Башҡорт кинематографияһы һуңғы йылдарҙа ғына бик күп яңылыҡ кисерҙе тип әйтергә була: ҡыҫҡа һәм тулы метражлы фильмдар менән бер рәттән, үҫмерҙәр өсөн махсус төшөрөлгән сериал да зәңгәр экрандарға сыҡты. Эйе, һүҙ – “Тамыр” балалар телеканалы төшөргән “Бирешмә” сериалы хаҡында. Уны балалар, үҫмерҙәр генә түгел, оло йәштәгеләрҙең дә ихлас ҡарауы, сериялары күрһәтелеп бөткәс, “Дауамы буламы?” тигән һорауҙың йышлауы күп нәмә хаҡында һөйләй.Ваҡиғаларҙың үҙәгендә торған дүрт дуҫты уйнаусы Данир Ғимаҙиев, Гәлсәр Байғусҡарова, Хәйҙәр Вәлиев һәм Гөлгөнә Баһауетдиновалар ысын тормошта ла “Бирешмә” музыкаль төркөмөн төҙөп, сәхнәләрҙе яулай: үткән йыл аҙағында “Йәшлек-шоу” йыр-моң конкурсында I урынға лайыҡ булдылар, башҡорт эстрадаһы даими ойоштороп торған төрлө концерт-дискотекаларҙа әүҙем сығыш яһайҙар. “Тамыр” һәм ҡыҙҙар-егеттәр тоғро тамашасыһына тағы бер бүләк әҙерләне – “Башҡортостан” дәүләт концерт залында “Бирешмә”нең ҙур хәйриә концерты булды. Ошо сара, сериалды төшөрөү нескәлектәре һәм башҡалар хаҡында бик йылы мөхиттә һөйләшеү үтте. Сәй табынында башҡорт матбуғат баҫмалары хәбәрселәре, “Тамыр” телеканалы етәксеһе, “Бирешмә” проектының “әсәһе” Гөлназ Ҡолһарина һәм “Бирешмә” төркөмө үҙе ҡатнашты.
“Ҙур концертыбыҙҙың бәләкәй генә тарихы бар. Ғафури районынан 13 йәшлек Руслан исемле малай — “Бирешмә”нең бер серияһын да ҡалдырмай яратып ҡараған дуҫтарыбыҙҙың береһе. Ҡыҙғанысҡа ҡаршы, уның һаулыҡ мөмкинлеге сикләнгән: балалар церебраль фалижы менән сирләй. Уның менән аралаша торғас, хәйриә концерты ойоштороп, Русланға дауаланыуға аҡса йыйырға кәрәк тигән уй тыуҙы, ошо ниәт менән беҙҙең сериалдың сценарийы ысынбарлыҡта ла дауам ителде”, — тине Гөлназ Фәрит ҡыҙы. Ул шулай уҡ яңы осош алған “Бирешмә-профи” һөнәри-йүнәлеш биреү проектын да билдәләне: һәр сығышы айырым бер һөнәргә арналған тапшырыу аҙна һайын зәңгәр экрандарға сығып торасаҡ.
Һөнәр тураһында һүҙ сыҡҡас, күптәр Гәлсәр, Хәйҙәр, Гөлгөнә һәм Данирҙан: “Киләсәктә музыка юлын һайларға теләктәрегеҙ бармы-юҡмы?” — тип ҡыҙыҡһынды.
— Әлеге ваҡытта мин М. Аҡмулла исемендәге Башҡорт дәүләт педагогия университетында музыка уҡытыусыһы һөнәренә уҡып йөрөйөм. Киләсәктә ниндәй һөнәр һайлаһаҡ та, ул сәнғәткә бәйле булыр, тип уйлайбыҙ, бәләкәй саҡтан уның менән шөғөлләнгәс, беҙ сәнғәт донъяһында йәшәйбеҙ, тип әйтергә булалыр. – Был Гөлгөнә Баһауетдинованың яуабы булһа, Данир Ғимаҙиев быйыл 11-се класты тамамлағас, тормош юлын режиссер һөнәренә бағышларға уйлай. Гәлсәр Байғусҡарова ла киләсәктә үҙен сәнғәт эшмәкәре итеп күрә, шулай уҡ мәктәпте тамамлап, сәнғәт институтына уҡырға инергә хыяллана.
— Мин, Алла бирһә, Илдар Абдразаҡов кеүек, бөйөк опера йырсыһы булам, — тип өҙә һуға Хәйҙәр Вәлиев. Ул әлеге ваҡытта сәнғәт училищеһының дирижерлыҡ бүлегенең икенсе курсында белем ала икән.
