Эш ниәткә бәйле28.04.2012
Күп кенә мәсеттәрҙә, сауҙа нөктәләрендә бетеү һаталар. Бетеү менән сауҙа итергә яраймы?
Бетеү һатыуҙы хуплау-хупламау мәсьәләһе ниәткә бәйле. Ниндәй ниәт менән һатаһың бит. Бөгөн бик матур яҙылған шамайылдар менән сауҙа итәләр. Уларҙы өйөнә элеп ҡуйған мосолман ҡәрҙәштәребеҙ ҙә аҙ түгел. Әгәр ҙә шамайылды был йортта мосолман кешеһе йәшәгәнлеген, Аллаһы Тәғәләне хөрмәт итеүҙәрен белдереү, шамайылды күргән һайын Аллаһыға зекер ҡылыу маҡсаты менән ҡуйһалар, шулай уҡ был ғәмәл балаларҙы иманлы итеп тәрбиәләүҙә йоғонтоло ысул, йәғни әсбап булып торһа — гонаһ булмаҫ. Бетеүҙе лә шул ниәт менән һатҡанда, иншаллаһ, гонаһ булмаҫ.
Бетеү тағып йөрөүсе кешеләр ярамаған ергә: мунса, бәҙрәф һәм башҡа урынға бетеүен һалмайынса инә. Улар был ғәмәлдәре менән Аллаһының ләғнәтен ала. Бетеүҙе яҡшы ниәт, эстетик маҡсат менән таҡҡан осраҡта ла, был ғәмәлдең талабы ҙур: уның менән пак, таҙа ерҙә генә йөрөү фарыз.


Вернуться назад