Һимерәбеҙ!22.05.2018
Һимерәбеҙ!Илдә спорт менән шөғөлләнгән кешеләр йылдан-йыл артһа ла, ҡыҙғанысҡа ҡаршы, зифа буйлылар күбәймәй. Киреһенсә, һуңғы тикшеренеүҙәр Рәсәйҙә һимереүҙән яфаланғандар һанының ҙур тиҙлек менән арта барғанын күрһәтә.

Рәсәй Һаулыҡ һаҡлау министрлығы хәбәр итеүенсә, һуңғы биш йылда ошондай диагноз ҡуйылған кешеләрҙең иҫәбе 1,5 тапҡырға күбәйгән: 2011 йылда уларҙың һаны 856 500  булһа, 2016 йылда 1 245 600-гә еткән (үҫеш – 45,4 процент). Белгестәрҙә был һандар борсолоу тыуҙыра, сөнки кешеләрҙең артыҡ ауырлыҡтан яфаланыуы милләт сәләмәтлегенең шәптән түгел икәнлеген иҫбатлай.
Ведомство халыҡтың һаулығын хәстәрләү йәһәтенән төрлө саралар күрә, әлбиттә. Былтыр, мәҫәлән, заман талаптарына яуап биргән сәләмәт туҡланыу принциптары буйынса аҙыҡ-тү­лектең нормаһын билдәләгән тәҡдимдәр индерелгән. Матбуғат саралары аша колбаса һәм колбаса ризыҡтарын, чипсы, газлы һыу, фастфудты рекламалау ваҡытын кәметеү, аҙыҡтарҙы фай­ҙалылыҡ йәһәтенән маркировкалау һәм башҡалар ҙа – ошо иҫәптән.
Ҡыҙғанысҡа ҡаршы, статистика мәғлүмәттәре әлегә был сара­ларҙың файҙаһы юҡлығын күрһәтә: йыл һайын үткәрелә килгән диспансерлаштырыу һимереү диагнозының йышыраҡ ҡуйылыуын һөйләй.
Беренсе сиратта балалар артыҡ ауырлыҡтан яфалана. Был – Рәсәйгә генә хас түгел, ә донъяуи проблема. Мәҫәлән, күптән түгел Бөтә донъя һаулыҡ һаҡлау ойошмаһы балаларҙың һимереүе буйынса һуңғы 40 йылдағы мәғлүмәттәрҙе килтергән. Баҡһаң, 1975 йыл менән сағыштырғанда, бөгөн һимереүҙән яфаланған үҫмерҙәрҙең һаны 11 тапҡырға артығыраҡ! Әйткәндәй, был диагноз Ер йөҙөндә йәшәгән кешеләрҙең сәләмәтлегенә янаған төп ҡурҡыныстарҙың береһе тип иҫәпләнә, сөнки тап ошо сәбәп йөрәк-ҡан тамырҙары ауырыуҙары барлыҡҡа килеүгә, үҫешеүенә булышлыҡ итә. Ә Көньяҡ Калифорния универ­ситетының ғалимдары үткәргән тикшеренеүҙәрҙең һөҙөмтәләре буйынса, һимереүҙең йоғошло сиргә хас билдәләре лә бар.


Вернуться назад