Йәйен “Роспотребнадзор” аҙыҡ-түлекте файҙалылыҡ йәһәтенән светофор төҫтәре менән ирекле маркировкалау проектын тормошҡа ашыра башлаясаҡ. Шулай итеп, маркировкалағы йәшел, һары, ҡыҙыл төҫтәр буйынса ҡулланыусы аҙыҡ-түлек һатып алғанда аңлы һайлау яһаясаҡ, сәләмәт туҡланыу рационын булдырыу еңелләшәсәк. Үҙ сиратында, был илдә алиментар сирҙәрҙең (организмда теге йәки был матдәләрҙең етешмәүе йә иһә артыҡ булыуы) кәмеүенә килтерәсәк.
“Светофор” проекты буйынса, магазиндарҙа айырым кәштәләр ҡуйыласаҡ, ундағы тауарҙар, составындағы тоҙ, шәкәр, май миҡдарына ҡарап, светофор төҫтәре менән билдәләнәсәк. Әйткәндәй, был үҙенсәлекле проектҡа илебеҙҙең төрлө аҙыҡ-түлек етештергән эре компаниялары һәм сауҙа селтәрҙәре ҡушылырға әҙер.
Халыҡ фекеренә килгәндә, рәсәйҙәрҙең 80 проценты аҙыҡ-түлекте өс төҫ менән маркировкалауға риза.
Составында тоҙ, шәкәр һәм май аҙ булған продукттарҙы – йәшел, ә уртаса һәм юғары булғандарҙы һары һәм ҡыҙыл төҫ менән билдәләү башланғысын “Роспотребнадзор” тәҡдим иткән.
Тикшеренеүҙәр күрһәтеүенсә, 2017 йылдың аҙағына илебеҙ халҡының 43 проценты ғына был хаҡта хәбәрҙар булған, ә проект үҙенсәлеге менән танышҡандан һуң һорау алыныусыларҙың 14 проценты ҡаршы килгән. Яңылыҡ бигерәк тә ҡатын-ҡыҙҙарҙың һәм пенсионерҙарҙың күңеленә хуш килгән. Ирҙәрҙең иһә күбеһенә барыбер.
Яуап биреүселәрҙең 47 проценты был проекттың кешеләрҙең һаулығына ыңғай йоғонто яһауына ышана, 35 проценты бер нимә лә үҙгәрмәйәсәк тип иҫәпләй. Шул уҡ ваҡытта күптәр ялғандан ҡурҡа: етештереүселәрҙең маркировканы алдап ҡулланыу ихтималлығы хаҡында һорау алыныусыларҙың 76 проценты белдергән.
Әлегә продукттар тураһындағы билдәле мәғлүмәттәрҙән кешеләр, нигеҙҙә, яраҡлылыҡ ваҡытын ғына тикшерә (82 процент шулай тип яуап биргән). Продукт составы менән рәсәйҙәрҙең 45 проценты ҡыҙыҡһына, етештереүсеһе менән – 34 проценты.