“Алтын тирмә”лә — сәхнәгә ғашиҡтар25.05.2018
“Алтын тирмә”лә — сәхнәгә ғашиҡтарУчалыла VI “Алтын тирмә” төбәк-ара милли театрҙар фестивале булды. Өс йылға бер ойошторолған сара иң яҡшы театр коллективтарын, уңышлы спектаклдәрҙе асыҡлауҙы маҡсат итеп ҡуя. Уның тап Учалы ерендә үткәрелеүе юҡҡа түгел. Бынан өс йыл элек Бәләбәйҙә райондың “Ҡорама” халыҡ театры, гран-при яулап, киләһе форум хужаһы булыу хоҡуғына лайыҡ булды. Ғөмүмән, Учалыла театр сәнғәтенә ғашиҡ кешеләр йәшәй. Бында ете коллективтың – халыҡ, бишәүһенең өлгөлө театр исемен йөрөтөүе күпте һөйләй.

“Алтын тирмә” фестивале киң танылыу алды. Унда Силәбе, Ырымбур өлкәләренән, Татарстан, Мари Иле Республикаһынан да ҡатнашалар. Был юлы егерме театр үҙ эшен тамашасы һәм абруйлы баһалама ағзалары хөкөмөнә сығарҙы.
Биш көн буйы халыҡ театр донъяһын гиҙҙе, һәр коллектив сығышын ихлас тәбрикләп тамаша ҡылды, яңы исемдәр асты, ябай ғына күренгән кешеләрҙең дә сәхнәлә профессиональ артистарҙан һис ҡалышмай уйнауына шаһит булды. Артистар милли драматургия менән бер рәттән рус һәм сит ил классик һәм заман авторҙары әҫәрҙәрен дә тәҡдим итте. Йыр-моң, бейеү, йор һүҙ менән үрелеп барған сығыштарҙа берҙәмлек, рух, илһам, ярыш сәме тантана итте. Тамашасы сәхнә геройҙары менән бергә “йәшәне”, бергә иланы, бергә шатланды.
“Алтын тирмә”лә — сәхнәгә ғашиҡтарҺәр сығыштан һуң сәнғәт тарихына исемдәре алтын хәрефтәр менән яҙыл­ған театр әһелдәре Әхтәм Абушах­манов, Хөрмәтулла Үтәшев, Мөсәлим Күлбаев, Тәнзилә Ҡалмырҙина, Анна Трифонованан торған баһалама комис­сияһы, режиссерҙарға аҡыллы кәңәш­тәрен, төплө фекерҙәрен еткереп, уларҙың эшенә объектив һәм ғәҙел баһа бирҙе.
— Был форум меңләгән учалылар өсөн сәнғәт, рух, ижад байрамына әй­лән­де. Артистарға, режиссерҙарға, ойош­тороусыларға яҡташтарым исе­менән ҙур рәхмәт белдерәм, артабан да ижади уңыштар, тамашасы һөйөүен теләйем. Һис шикһеҙ, фестиваль килә­сәктә тағы ҙурыраҡ киңлектәрҙә танылыр, — тип телмәр тотто йомғаҡлау тантанаһында Учалы районы хакимиәте башлығы Фәрит Дәүләтгәрәев.
— Фестиваль – байрам ғына түгел, ә тәү сиратта бер-берең менән аралашыу, тәжрибә уртаҡлашыу, дуҫлашыу майҙаны. Хәҙерге ҡатмарлы, рухи ҡиммәттәр икенсе планға күскән заманда театр кешеләрҙе берләштерә, тормош асылы тураһында уйланырға мәжбүр итә, тәрбиәләй, фәһем бирә. Коллективтарҙың сығышын ҡарағандан һуң, милли театрҙарҙың кимәле йылдан-йыл күтәрелә, тигән һығымтаға килдек, — тине Рәсәйҙең атҡаҙанған, Башҡортостандың халыҡ артисы, Салауат Юлаев исемендәге республика премияһы лауреаты Әхтәм Абушахманов.
Рәсәйҙең халыҡ артисы, Салауат Юлаев исемендәге республика пре­мияһы лауреаты Хөрмәтулла Үтәшев, Башҡортостандың атҡаҙанған сәнғәт эшмәкәре, М. Кәрим исемендәге Милли йәштәр театрының художество етәксеһе Мөсәлим Күлбаев, Башҡортостандың атҡаҙанған мәҙәниәт хеҙмәткәре, Республика халыҡ ижады үҙәгенең театр ижады буйынса баш белгесе Тәнзилә Ҡалмырҙина сығыштарында ла фестивалдә ҡатнашҡан милли театр коллективтарының һөҙөмтәле эше, режиссерҙарҙың тырышлығы юғары баһаланды.
Шулай ҙа һәр ярышта еңеүселәр билдәләнә. “Алтын тирмә” төбәк-ара милли театрҙар фестиваленең сират­тағы гран-прийын хаҡлы рәүештә Белорет ҡалаһының “Ирәмәл” халыҡ театры (режиссеры Гөлнара Ғилманова) яуланы. I дәрәжәләге дипломға Мишкә районының “У илыш” мари театры ла­йыҡ булды. Учалының “Уйташ”, Межгорье ҡалаһының “Ҡарлуғас”, Ғафури районының “Ғафури” театрҙары II дә­рәжәләге диплом менән бүләк­ләнде. Силәбе өлкәһе Ҡоншаҡ районының “Дуҫтар”, Татарстандың Аҡтаныш райо­нынан Киров халыҡ театры, Баймаҡтың “Талҡаҫ”, Дүрт­өйлөнөң З. Солтанов исемендәге театрҙары өсөнсө урынды бүлеште.
БДУ-ның “Осҡон” театрынан Алина Ғәлиева “Иң яҡшы ҡатын-ҡыҙ роле”, ә Силәбе өлкәһе Арғаяш районының “Һомай” театрынан Рамаҙан Сәләхов “Иң яҡшы ир-ат роле” өсөн махсус приз­дар менән билдәләнде.
Тантана аҙағында учалылар көслө алҡыштар аҫтында фестивалдең күсмә вымпелын белореттарға тапшырҙы. Өс йылдан “Алтын тирмә” йәнә яңы исемдәр асасаҡ.

Учалы районы.


Вернуться назад