— Сериалдағы һымаҡ музыка юлынан китеүегеҙгә атай-әсәйҙәрегеҙ ҡаршы түгелме? — тигән һорау яңғырай хәбәрселәрҙән.
— Юҡ, улар беҙҙе аңлай, ярҙам итергә тырыша, — тип берҙәм яуап бирә ҡыҙҙар һәм егеттәр.
“Сериалда төшөү уҡыуығыҙға ҡамасауламанымы?” тигән күптәрҙе ҡыҙыҡһындырған киләһе һорауға яуап биргәндә, бер ваҡиғаны иҫкә алып үтәләр:
— Һауа шарында осоу кадрҙарын төшөргән көн менән Гөлгөнәнең уҡырға инеү өсөн имтихан биреү мәле тап килде. Осош урынына таңғы биштәрҙә килеп етеп, алтынсы яртыларҙа һауаға күтәрелеп, ете-һигеҙҙәрҙә килеп төштөк, имтихандар башланыу ваҡыты иртәнге сәғәт туғыҙҙа ине.
— Үҙ-ара саф башҡортса ғына һөйләшергә, тигән маҡсат ҡуяһығыҙмы? Бар йәш быуын хәҙер һеҙгә ҡарай, һеҙҙән үрнәк ала, йондоҙҙар русса һөйләшә икән, улар ҙа һеҙҙән өлгө аласаҡ. Ошо турала үҙ-ара һөйләшеү булдымы? Был күберәк һорау ҙа түгел, ә теләк, — тип ҡыҙыҡһына Зөһрә Бураҡаева.
— Әлбиттә, булды ундай һөйләшеү. Үҙ-ара тик башҡортса һөйләшергә тигән теләк үҙебеҙҙә лә көслө, беҙ уны ғәмәлгә ашырырға тырышабыҙ.
— Вәғәҙә бирәһегеҙ инде, былай булғас, – тине “Аманат” балалар һәм үҫмерҙәр журналының баш мөхәррире Сәлмән Ярмуллин, — мәҫәлән, концерт алдынан үҙ-ара русса һөйләшеп тороуығыҙҙы күреп, “былар ҙа шулайтҡас, инде беҙгә ни ҡала”, ти башҡалар. Шуға күрә тормошта һәр ерҙә лә башҡортса һөйләшеп йөрөргә кәрәк.
Журналистарҙы шулай уҡ яңыраҡ тотош республика халҡын тетрәткән фажиғәле хәлгә (Стәрлетамаҡта ҡораллы үҫмер үҙенең класташтарын, уҡытыусыһын яралай, класс бүлмәһенә ут төртә) ҡыҙ һәм егеттәрҙең ҡарашы, ни уйлауҙары ҡыҙыҡһындырҙы. Тап үҫмерҙәр, йәштәр күҙлегенән ни әйтерҙәр?
— Минең уйлауымса, телефонды алып ырғытырға, Интернетты һүндерергә кәрәк. – Хәйҙәрҙең фекере бик киҫкен. — Ни өсөн улай? 90-сы йылдарҙа АҠШ-та ла оҡшаш хәл булды, йәштәштәре тарафынан ҡыйырһытылған, уҡытыусылары, ата-әсәйҙәре тарафынан иғтибар, һөйөү етмәгән ике үҫмер, мәктәпкә ҡоралланып килеп, бик күптәрҙең ғүмерен ҡыйҙы. Ошо енәйәттән үрнәк алғандыр ул үҫмер.
— Был хәлгә төрлө яҡтан да ҡарарға була. Минеңсә, был ғаиләнән килә: ата-әсәһе ниндәй тәрбиә бирә, шундай кешеләр формалаша, — был төплө фекер Гөлгөнәнеке.
— Үҙегеҙсә, йәштәр күҙлегенән ҡарап, сериалдағы теге йәки был ваҡиғалар ҡуйырышына киҫкенлек өҫтәр инегеҙме? — тигән һорау яңғырай.
— Теге йәки был осраҡтарҙа конфликтты көсәйтеү теләге уянғайны, ысынлап та, сөнки тормошта бит барыһы ла күпкә көслөрәк, ҡатыраҡ. Тағы ла һәр фильм-сериалда кире, яуыз персонаждар була, ә беҙҙә — юҡ. Бер яҡтан ҡараһаң, сериалыбыҙ тап ошоноһо менән дә тамашасыға үтә оҡшағандыр, сөнки ул шул тиклем яҡты хыялға ынтылыу тураһында. Унда бит яуызлыҡҡа урын юҡ. Был балалар өсөн тәрбиәлә лә роль уйнай, яҡты күңеллелеккә, дөрөҫлөккә әйҙәй.
