Ғаилә стратегик өҫтөнлөккә эйә. Шул уҡ ваҡытта ғаилә менән эшләүҙә ҡараштар үҙгәрә. Бөгөн төрлө ташламаларға һәм пособиеларға ҡарағанда социаль үҫеш институттары нығыраҡ талап ителә. Юҡ, был льготаларҙы бөтөрөргә тигәнде аңлатмай. Улар мотлаҡ һаҡланасаҡ. – Кешеләр лайыҡлы эшләй алһын, йәмәғәт тормошонда ҡатнашһын, үҙҙәренең кәрәклеген тойһон, файҙа килтерһен өсөн иҡтисади процестарға йәлеп итеү бурысын ҡуйырға кәрәк. Аҙ тәьмин ителгән ғаиләләрҙең үткәндә ҡалыуы зарур. Маҡсат – ғаиләләр етеш йәшәргә, балаларына лайыҡлы белем бирергә, һаулығын нығытыу мөмкинлегенә эйә булырға тейеш. Быға дәүләт кенә түгел, ә йәмәғәт институттары ла ынтылырға бурыслы. Шул ваҡытта ғына һөҙөмтәгә өлгәшергә мөмкин, – тине республика Башлығы Рөстәм Хәмитов II Республика ата-әсәләр форумының пленар ултырышында.
Конгресс-холда үткән мөһим сарала Федерация Советының фән, мәғариф һәм мәҙәниәт буйынса комитет рәйесенең беренсе урынбаҫары Лилиә Ғүмәрова, Башҡортостан Республикаһы Дәүләт Йыйылышы – Ҡоролтай депутаттары, дәүләт власы һәм урындағы үҙидара органдары, фән һәм мәғариф ойошмалары, район-ҡалаларҙан ата-әсәләр берләшмәһе вәкилдәре ҡатнашты.
Төбәктә иғлан ителгән Ғаилә йылына ярашлы, Рөстәм Зәки улы тәҡдиме менән үткәрелгән Ғаилә аҙнаһын тамамлап, форум мәғариф сәйәсәтен камиллаштырыуҙы, ата-әсәләрҙе әүҙемләштереүҙе маҡсат итеп ҡуйҙы. Атап әйткәндә, сарала балалар хоҡуғын яҡлау, кескәйҙәрҙе һәм үҫмерҙәрҙе борсоған мәсьәләләрҙе иҫкәртеү, социаль әһәмиәтле проекттарға йәмәғәтселекте йәлеп итеү, ғаиләләр менән эшләү тәжрибәһен уртаҡлашыуҙа дәүләт власы органдары һәм йәмәғәт ойошмалары көсөн туплау кеүек темалар ҡаралды. Форум делегаттары туғыҙ секцияға бүленеп, тәрбиә, белем биреү программаларын тормошҡа ашырыу, сәләмәт быуын тәрбиәләү, Интернетта балаларҙың медиа хәүефһеҙлеген тәьмин итеү, һөнәри йүнәлеш биреү буйынса фекер алышты.
Сарала Рөстәм Хәмитов республика, ил үҫешенә ҙур өлөш индергән, өлгөлө балалар тәрбиәләгән дүрт ғаиләгә “Ата-әсә ҡаһарманлығы” миҙалын тапшырҙы. Мәҫәлән, Әбйәлил районынан Ғәлиә Хәкимйән ҡыҙы менән Самат Ишбулат улы Зәйнуллиндар биш бала үҫтергән. Улдары Ринат хәрби бурысын үтәгәндә батырҙарса һәләк булып ҡалған, үлгәндән һуң “Батырлыҡ өсөн” ордены менән билдәләнгән. Фәүзиә Фәиз ҡыҙы менән Алик Мәүләүей улы Сәмиғуллиндар ике балаға ғүмер биргән, ҡыҙҙары Алина еңел атлетика буйынса Паралимпия уйындарында, Донъя һәм Европа чемпионаттарында еңеүҙәр яулаған. Был көндө билдәле биатлонсы, Олимпия уйындарының бронза призеры Максим Чудовтың ата-әсәһе Галина Ильинична менән Александр Николаевич та юғары баһа алып ҡыуанды. Өфөлә йәшәгән Галина Анатольевна менән Валерий Вениаминович Семеновтар 18 бала тәрбиәләй. Уларҙың өсәүһе үҙҙәренеке булһа, 15-ен опекунлыҡҡа алғандар. Балалар һынатмай, атай-әсәйҙәрен уңыштары менән ҡыуандырып тора.