Һүрәттәрен тотоп, исемдәрен сигеп22.05.2018
Һүрәттәрен тотоп, исемдәрен сигепӨфө районының Булгаков ауылында урынлашҡан “Ете тажлы сәскә” балалар баҡсаһында ватансылыҡ рухында тәрбиәләү буйынса маҡсатлы эш алып барыла. Тыл һәм хеҙмәт ветерандары, республиканың билдәле шәхестәре менән осрашыуҙар, “Зарница” уйыны матур йолаға әйләнде. Ошо көндәрҙә үткәрелгән “Үлемһеҙ полк” сараһы үҫеп килгән быуында ил тарихына һәм халҡыбыҙға ҡыҙыҡһыныу уятыу, йәш ватандаштарыбыҙҙы илһөйәрлек рухында тәрбиәләү йәһәтенән асыҡ миҫал булып тора.

Был көндө тәрбиәләнеүселәр ҙур түҙемһеҙлек менән көттө. Кес­кәй­ҙәр физкультура дәрестәрендә сафта атларға өйрәнде. Өлкән төркөм тәрбиәләнеүселәре байраҡ алып сыҡты.
— Тарихтағы дәһшәтле һәм оҙайлы һуғыш тамамланыуға 73 йыл үтте. Йыл һайын Еңеү байрамын көтөп алабыҙ һәм тантаналы рәүештә үткәрәбеҙ. Бөгөн һеҙ ҡулығыҙға тыныслыҡ өсөн көрәш­кән олатай-өләсәйҙәрегеҙҙең һүрәттәрен тотҡанһығыҙ. Һәр берегеҙ шулай уҡ һуғышта ҡатнашҡан туғанының исемен ҡулъяулыҡҡа сикте. Был көн хәтерегеҙҙә ғүмерлеккә ҡалыр, тип ышанам, – тине “Ете тажлы сәскә” балалар баҡсаһы етәксеһе Юлиә Монастырева, тантананы асып.
Рәсәйҙең Милли гвардияһы һалдаттарының сығышын кескәй­ҙәр һоҡланыу, ҙур ҡыҙыҡһыныу менән ҡараны. Сараға ҡунаҡ­тарҙың килеүе мәртәбә өҫтәне. Өфө районы советы рәйесе Владимир Аристархов балалар баҡсаһында ошондай сара үткә­релеүенә һоҡланыуын белдерҙе:
— 1945 йыл беҙҙән алыҫайған һайын ата-бабаларыбыҙҙың ҡаһарманлығын нығыраҡ тоябыҙ. Тыныс тормош өсөн үҙҙәрен аямай һуғышҡан туғандарыбыҙҙың исемен иҫтән сығармайбыҙ.
Өфө район хакимиәте башлығы урынбаҫары Люцина Ризванова үҙенең сығышында ата-әсәләр, балалар һәм тәрбиәселәрҙең бергә эшләүен билдәләне. Булгаков ауыл хакимиәте башлығы Александр Мельников та байрам уңайынан кескәйҙәргә тәбрикләү һүҙҙәрен еткерҙе.
Байрам сараһына шулай уҡ бала саҡтары ауыр һуғыш йылдарына тура килгән олатай-өләсәйҙәр килгәйне. Балалар уларға сәскә һәм бүләктәр тапшырҙы.
Ниһайәт, тулҡынландырғыс минуттар етте. Әҙерләнергә команда бирелде. Майҙанға исемдәр сигел­гән хәтер туҡымаһы сығарылды. Балалар ҙур ғорурлыҡ менән үҙҙәренең ҡарт олатайҙарының портреттарын тотоп берҙәм атланы.
Кескәй булһалар ҙа, бындай сараның мөһимлеген аңлай балалар. “Беҙ үҙебеҙҙең ҡарт олатай­ҙарыбыҙ һәм өләсәйҙәребеҙ менән ғорурланабыҙ, уларҙың Ватанды һаҡлауын, ҡаһарманлыҡтарын һәр ваҡыт хәтерҙә тоторға тейешбеҙ”, – тине балалар баҡсаһында тәрбиәләнеүсе Әминә Ғәниева.
Байрам Бөйөк Ватан һуғы­шына арналған шиғырҙар йырҙар менән үрелеп барҙы һәм иҫтәлеккә фотоға төшөү, “Һәр ваҡыт булһын ҡояш” йыры менән тамамланды. Тыныс күккә йәйғор төҫөндәге шарҙар осоролдо.

Өфө районы.


Вернуться назад