Пластик ашайбыҙ, имеш22.05.2018
Пластик ашайбыҙ, имешЭдинбург университеты белгестәре билдәләүенсә, кеше һәр ашаған һайын йөҙгә яҡын микропластик өлөшсә лә йота икән. Йылына организмға яҡынса 68400 ошондай микроөлөшсә эләгә, был пластик сүстәрҙең һаулыҡ өсөн бик зыянлы икәнлеген әйтеп тораһы ла түгел.

Тикшереүселәр асыҡлауынса, ашарға яраҡһыҙ матдәләрҙең төп сығанағы булып йорт эсендәге көнкүреш приборҙары, мебель, тауарҙар тора. Микропластик өлөшсәләр уларҙан ватылып төшөп, һауаға эләгә, саң менән бергә һауыт-һабаға ҡуна.
Тәжрибә үткәреү маҡсатында, Шотландия ғалимдары кеше йәшәгән бүлмәләрҙә туҙан тоҙағы элеп, махсус һауыттар ҡуйған. 20 минут эсендә уларға 14 микропластик киҫәк эләккән: был 114 пластик сүсенә тиң.
Ғалимдар был йәһәттән диңгеҙ хайуандары – мидияларҙы ла тикшергән. Белеүебеҙсә, океандар ныҡ бысраныу сәбәпле, диңгеҙ хайуандары пластик ҡалдыҡтар менән туҡлана. Әммә тикшеренеүҙәр һөҙөмтәһендә мидияларҙа бер нисә генә бөртөк пластик сүс булыуы асыҡланған, тимәк, кешеләр күпкә хәүефлерәк мөхиттә йәшәй.
Шулай уҡ белгестәр Төньяҡ һәм Көньяҡ Америкала, Африкала, Азияла, Европала етештерелгән, эсәр һыу тултырылған 250 шешәне тикшергән. Асыҡланыуынса, һәр литр һыуҙа яҡынса 325 микропластик сүс бар. Баҡһаң, улар шешә ҡапҡасы яһалған полипропилен өлөшсәләре икән.


Вернуться назад