Беҙ булдырабыҙ!22.05.2018
Беҙ булдырабыҙ!Тәү ҡарауға ябай ғына тойолһа ла, секретарь эше – яуаплы, теүәллек, йыйнаҡлыҡ талап иткән хеҙмәттәрҙең береһе. Предприятие, учреждениеларҙың уңышлы эшләүе уларҙың да тырышлығына бәйле. Ҡурсаулыҡта ошо мөһим бурысты бына инде 17 йыл Регина Заһирова башҡара.

Регинаның әсәһе Рәшиҙә апай – ғүмерен медицина менән бәйләгән кеше. Оҙаҡ йылдар дауаханала, фельдшер-акушер пункттарында эшләп, әле хаҡлы ялда. Атаһы Марат ағай поезд машинисы була. Ҡыҙғанысҡа ҡаршы, 54 йәшендә генә вафат була. Уны баҫалҡы, кешеләргә ярҙамсыл, йомшаҡ күңелле, ғәҙел кеше ине тип иҫләй Регина.
– Мин бала саҡта кондитер булырға хыялландым, тик ниңәлер атайым ҡырҡа ҡаршы төштө. Мәктәпте тамамлағас, уның кәңәше буйынса металлургия техникумына уҡырға индем, – ти ул.
Бының менән генә сикләнмәй тырыш хеҙмәткәр, 2008 йылда иҡтисад һәм хоҡуҡ институтын да тамамлай.
– Һөнәрем бик оҡшай, башҡа урында үҙемде күҙ алдына ла килтерә алмайым, ҡағыҙ менән эшләргә айырыуса яратам, – ти ул.
Буш ваҡытында Регина үҙе уйлап тапҡан рецепт өлгөләре буйынса бешеренергә ярата, әҙәби китаптар, журналдар уҡый, тәҙрә төптәрендә ул үҫтергән гөлдәр күҙҙең яуын алып ултыра.
Ире Алмас менән дә ҡурсаулыҡта танышалар. Алмас Лапышты урман хужалығында эшләп йөрөгән була. Ул Татлы ҡалаһында ғаиләлә баш бала булып донъяға килгән. Атаһы Зинаф Ильяс улы тирә-яҡта алтын ҡуллы балта оҫтаһы булараҡ дан алған, әле хаҡлы ялда булыуына ҡарамаҫтан, мәктәптә эшләүен дауам итә. Әсәһе Флүрә Ғәбит ҡыҙы – икмәк бешереүсе, әле хаҡлы ялда.
Регина һәм Алмас Заһировтар ғаиләһендә ике бала үҫә. Алина –VIII, улдары Дамир I класта уҡый. Күптән түгел ғаилә үҙ көсө менән өр-яңы йорт һалып инде. Алмас тәүҙә урман техникумының ландшафт дизайны бүлеген тамамлай. Йорт тирәһен дә заманса итеп төҙөклән­дерергә күҙаллай Заһировтар. Бынан тыш, ғаилә башлығы буш ваҡытында мебель дә эшләй. Күптән түгел аграр университетының урман бүлеген тамамлап, ҡулына диплом да алған.
Балаларын да эшкә өйрәтеп, үҙҙәре кеүек егәрле, маҡсатлы итеп тәрбиәләргә тырыша Заһировтар.


Вернуться назад