҙең хоҡуғы боҙолһа, прокурор тикшереүен ойоштороуҙары ихтимал. Әммә иң һөҙөмтәле сара – судҡа мөрәжәғәт итеү.

Интернет мәғлүмәттәренән.


Вернуться назад