Ауыл уңғандары23.05.2018
Ер кешеһе, ауыл эшсәне… Йылдың һәр миҙгелендә лә ал-ял белмәй ул. Тәбиғәт көйһөҙлөктәре, заман ҡаршылыҡтары менән көрәшә-көрәшә иген үҫтерә, мал үрсетә, аҙыҡ әҙерләй. Тыуған ергә ҡарата мөхәббәт, крәҫтиән хеҙмәтенә һөйөү тойғоһо юлындағы барлыҡ кәртәләрҙе йырып сығырға көс-ҡеүәт бирә төҫлө.
Билдәле булыуынса, 2030 йылға тиклем Рәсәйҙә иген етештереүҙе 130 миллион тоннаға еткереү бурысы ҡуйылды, был – илдә һәр кешегә яҡынса берәр тонна ашлыҡ тура килә тигән һүҙ. Аңлашылыуынса, быға беҙҙең республика ла үҙ өлөшөн лайыҡлы индерә.
Иген, һөт етештереү, йәшелсә, бәрәңге үҫтереү йәһәтенән һөҙөмтәләр ҡыуанырлыҡ. Ҡош ите әҙерләү йәһәтенән дә илдә алдынғы урынды биләйбеҙ. Балыҡсылыҡ, һарыҡсылыҡ, йылҡысылыҡ тармағы ла үҫешә. Республикала 2020 йылға тиклемге агросәнәғәт комплексын үҫтереүҙең стратегик планына ярашлы ауыл хужалығының һөҙөмтәлелеген арттырыуға, ситтән килтерелгән аҙыҡтарҙы үҙебеҙҙекенә алмаштырыуға, йәшелсә, емеш-еләкте, ҡош-ҡорт һәм дуңғыҙ итен, йомортҡаны етештереүгә етди иғтибар бирелә.
Крәҫтиән хеҙмәтенең һөҙөмтәһе уның тырышлығына ғына түгел, ә сит факторҙарға – тәбиғәт шарттарына ла бәйле. Шуныһы ҡыуаныслы: һуңғы йылдарҙа Хәйбулла, Баймаҡ райондары иген уңышы менән ҡыуандырҙы. Был халыҡтың ер эшенән төңөлмәүен йәнә бер ҡат раҫланы. Тимәк, һауа шарттары һәйбәт килгәндә ниндәйҙер һөҙөмтәгә өлгәшергә мөмкин. Йәнә был төбәктәрҙәге иген ҡаты сортлы булыуы менән ҡиммәт.
Баҫыуҙарҙа тракторҙар гөрләй. Тыуған яҡтарын һағынып ҡайтҡан ҡоштар моңо игенселәрҙе эшкә дәртләндерә. Бәрхәт кеүек йәйрәп ятҡан бәрәкәтле ер ҡуйынына һалынған орлоҡтар көҙөн мул уңыш биреп ҡыуандырыр.

Республика Башлығы Рөстәм Хәмитов:

“Былтыр ауыл хужалы­ғын­да хеҙмәт етештереү­сән­леге үҫте һәм бер эшсегә 1,4 миллион һум самаһына етте. Был насар һан түгел. Дөрөҫ, быға тәү сиратта эре предприятиелар проекты иҫәбенә өлгәшелде. Хәҙер агросәнәғәт ком­плек­сының дөйөм рентабеллелеген күтәреүгә маҡ­сат тотоу мөһим”.


Вернуться назад