* * *
Өлкән йәштәге уҡытыусы кис һуң ғына мәктәптән ҡайтып килә. Ҡаршыһына әзмәүерҙәй бер ир килеп сыға ла:
— Сәғәтеңде бир! — тип бойора.
— Сәғәтемде бирмәйем, — ти уҡытыусы. — Ә класс етәкселеген әйҙә рәхәтләнеп ал!
* * *
Тикшереүсе бандиттан һорау ала:
— Һин шкатулканы ватып асҡанһың. Ә ҡарсыҡты ниңә үлтерҙең? Ул тома һуҡыр һәм бер ни ҙә ишетмәй ҙә баһа. Һин бит был турала белгәнһең!
— Ә шкатулка тышына: “Минең үлемемдән һуң ғына асырға”, тип яҙылғайны бит!
* * *
Самолет аварияға юлыға һәм кеше ашаусылар ҡәбиләһе йәшәгән урманға барып төшә. Ҡырағайҙарҙың балалары башта самолеттан пилотты тартып сығара.
— Атай, быны иртән ашарбыҙ, йәме? — ти улар.
— Ярай.
Икенсе пилотты тартып сығаралар.
— Атай, быныһын төш ашарбыҙ!
— Ярай.
Шунан сибәр стюардессаны тартып сығаралар.
— Атай, быныһын кис ашарбыҙ, йәме?
— Юҡ, кисен әсәйегеҙҙе ашаясаҡбыҙ!
* * *
Уҡытыусы уҡыусылар менән таныша:
— Айҙар, һинең атайың кем булып эшләй?
— Банкир.
— Әйҙә, беренсе партаға күсеп ултыр.
— Айрат, ә һинең атайың ҡайҙа?
— Ул ҙур ғына фирманың генераль директоры.
— Һин дә беренсе партаға ултыр. Ә һинең, Марат, атайың ҡайҙа эшлә?
— Һалым полицияһында.
— Тәк, һеҙ икегеҙ ҙә икенсе партаға күсеп ултырығыҙ! Ә һин, Марат — беренсегә. Әйт әле, атайың полицияла нимә эшләй?
— Уныһын белмәйем, эшкә кисә генә өйҙән алып киттеләр.
Т. МУЛЛАНУРОВ.