Лилиә менән Тимур Ғәлиастановтарҙың ғаиләһе лә 2012 йылда барлыҡҡа килә. Лилиә – Яңауыл районы ҡыҙы. Әсәһе ғүмере буйы балалар баҡсаһында тәрбиәсе булып эшләй. Атаһы яҡты донъянан бик иртә китә, яңғыҙына ике баланы аяҡҡа баҫтырыу ауырға төшһә лә, уларға лайыҡлы тәрбиә биреүгә, юғары белемле итеүгә бар көсөн һала. Лилиә мәктәптә яҡшы уҡый, имтихандарҙа тик юғары балдар ала. Авиация институтының иҡтисад бүлегенә уҡырға инеп, уны уңышлы тамамлай. Шунда уҡып йөрөгәнендә әхирәте уны тыуған көнөнә саҡыра, тап ошонда таныша ла инде буласаҡ тормош иптәше менән. Тимур Башҡорт дәүләт педагогия университетының информатика факультетында уҡып йөрөгән була. Бер-береһен тәү күреүҙән оҡшата йәштәр, байтаҡ ваҡыт дуҫлашып йөрөйҙәр. Ҡулдарына диплом алыу менән, гөрләтеп туй үткәрәләр.
Йәш ғаилә Инйәрҙә егеттең ата-әсәһе янында төпләнергә ҡарар итә. Әлбиттә, һәр ғаиләнең үҙ мөйөшө, үҙ ҡыйығы булырға тейеш. Шуға күрә, бар тырышлыҡтарын һалып, баш ҡалала төҙөлөп ятҡан йорттан фатир алыу өсөн ипотека түләй Ғәлиастановтар. Бөгөн Тимур – ҡурсаулыҡта экология буйынса белгес, ә Лилиә – бухгалтер. Әйткәндәй, Тимур программист һөнәрен дә үҙләштергән, заман технологияһын бик яҡшы белә.
Мөхәббәттәренең тәүге емеше – Динияр исемле малай үҫеп килә, уға биш йәш. Йәштәр спорт, туризмды үҙ итәләр, күмәкләп Өфөлә уҙғарылған хоккей, футбол матчтарына йөрөү йәш ғаиләнең традицияһына әүерелгән. Быйыл йәй Рәсәйҙә үтәсәк футбол буйынса донъя чемпионатының Һамар ҡалаһында уҙғарыласаҡ матчына ла барып ҡайтырға план ҡорған Ғәлиастановтар.
Ә иң ҙур хыялдары – үҙ ерҙәрендә күркәм йорт төҙөп, ихатаһын заманса ландшафт дизайны менән биҙәү һәм, әлбиттә, сит илдәр буйлап сәйәхәт итеү.
Тимурҙың атаһы Вәкил Сәлимгәрәй улы ла оҙаҡ йылдар ҡурсаулыҡта эшләй, урманды һаҡлау бүлеген етәкләй ул. Юғары белемле, үҙ эшен биш бармағы кеүек яҡшы белгән абруйлы хеҙмәткәрҙе бар коллектив хөрмәт итә. Ҡатыны Рәйлә Ҡырҙас ҡыҙы сығышы менән Әлшәй районынан, оҙаҡ йылдар Инйәрҙең 2-се мәктәбенең интернатында тәрбиәсе булып эшләй, балаларға икенсе әсәй ролен башҡара. Рәйлә менән Вәкил Ғәлиастановтар өс егеткә ғүмер биреп, һәр береһенә юғары белем алырға ярҙам итеп, оло юлға баҫтырған. Бөгөн өс ейәндәрен һөйөп ҡыуаналар.
– Ҡайны-ҡәйнә менән бергә тороу ауыр түгелме? – тип һорайым Лилиәнән.
– Юҡ, бер-беребеҙҙе аңлап, килешеп йәшәйбеҙ. Ололарҙың кәңәше, ярҙамы, аҡыллы һүҙе бала тәрбиәләгәндә лә бик кәрәк, – тип яуап бирҙе ул.