Фэн-шуй23.05.2018
Фэн-шуйҺуңғы йылдарҙа халыҡ араһында ошо һүҙ йыш ишетелә. Йәшерен-батырын түгел: сәйер яңғырашлы был һүҙҙең нимә аңлатҡанын төшөнөп бөтмәгәндәр ҙә юҡ түгел арабыҙҙа.


Фэн-шуй — үҙенә күрә йәшәү рәүеше. Ул боронғо Ҡытайҙа килеп сыҡҡан. Уның буйынса өй энергия сығанағы тип һанала. Йәшәгән урыныбыҙҙа тәртип урынлаштыра алмайбыҙ икән, тимәк, энергия юғалтабыҙ тигән һүҙ.
Өйҙә тәртип булмауы сәләмәтлеккә лә кире тәьҫир итә тигән фекерҙә ғалимдар. Шкафтағы иҫке-моҫҡо әйберҙәр төрлө ауырыу килтереп сығарырға мөмкин.
Тап шуға ла бүлмәләрҙе гәзит-журналдан таҙартырға онотмайыҡ. Әлбиттә, ғаилә альбомдары, сувенирҙар ҡалырға тейеш. Йоҡо бүлмәһендәге карауат аҫтын сумаҙандар, йәшниктәр менән тултырмаҫҡа ҡуша фэн-шуй. Ул йоҡоно тынғыһыҙ итә. Килгән ҡунаҡтарҙы йоҡо бүлмәләренә индереп, тегенеһен-быныһын күрһәтмәү яҡшыраҡ, сөнки ул экскурсия урыны түгел.
Аш-һыу бүлмәһе, фэн-шуй буйынса, өйҙөң “йөрәге” һанала. Ҡытайҙар аш әҙерләү алдынан плитәне һәр ваҡыт һөртөргә ҡуша. Ғөмүмән, бында үҙҙәрен туйындырған йыһазға хөрмәт ҙур.
Ишек төбөндә лә йөрөргә ҡамасау­ларлыҡ әйбер булмаҫҡа тейеш. Алғы бүлмә тоҡ менән бәрәңге урыны түгел. Миҙгел үткән һайын аяҡ кейемдәренең кәрәкмәгәнен ала барабыҙ. Ишек төбөндә яҡты булырға тейеш. Ванна һәм бәҙрәфте символик биҙәктәр менән сыбарларға ярамай. Эш өҫтәлендә ижади тәртипһеҙлек, тип үҙебеҙҙе йыуатмайыҡ. Барыһы туҙышып ята икән, тимәк, күңелдә лә шулай йыйнаҡһыҙлыҡ хакимлыҡ итә. Шулай итеп, йортта кәрәкмәгән әйберҙәрҙән ҡотолоғоҙ, һәр нәмәнең урынын билдәләгеҙ, магазиндан арзан тауар, йәғни сүп-сар йыйыу ғәҙәтенән арынығыҙ.


Вернуться назад