Эштең рәхәтен күрергә яҙһын28.04.2012
Эштең рәхәтен күрергә яҙһынБөтә донъя хеҙмәтте һаҡлау көнө һис байрам да, тантана ла түгел. Илебеҙҙә 2003 йылдан алып билдәләнгән был дата — ҡайғы-хәсрәт һәм хәтер көнө ул. Һәр кем эштән имен-аман ҡайтып етһен, сирләмәһен, имгәнмәһен, һәләк булмаһын өсөн тағы ла ниҙәр эшләргә мөмкин? Хеҙмәтте һаҡлау буйынса иҫкәртеү эшен яҡшыртыуҙа тап ошо көн үҙенсәлекле әҙерлек һыҙығы булып тора ла инде.
Йөҙҙән ашыу илдә йыл һайын 28 апрелдә эш урынында һәләк булғандар иҫкә алына, хеҙмәт шарттарын яҡшыртыу буйынса ҡәтғи талаптар ҡуйыла, сөнки бер бәхетһеҙлек тә сәбәпһеҙ тыумай. Уйлап ҡарағыҙ, донъяла йыл һайын 2,2 миллион кеше эш урынында һәләк була, 270 миллион фажиғә осрағы, 160 миллиондан ашыу профессиональ сирле теркәлә. Рәсәйҙә лә социаль һәм иҡтисади юғалтыуҙарға килтереүсе хәлдәр йыш булып тора. Инвалидлыҡ һәм ҡараусыһын юғалтыу буйынса пособие алыусылар һанының ярты миллиондан ашыу тәшкил итеүе генә лә күп нәмә хаҡында һөйләй түгелме?
Лайыҡлы хеҙмәт хәүефһеҙ булырға тейеш. Әммә, ҡыҙғанысҡа ҡаршы, илдә һәр көн ун хеҙмәткәр эштән өйөнә ҡайтып етә алмай. Рәсәй Социаль страховка фондының Башҡортостан буйынса бүлексәһе мәғлүмәттәренә ҡарағанда, былтыр республикала 1173 кеше эштә бәләгә тарыған. 85 кеше һәләк булған, 219 эшсе ҡаты имгәнгән (2010 йыл менән сағыштырғанда бәхетһеҙлек осраҡтары артҡан). Сәбәбе лә сер түгел: эште тейешенсә ойоштора белмәү, юл хәрәкәте ҡағиҙәләрен тупаҫ боҙоу, технология процесын һанға һуҡмау, хеҙмәт дисциплинаһын үтәмәү.
Республика Хөкүмәтендә үткән хеҙмәтте һаҡлау буйынса ведомство-ара комиссия ултырышында былтырғы эш һөҙөмтәләренең ҡәнәғәтләнерлек булмауы билдәләнде. Ултырышты алып барыусы Хөкүмәт Премьер-министры урынбаҫары Ф. Ямалетдинов етештереү өлкәһендә һәләк булғандарҙың һаны артыу менән бергә хеҙмәт тәртибен боҙоу осраҡтарының аҙ асыҡланыуына дәғүә белдерҙе. Ни өсөн берлектә ойошторолған тикшереүҙәрҙең тәьҫирлеге түбән? Ни өсөн һәр ултырышта хеҙмәт шарттары насар булған бер үк предприятиелар тәнҡиткә алынһа ла, үҙгәреш юҡ? “Бына нисә йыл инде комиссияның эшендә алға китеш һиҙелмәй, аҡланырға, һылтау табырға өйрәнгәнбеҙ. Ә бит күҙәтеү органдарының ролен әле бер кем дә юҡҡа сығармаған. Ҡулланыу баҙарын ғына алайыҡ: һыуҙың, аҙыҡ-түлектең сифаты менән дә халыҡ риза түгел. Бөгөн дә сығыш яһаусыларҙың береһе лә хеҙмәт тәртибен тупаҫ боҙған эш биреүсе, предприятие хаҡында бер сағыу миҫал килтерә алманы...” — тип борсолоу белдерҙе Фидус Әғләм улы.
Санитария-гигиена талаптарына яуап бирмәгән эш урындарында 96,6 мең кеше хеҙмәт иткән. Ҡолаҡ ярғыс шау-шыулы, газлы һәм туҙанлы, вибрациялы, нурланышлы цех һәм предприятиеларҙа һаман да эш шарттарын яҡшыртыуға иғтибар юҡ. Бөгөн эшкәртеү, төҙөлөш, ауыл хужалығы, транспорт һәм элемтә ойошмалары кеше сәләмәтлеге өсөн иң хәүефле һанала. Былтыр 120 кешенең профессиональ сиргә дусар булыуы һәм ағыуланыуы асыҡланған.
Башҡортостан дәүләт хеҙмәт инспекцияһы етәксеһе урынбаҫары В. Гребенников эш биреүселәрҙең хеҙмәтте һаҡлау буйынса бурыстарына һалҡын ҡарауын, тейешле инструкция үткәрмәйенсә эшкә алыу, һаҡланыу саралары менән тәьмин итмәү осраҡтарын билдәләп, хеҙмәт хоҡуҡтарын тупаҫ боҙоуҙың нормаға әүерелеүен һыҙыҡ өҫтөнә алды. Ярҙам һорап мөрәжәғәт итеүселәрҙең дәғүәһе лә нигеҙҙә сәбәпһеҙ эштән бушатыуға, хеҙмәт хаҡын кәметеүгә, хеҙмәт килешеүен төҙөмәй эшкә алыуға ҡайтып ҡала. Үкенескә ҡаршы, күп кенә эш биреүселәр ҡул аҫтында эшләүсе хеҙмәткәренең именлеге, сәләмәтлеге тураһында яуаплылыҡ тоймай.
“Роспотребнадзор”ҙың Башҡортостан буйынса идаралығы етәксеһе Е. Степанов, Башҡортостан Профсоюздар федерацияһы рәйесе урынбаҫары В. Апокиндың сығыштарында хеҙмәт шарттарын яҡшыртыу буйынса талаптарҙы көсәйтеү, зарарлы етештереү объекттарын паспортлаштырыу, диспансерлаштырыу, комиссия эшенә күҙәтеү органдарынан тыш предприятие хеҙмәткәрҙәрен дә ылыҡтырыу мәсьәләләренә ҡағылды.
Динә АРЫҪЛАНОВА


Вернуться назад