— Киләсәктә күләмле фильмдарҙа төшөргә теләгегеҙ бармы? Мәҫәлән, йәш режиссер пәйҙә була һәм һеҙҙе үҙенең картинаһында төшөргә саҡыра. Мине, башҡорт кинематографияһының киләсәге үтә лә борсоған кеше булараҡ, тап ошо һорау ҡыҙыҡһындыра, сөнки йәш, амбициялы, һәләтле актерҙар ҡайҙа ла кәрәк.
— Эйе, әлбиттә! – тип ихлас яуаплай йәштәр. — Кино төшөрөү мәле – ул үҙе шундай ҡыҙыҡлы ваҡиға бит ул.
“Тормошта үҙ-ара мөнәсәбәттәрегеҙ нисек?” тигән һорауға “Туғандар бит инде беҙ” тип яуаплауҙары йылмайырға мәжбүр итте, ә башҡалар менән аралашыуҙа кешелекле булыуҙары, үҙҙәре әйтмешләй, “аламалыҡҡа юл ҡуймауҙары” һоҡландырҙы. Башҡалар менән аралашыу, тигәндән, сериалдың яҡын дуҫтары, заманса әйткәндә, фанаттары күп, был ҡыҙ һәм егеттәрҙе генә түгел, Гөлназ Фәрит ҡыҙын да ҡыуандыра:
— Үҫмерҙәр телевизор ҡарамай, тигәс, сериалды экрандарға сығарған ваҡытта әҙерәк ҡурҡытҡайны. Беҙ, ғөмүмән, БЮТ каналын ул хәтлем дәррәү ҡарайҙарҙыр, тип уйламай ҙа инек. Беренсе серия сыҡҡан мәлдә ниндәйҙер авария булып, бер нисә районда күрһәтелмәне. Баҡтиһәң, шул райондарҙа бөтөн мәктәптәре, интернаттары менән ҡарар өсөн йыйылышып көтөп ултырғандар. Социаль селтәрҙәр аша беҙгә хәбәр иткәстәре, үҙебеҙ шаҡ ҡаттыҡ, шул уҡ ваҡытта баш инженерҙар менән бәйләнешкә сығып, мәсьәләне хәл итергә тотондоҡ. Беренсе серияны күптәр күрә алмай ҡалһа ла, ошо хәлдән һуң бар телеүҙәк халҡы бер нәмәне аңланы: баҡһаң, “Бирешмә” сериалын бөтә Башҡортостан ҡарай. Артабан балаларға социаль селтәрҙәр аша яҙыуҙар башланды, йәштәр хатта төнгө ике-өстәргәсә хаттарға яуап яҙып ултыра торғайны. Ниндәй генә сараларға барһаҡ та, беҙҙе таныйҙар, фотоға төшөргә теләк белдерәләр. Эшебеҙҙең кешеләргә барып етеүе — үҙебеҙ өсөн бик һөйөнөслө хәл.
— Бер-беребеҙгә һөйөү хистәре барлығы ҡыҙыҡһындыра, беҙгә ҡарата үҙҙәренең дә хистәрен белдерәләр, — тип көлөшә “Бирешмә”ләр.
Быға бәйле Данир ҙа киләһе ваҡиғаны көлөп иҫкә ала:
— Төнгө сәғәт дүрт. Миңә иртәгәһенә мәктәпкә. Таныш түгел ҡыҙҙар шылтырата: “Данир, ни эшләйһең?” “Сәғәт дүрттә минме? Йүгереп йөрөйөм!..”
Тағы ла яратҡан шөғөлдәр, яратҡан китаптар һәм бик күп ҡыҙыҡлы темаларға һөйләшелде матбуғат сәйе табынында. Былар барыһы ла Гөлгөнәнең, Гәлсәрҙең, Хәйҙәрҙең һәм Данирҙың экрандарҙа ғына түгел, тормошта ла сая, ҡыйыу, алдынғы ҡарашлы, үҙ фекерҙәре булған, тырыш һәм зирәк йәштәр икәнен иҫбатланы. “Һеҙ өс йәштән алып халыҡҡа хеҙмәт итәһегеҙ”, — ти уларға Гөлназ Ҡолһарина. Ысынлап та, әле үҫеп еткән ҡыҙҙар һәм егеттәр ҡасан ғына әле “Тамыр”ҙы кескәй тауыштары менән йәмләп, төрлө тапшырыуҙа, балалар яратып ҡараған әкиәттәрҙә даими төшә торғайны. Хәҙер килеп, “Тамыр”ҙың ғына түгел, бар башҡорт халҡының уларға бағлаған өмөтө ҙур: тағы ла юғарыраҡ үрҙәргә үрләһендәр, осошта ҡанаттары талмаһын!