Никахтар күктә ярала22.05.2018
Никахтар күктә яралаАзат Әлибаев Инйәр ауылында ғаиләлә өсөнсө бала булып донъяға килә. Атаһы Фәнүр Хажиғәле улы 1994 йылдан алып Көньяҡ Урал ҡурсаулығын етәкләй. Әсәһе Флүрә апай ҡурсаулыҡтың экология бүлегендә методист булып эшләп, хаҡлы ялға сыға. Әлиә һәм Әлфиә апайҙарының береһе – бухгалтер, икенсеһе табип булып эшләп, ғаилә ҡороп, балалар үҫтерәләр.

Азат, былтыр БДУ-ның биология факультетында магистратура бөтөрөп, ҡурсаулыҡта ғилми хеҙмәткәр булып эш башлай.
– Бала сағымдан тәбиғәтте яраттым, күңелем менән гел урманға тартыла инем. Бигерәк тә ҡурсаулыҡта үткән экологик слетта ҡатнашыу был һөнәрҙе һайлауға этәргес булды, – ти ул.
Университеттың III курсында уҡығанда, яңы ғына студент булып йөрөгән ҡыҙҙарҙың көнкүреш мәсьәләһен хәл итергә ярҙам иткәндә буласаҡ кәләше Айгөл менән таныша. Дүрт ҡыҙ һыуытҡысты бүлмәгә нисек индерергә белмәй торғанда, Азат менән иптәше коридорҙан үтеп барған була һәм, әлбиттә, джентльменлыҡ күрһәтәләр. Ҡыҙҙар, рәхмәт йөҙөнән, егеттәрҙе сәйгә саҡыра. Шул осорҙан бөгөнгә тиклем Азат менән Айгөл бергә.
Айгөл – Әбйәлил районының Таштимер ауылы ҡыҙы. Атаһы Марат Үзбәк улы ауылда колхоз бөтөрөлгәндән бирле Магнитогорск ҡалаһында “Металлург-Магнитогорск” ойошмаһында эшләй. Әсәһе Айгүзәл Хәләф ҡыҙы сирек быуат башланғыс кластарҙы уҡыта. һеңлеһе Ләйсән икенселә уҡып йөрөй. Ихата тултырып мал аҫрап, йәшелсә-емеш үҫтереп, тырышып йәшәй Миғмановтар ғаиләһе. Айгөл Белорет лицей-интернатын уңышлы тамамлағандан һуң БДУ-ның биология факультетының биотехнология бүлегенә уҡырға инә. Былтыр дипломын ҡулға алғас, Азаттың тәҡдимен кире ҡаҡмай, көҙөн гөрләтеп туй яһап, ғаилә ҡороп ебәрәләр. Ул да ҡурсаулыҡтың фәнни бүлегенә эшкә урынлаша. Бөгөн иһә ситтән тороп магистратурала уҡыуын дауам итә. Йәш ғаилә Азаттың атаһы һала башлаған күркәм йортто бөтөрөп, төҙөкләндереп йөрөй. Һыу, газ үткәрелгән дә инде.
Йәштәр дуҫтары менән берлектә тәбиғәттә ял итергә ярата, йәйәүле походтарға ла даими рәүештә йөрөй. Башҡортос­таныбыҙҙың күркәм йылғалары буйлап кәмәләрҙә йөҙөп үтеү хыялдары. Айгөл спорт менән шөғөлләнә, бәйләм бәйләргә, аш-һыуға оҫта. Азат киләсәктә аспирантураға уҡырға инеп, ғилми дәрәжәгә өлгәшеү маҡсаты менән йәшәй.
Тормош һынауҙарын ҡулға-ҡул тотоношоп, лайыҡлы үтегеҙ. Бар хыялдарығыҙ, ҡуйған маҡсаттарығыҙ бойомға ашһын, тип теләге килә яңы ғына ғаилә ҡорған йәштәргә.


Вернуться назад