“Ҡулымда – һинең ҡулың”22.05.2018
“Ҡулымда – һинең ҡулың”Илдар Йосопов Инйәрҙә тыуып үҫә. Атаһы Рәүил ағай ғүмере буйы поезд машинисы булып хеҙмәт итә, әгәр ҙә ул үткән юлдарҙы ҡушып һанаһаң, Ер шарын бер нисә тапҡыр әйләнеп сығырға булыр ине, моғайын. Әсәһе Земфира апай штукатур-маляр булып эшләй. “Инйәр-2” биҫтәһендә урынлашҡан ике ҡатлы йорттарҙы, мәктәп, балалар баҡсаһы, клуб һәм башҡа биналарҙы төҙөүҙә уның да өлөшө бар. Бөгөн хаҡлы ялда булыуҙарына ҡарамаҫтан, һаман тынғыһыҙ Йосоповтарҙың донъя­лары яҡты, күркәм, малдары көр, үҫтергән йәшелсә-емештәре мул уңышлы.

Мәктәпте тик яҡшы билдәләргә тамамлаған Илдар ҡурсаулыҡта дәүләт инспекторы булып эшләй, һуңынан Башҡортостан дәүләт аграр университетының урман бүлегенә уҡырға инә. Һуңғы курстарҙа фән бүлегендә лаборант эшен дә алып бара. Диплом алғас, ғилми хеҙмәткәр, ә инде аспирантураны тамамлағандан һуң өлкән ғилми хеҙмәткәр итеп үрләтелә.
– Ҡурсаулыҡ эшенең бар нескәлектәрен белгән хеҙмәткәр ул беҙҙең Илдар. Шуға ла бер ҡыйынлыҡһыҙ биләмәләге һәр урынды күҙен йомоп та таба ала. Йылға-тау атамаларын ғына түгел, ете урмансылыҡтағы һәр ялан, тау, хатта бәләкәй генә йыл­ғаларҙың исемдәренең тарихын да белә, – ти уның тураһында коллегалары.
Илдар һуңғы йылдарҙа самолет моделдәре менән ҡыҙыҡһына. Яңыраҡ Өфө аэропорты үткәргән тест-конкурсты уңышлы үткәне өсөн, уны һауа портына экс­курсияға саҡыралар. Ҡыуанып, ҡанатланып ҡәнәғәтлек алып ҡайта ул. Илдар белмәгән бер генә модель дә юҡтыр: ниндәй двигатель, ҡеүәте күпме, нисә урынлы, ҡайҙа уйлап табылған, ҡайһы илдәргә оса – “ҡорос ҡоштар” тураһында әллә күпме мәғлүмәт белә ул.
Кәләше менән Илдар сираттағы иҫәп алыу ваҡытында таныша. Оксана Вәсләм ҡыҙы Белорет ҡалаһында тыуа, ун беренсе клас­ты Татлы-Ишле мәктәбендә тамамлағас, Бөрө социаль педагогия академияһына уҡырға инә.
Оксана бәләкәйҙән тәбиғәткә яҡын була, академия тамамлауға Көньяҡ Уралда үҫкән һәр үләндең русса һәм латинса атамаһын яттан белә. Әсәһе Людмила Шәрипйән ҡыҙы: “Ауыл тормошона күпме ылыҡтырып ҡараныҡ, әммә ҡыҙы­быҙ һәр ваҡыт фән тип йән атты”, – ти.
Оксана Белорет урман хужа­лығына инспектор булып эшкә урынлашып та ҡарай, “Йәш натуралистар” мәктәбен дә үҙ итмәй ул. Теләге ҡурсаулыҡта эшләү була. Шулай итеп, ниһайәт, бәхет йылмая, ҡыҙҙы ҡурсаулыҡҡа эшкә алалар. Хеҙмәтенең беренсе көнөндә үк уны Бәләкәй Ямантауҙа тәжрибә майҙансыҡтары урын­лашҡан дүрт участкаға ебәрәләр, тап шунда осрата ул киләсәк яҙмышы Илдарҙы. Ярты йылдан ашыу дуҫлашып йөрөгәндән һуң йәштәр өйләнешергә була. Яңы биҫтәлә ер бүлеме, бура һатып алып, йорт төҙөп, машина алып, гөрләтеп йәшәп китәләр.
Хәҙер инде ҡыҙҙары Эмилияға – биш йәш. Ул да хайуандар менән ҡыҙыҡһына, балалар баҡсаһына йөрөй. Ике яҡтан да беренсе, яратып, көтөп алған ейәнсәр ул. Оксана тәүҙә лаборант-эҙләнеүсе булып эшләй, Өфө ботаника институты аспирантураһына уҡырға ингәс, кесе ғилми хеҙмәткәр итеп үрләтелә. Силәбе өлкәһендә урынлашҡан “Зыяраткүл” милли паркында өлкән ғилми хеҙмәткәр эшенә лә өлгөрә ул.
“Пермь елбәгәйе” тигән үҫемлек буйынса фәнни эш алып барыуы уны Көньяҡ Уралда урынлашҡан бейек тауҙарға әйҙәй. Егерме биш бейеклекте үҙенә буйһондорған да инде. Фәнни эшен яҙып бөткәнсе Урта Уралды ла тикшереп сығырға уйлай. Бынан тыш, флористика, макраме, япмалар бәйләү, компьютерҙа ҡотлау открыткалары эшләү менән дә мауыға.
Буш ваҡыттарында Йосоповтар Өфө ҡалаһына кинотеатрҙарға йөрөй. Юл ыңғайы төҙөлөш материалдарын тейәп ҡайтып, өйҙәрен эстән-тыштан ипләүҙе дауам итәләр.
– Ниндәй хыялдар менән янаһығыҙ? – тип һорайым йәштәрҙән.
– Донъябыҙҙы еренә еткереп төҙөп бөткәс, сәйәхәт итеү, кандидатлыҡ диссертацияларын уңышлы яҡлап, ғилми баҫҡыстан күтәрелеү, – тине Йосоповтар.


Вернуться назад