Стәрлетамаҡ ҡалаһының ЗАГС бүлегендә быйыл донъяға килгән ике баланың ата-әсәһенә тантаналы рәүештә тыуыу тураһында таныҡлыҡтар тапшырылды. Әмир менән Ева быйыл меңенсе һәм мең дә беренсе бала булып теркәлде.– Үҙем, өс малай атаһы булараҡ, һеҙҙең шатлыҡты аңлайым һәм ҡотлайым. Сабыйҙарығыҙҙы әлеге һымаҡ йөҙөгөҙҙән йылмайыу юғалтмай ғына, илебеҙҙең ысын граждандары итеп тәрбиәләүегеҙҙе теләйем, – тип тәбрикләү һүҙҙәрен еткерҙе ҡала хакимиәте башлығы урынбаҫары Альберт Шәйхетдинов йәш ғаиләләргә.
Лилиә менән Альберт Аҡбашевтар 9 апрелдән алып ике ул тәрбиәләй. Артурҙың да ҡустыһы өсөн шатлығы сикһеҙ. “Бергәләп уйнарбыҙ, мин уны ҡурсалап ҡына йөрөтәсәкмен”, – ти малай. Ағайың булғас, шәп инде ул!
Ә бына 13 апрелдә донъяға тәүге ауазын яңғыратҡан Еваның хатта ике яҡлашыусыһы – Никита менән Олег исемле ағайҙары бар. Олеся һәм Александар Мальцевтарҙың күптән көтөп алынған ҡыҙҙары. Иң мөһиме – был сабыйҙарға һау-сәләмәт, ата-әсәһенең бәхете булып “дүрт күҙ араһында” ғына үҫеүҙәрен теләргә ҡала.
Меңенсе һәм мең дә беренсе “исем ҡағыҙы”… Тәү ҡарашҡа, ғәҙәти тапшырылған документтар тураһында һүҙ бара. Әммә, уйлана төшһәң, унда ҡала тормошо, уның киләсәге, ғөмүмән, демографик мәсьәлә ярылып ята. Ана шул йөҙөнсө, меңенсе, ун меңенсе булып тыуған, теркәлгән балаларыбыҙ – беҙҙең киләсәк тә инде.
Тик, урындағы ЗАГС бүлеге вәкилдәре белдереүенсә, үкенескә ҡаршы, һуңғы йылдарҙа тыуым кәмей, һәм был тенденция быйылғы тәүге кварталда ла күҙәтелә. Нисек кенә булмаһын, дәүләт тарафынан тыуҙырылған шарттарҙы файҙаланып, йәш ғаиләләр үҙҙәренең был донъялағы тәғәйенләнешен аңлап, хәл ыңғай яҡҡа үҙгәрер тигән өмөттә ҡалайыҡ. Бирһен Хоҙай, ата-әсәләр быйылмы, алдағы йылдамы ике меңенсе тыуыу тураһында таныҡлыҡты алырға килһен…
Стәрлетамаҡ ҡалаһы.