“Беҙ – эшләп өйрәнгән халыҡ”23.05.2018
“Беҙ – эшләп өйрәнгән халыҡ”Өҫтәлдәй тип-тигеҙ баҫыу. Күп тә үтмәҫ, ошонда үҫкән ризыҡтарҙан өйҙәге өҫтәлдәр һығылыр. Ләкин быға тиклем ваҡыт арауығы ғына түгел, бәрәкәтле ергә сәселгән орлоҡтар крәҫтиән тире менән һуғарылырға тейеш. Уның артында иһә тырыш хеҙмәт, тәбиғәт көйһөҙлөгө, техниканың һынатмауы, башҡа бик күп көндәлек мәшәҡәттәр ята.


– Беҙ – эшләп өйрәнгән халыҡ, – ти район ауыл хужалығы идаралығының баш агрономы Әнүәр Лотфуллин. – Барлығы 77 мең 117 гектар һөрөнтө ер иҫәпләнеп, быйыл 47 мең 300 гектарында сәсергә тейешбеҙ. Ужым культуралары 11 мең 600 гектарҙы биләй. Орлоҡтар ҙа, ашламалар ҙа тейешенсә әҙерләнгән…
Беҙ булған “Роса” хужалығында ла эштәр көйлө бара. Ужым культуралары ашланған, кем әйтмешләй, сәсеүҙең нәҡ ҡыҙған мәле. Ҡышын ҡарҙың аҙ булыуы сәбәпле, ер ныҡ туңды, апрелдә өҙлөкһөҙ тиерлек яуған ҡарлы-боҙло ямғырҙар үҙенекен итте – башҡа йылдар менән сағыштырғанда сәсеү һуңланы. Уның ҡарауы, һыуыҡ май – өҫтәлдә карауай, тип юҡҡа әйтмәгәндәр. Быныһын баҫыуҙарҙа дым оҙағыраҡ һаҡланырына, ҡоротҡостарҙың артыҡ үрсей алмаҫына ишаралағандарҙыр. Һәр нәмәнең “плюс”, “минустар”ы була. Игенселәр иһә урталыҡты табып өйрәнгән.
Тәбиғәт көйһөҙлөгөнә нисек тә күнегеп, эште яйға һалып була. Әммә бына иҡтисади яҡҡа ҡарағанына, сәсеү, урып йыйыу эштәре еткәндә генә яғыулыҡҡа хаҡ артыуына өйрәнеүе ауыр. Ҡайһы районға барһаң да, шуға аптырай ер кешеһе. Нисек кенә булмаһын, субсидиялар, аҙ процентлы кредиттар хәлде бер аҙ еңеләйтә. Шунан һуң, бөгөнгө игенсе лә баҙар шарттарына яраҡлашып эшләргә өйрәнде. Игендән тыш, байтаҡ хужалыҡтар техник культураларға өҫтөнлөк бирә башлаған.
“Беҙ – эшләп өйрәнгән халыҡ”Тағы бер мөһим күренеште әйтке килә: һис сер түгел, дөйөм алғанда, ауыл хужалығында эшсе ҡулдар етешмәй. Был йәһәттән “Роса” яуаплылығы сикләнгән йәмғиәте етәксеһе Нәжип Хисамов һүҙҙәре менән әйтһәк, хәҙер шарттарҙы, талаптарҙы ойошмалар түгел, ә хеҙмәтсәндәр ҡуя торған ваҡыт. Нәжип Миңләхмәт улы 1998 йылдан бирле үҙаллы эшләгәс, быны хәҡиҡәт итеп алған. Хужалыҡтағы утыҙға яҡын кешенең һәр береһе менән ихлас аралаша, проблемаларын белә, тейешле эш хаҡынан тыш, матди, техника яғынан да хәл итергә тырыша. Үҙе лә тәжрибәле механизаторҙар Мөнир Кәримов, Фларит Исламов, Рауил Әбделғәниев, Илгиз Сафин, Сергей Чернов, Александр Чжендарҙың тырышлығынан ҡәнәғәт. Улар артынса килгән йәштәрҙән өс ағалы-ҡустылы Артур, Рәсим, Радим Зиннәтуллиндар ҙа һынатмай.
Нәжип Миңләхмәт улы Кушнаренко ауыл хужалығы техникумын тамамлап, агроном һөнәрен алған – ер эшенә береккән, һуңынан ситтән тороп юрист һөнәрен үҙләштергән кеше. Тимәк, белеме, кәңәштәре менән дә ярҙам итергә әҙер. Үҙе хужалығын уртаса тип иҫәпләһә лә, мең ярым гектарға яҡын ер бик аҙ ҙа түгел: 300 гектарын ужым бойҙайы, 400-өн арпа, тағы шунса уҡ майҙанды көнбағыш биләй. Башҡа культураларға ла урын етерлек.
“Роса” хужалығының көнбағыш сәскән баҫыуын артта ҡалдырып, “Башкирагроинвест” яуаплылығы сикләнгән йәмғиәте баҫыуҙарын үтәбеҙ. Үҙәге Шишмәлә булһа ла, Кушнаренко районында уларға 14 мең гектар ер ҡарай. Шуларҙың 2 мең 400 гектарын ужым культуралары биләһә, меңдән ашыуы парға ҡалдырылған, мең ярымға яҡын гектарына арпа, 600-өнә шәкәр сөгөлдөрө сәселгән. Бригадир, хәҙергесә атаһаҡ, менеджер Флорид Шәйбәков әйтеүенсә, егеттәр тырышып эшләй. Вадим менән Фидан Сафиндар, Руслан Сахабин, Валерий Спиридонов, Дамир Ғиләжетдиновтарҙың “тимер ат”тары туҡтауһыҙ баҫыу өҫтөндә. Эш сменалап ҡоролған. Ҡайнар аш ошонда уҡ килтерелә, техник ярҙам да һаҡта тора.
Ҡыҫҡаһы, район баҫыуҙары бөгөн ҡырмыҫҡа иләүен хәтерләтә – һәр кем үҙ эше менән мәшғүл. Яҙҙың бер көнө… Хәйер, уныһын һәр кем белә.

Кушнаренко районы.


Вернуться назад