Халыҡ тарихы – ҡумыҙ моңонда23.05.2018
Халыҡ тарихы – ҡумыҙ моңондаБашҡорттар оҙон һәм ауыр тарих юлдарын йыр, ҡурай, ҡумыҙ менән бергә үткән. Ҡумыҙ – башҡорт халҡының быуындан быуынға тапшырылып, яҡшы һаҡланып ҡалған һәм бөгөн дә үҙенең абруйын һис тә юғалтмаған милли уйын ҡоралы. Шуға ла республикабыҙҙа ҡумыҙҙа уйнаусылар сәнғәтен үҫтереүгә, уны бар донъяға данлауға ҙур иғтибар бүленә. Милли кейемдәге башҡорт һылыуының йәки егетенең, ошо тылсымлы инструментты ҡулына алып, күңелде иретерлек матур көйҙәр сығарыуы йәнгә рәхәтлек, күңел тыныслығы бирә. 


Беҙ ҙә, “Балалар ижады үҙәге”, мөғжизәле Бөрйән ерендә ошо бәләкәс, ыҡсым ғына, әммә ғәжәп бай яңғырашлы милли уйын ҡоралы ҡумыҙҙа уйнау­сыларҙың данын арттырыуҙы, үҫтереүҙе маҡсат итеп ҡуйып, “Халыҡ тарихы – ҡумыҙ моңонда” тип исемләнгән зона-ара ҡумыҙсылар һәм өзләүселар бәйгеһе ойошторҙоҡ. 
Ҡумыҙ моңон һөйөүселәр өсөн үткә­релгән был бәйгегә республика­быҙҙың күренекле шәхесе – Башҡортостандың атҡаҙанған мәҙәниәт хеҙмәткәре һәм мәғариф отличнигы, Шәйехзада Бабич исемендәге республика дәүләт йәштәр премияһы лауреаты, виртуоз ҡумыҙсы Миңлеғәфүр Зәйнетдинов менән Бөрйән районының Яңы Монасип ауылында тыуып үҫеп, әлеге көндә Магнитогорск ҡалаһында йәшәүсе оҫта ҡумыҙсы, беҙ уйнаған ҡумыҙҙарҙы үҙ ҡулдары менән эшләүсе Рәмил Вәлиев саҡырылғайны. 
Халыҡ тарихы – ҡумыҙ моңондаБәйгелә Бөрйән, Әбйәлил, Белорет, Баймаҡ райондарынан бөтәһе 230 кеше көс һынашты, үҙ оҫталыҡтарын күрһәтте. Һайлап алыу туры тамам­ланғас, жюри ағзалары, еңеүселәрҙе билдәләп, уртаҡ фекергә килгәнсе, ҡунаҡтарға бай йөкмәткеле концерт күрһәтелде. Башҡа райондан килгән тамашасыларыбыҙ ҙа тамаша ҡылып ҡына ҡалмай, сәхнә түренә сығып, беҙгә йыр-бейеү бүләк итте, концертыбыҙҙы йәмләндерҙе. 
Ниһайәт, бәйгенең еңеүселәрен бил­дәләр мәл етте. Жюри ағзалары сәхнә түренә саҡырылғас, бәйгеселәребеҙҙең тулҡынланыуы бермә-бер артты. 18 йәш­кә тиклемге һәм 18 йәштән өлкән ансамблдәр Бөрйән районы хакимиә­тенең дипломдары һәм торттар менән бүләкләнде. Ә инде 1-се урынды яулаған ансамблдәр бәйгенең махсус торттарына лайыҡ булды. 
Артабан яңғыҙ уйнаусылар сәхнә түрен яуланы. Рәмил Вәлиев уларға үҙенең махсус бүләге – ҡумыҙҙарын бүләк итте. 
Ҡумыҙ моңон, башҡорт милли уйын ҡоралын киләсәк быуынға тапшырыуҙа ҙур өлөш индергән, нисәмә йыл ҡумыҙ моңонан айырылмаған иң оло һәм иң кесе ҡумыҙсыларыбыҙҙы билдәләү мәле барлыҡ бәйгеселәребеҙ өсөн оло ҡыуаныс булды. Уларға шулай уҡ иҫтәлекле бүләктәр менән Рәмил Вәлиев ҡумыҙҙар тапшырҙы. 

Венера МАНАПОВА, 
“Балалар ижады үҙәге” педагогы.


Вернуться назад