Өфө ҡалаһында йәшәгән ҡәҙерле әсәйебеҙ Тәнзилә Заһиҙулла ҡыҙы Туҡаеваны 80 йәшлек юбилейы менән ысын күңелдән ҡотлайбыҙ һәм йөрәк түренән сыҡҡан иң изге теләктәребеҙҙе еткерәбеҙ!
Әсәй, донъялағы бөтә яҡшылыҡтарҙы йыйған оло йөрәгең, беҙгә ҡарата булған оло хәстәрлегең, фәһемле кәңәштәрең, ярҙамың өсөн һинең алдыңда башыбыҙҙы эйеп, сикһеҙ рәхмәтебеҙҙе белдерәбеҙ.
Һин булғанға донъябыҙ йәмле, йәнле, һинең фатихаң менән аҙымдарыбыҙ ышаныслы, бәхетебеҙ тулы, уйҙарыбыҙ яҡты. Ғаиләбеҙҙең татыулығы, берҙәмлеге һинең ныҡлы терәк-таяныс булыуҙан килә.
Хоҙай һине сәләмәтлектән, бәхеттән, күңел тыныслығынан айырмаһын. Фани донъяның рәхәтлектәрен күреп, һаулыҡҡа туйынып, шатлыҡ-ҡыуаныстарға төрөнөп, киләсәктә лә яҡындарыңдың күңел йылыһын тойоп, балаларыңдың изгелектәрен күреп, уларға терәк, кәңәшсе булып, оҙон, бәхетле ғүмер итеүеңде теләйбеҙ.
Күңелең һис ҡасан да борсолоу белмәһен, йөрәгеңдә дәрт-дарман һүрелмәһен, тормошоңдо сыуаҡ, яҡты көндәр генә биҙәһен!
Ҡояш нуры ерҙә балҡығандай,
Һин балҡыйһың беҙҙең күңелдә.
Тормошобоҙ һинең менән матур,
Беҙ бәхетле һинең яныңда.
Һинең тормош юлың – матур тарих,
Күптәр өсөн өлгө булырлыҡ.
Рәхмәт, тибеҙ һиңә ысын йөрәктән.
Һинең ғүмер – беҙгә ғорурлыҡ!
Оҙон-оҙаҡ йәшә һин ерҙә,
Яҡты нурҙар һибеп донъяға.
Беҙ бәхетле, әгәр эргәбеҙҙә
Һин иҫән-һау ғына булғанда.
Һиңә булған сикһеҙ рәхмәтебеҙ
Урын алһын йөрәк түрендә.
Шатлыҡ-ҡыуаныстар, сәләмәтлек
Юлдаш булһын ғүмер-ғүмергә.
Иң изге теләктәр менән ҡыҙҙарың Маргарита, Рәмзиә, Зөлфиә, кейәүҙәрең Шамил, Шамил, Александр, ейән-ейәнсәрҙәрең Әлиә, Илһам, Ләйсән, Юлия, бүләсәрҙәрең Нәркәс, Элина.