Серле утрауҙа18.05.2018
“Бөтә Рәсәй китапханалар төнө” акцияһына Мөхәммәтша Буранғолов исемендәге 1-се ҡала китапханаһы ла әүҙем ҡушылды. “Серле китап утрауында” тип аталған ижади өлөш үҙенсәлекле бер серлелек менән асылды. Тарих төпкөлөндә Ваҡыт һәм Хәтер төшөнсәләренең рухи бәхәсе аша әҙәбиәт өлкәһенең ниндәй генә жанр аша халыҡ күңеленә инеүен, унда тәрән мәғәнә һалып, үҙ тауышыңды заман ауазы аша еткерә алаһың икән, тимәк, халыҡсанлыҡ офоҡтарына юл һалына.
Ижадсы менән уҡыусының араһында ғәжәп серле ептәр һуҙыла. Шаҡтай ауыр ҙа, талапсан да булып һаналған сатира һәм юмор өлкәһендә ҡәләменең ҡөҙрәтле көсөн тойған сатирик, билдәле журналист, “Башҡортостан” гәзите хеҙмәткәре Венер Исхаҡовтың китапхана төнө сараһында “Өй эйәһе” тигән китабы менән беҙҙең китап һөйөүселәр, һәүәҫкәр ижадсылар араһында сығыш яһауы үҙе бер байрам булды.
Йәшәйешебеҙҙең ҡанундары боҙолған күренештәрҙе элеп алып, ҡәләм йәбенә һалып, ҡыҫҡа ғына уймаҡ хикәйәләр, скетчтар аша тәрбиәүи тылсым менән йәмғиәтебеҙҙең йөҙөн аса алған авторҙың әҫәрҙәрен айырыуса мәҙәниәт хеҙмәткәрҙәре әүҙем күтәреп алды. Аптраҡ ауылы мәҙәниәт йорто янында эшләп килгән “Аҫылташ” фольклор төркөмө ағзалары “Яңы йыл төнөндә”, Ҡаран ауылы мәҙәниәт йортоноң һәүәҫкәрҙәре “Ҡот ҡойоу”, ә беҙҙең китапханабыҙ хеҙмәткәрҙәре “Фәғиләнең бер эш көнө” юмористик хикәйәләрен сәхнәләштергәйне. Аптраҡ ауылы мәҙәниәт йортоноң художество етәксеһе Суфия Халиҡова үҙ ҡыуанысын ихлас күңелдән йәшермәй: “Сәхнә әҫәрҙәре өсөн ҡытлыҡ кисергән һәр бер дәүер хеҙмәткәрҙәре өсөн дә ҡулланырлыҡ әҙәбиәт булыуы, китаптың киләсәктә лә уҡымлы буласағына иманым камил”, – тип әйтеүе йыйынтыҡҡа ыңғай баһа булды.
Китапхана төнөндә шулай уҡ урыҫ классигы, донъя әҙәбиәтенә ҙур өлөш индергән Иван Тургеневтың тыуыуына 200 йыл тулыу айҡанлы “Һаман да уның хаҡында...” тигән әҙәби-музыкаль монтаж авторҙың йәшлегендә Полина Виардоға булған һөйөүе һәм дә ошо һөйөү хистәрен һөйгәненә бағышлауы күрһәтелде. Ҡалабыҙҙың 4-се дөйөм белем биреү мәктәбенең информатика уҡытыусыһы Риф Маннановтың яҙыусының образын кәүҙәләндереүе саҡырылған ҡунаҡтарға ижади тәьҫир яһамай ҡалманы. Кисә барышында китапхана төнөнә арналған слайд презентациялары менән Нәзимә Исхаҡова ла үҙенең ижади оҫталығын күрһәтте.
Китапхана төнө йыр-моң аша үрелеп барҙы. Һәүәҫкәр рәссам, композитор Фәнил Яманаев башҡарыуында йырҙар, оҫта баянсы Салауат Иҫәнғолов уйнауында популяр көйҙәр теҙмәләре, бараһының да күңеленә хуш килде. Китапханабыҙ хеҙмәтен даими ҡулланған ижади парҙар Сергей менән Дамира Клименколарһыҙ сараларыбыҙҙы күҙ алдына килтереп булмай. Был йәһәттән уларҙың сығыш яһауы, байрамдың уртаһында булыуы – икеләтә яҡшы күренеш.
Ҡаран ауылы мәҙәниәт йорто мөдире Гөлсәсәк Солтанғолова, “Баланҡай” кафеһы ашнаҡсыһы Гөлнара Сураҡова, Мәләүез индустриаль колледжының башҡорт теле һәм әҙәбиәте уҡытыусыһы Гөлсәсәк Әмирхановаларҙың йырлы-моңло сәләмдәре кисәбеҙҙең “Асыҡ микрофон” шиғри салонына үҙ шаршауын асты. Шиғриәт һөйөүселәр Таһир Вәлиев, Резеда Миңлеғолова, шағирә Нәйлә Әйүпова, Рәфҡәт Айытҡолдар яҙ кисенә шиғри һулыш бирҙе. Шулай уҡ Коми Республикаһының Сыктывкар ҡалаһының С. Маршак исемендәге милли балалар китапханаһы үткәргән Бөтә донъя шиғриәт көнөнә арналған II төбәк-ара Кесе поэтик марафонда ҡатнашҡан “Илһам шишмәләре” әҙәби түңәрәгенең йәш ағзаһы, Мәләүез ҡалаһының 1-се гимназияһының VIII класс уҡыусыһы Сыңғыҙ Әмировты бүләкләү тантанаһын Венер Исхаҡов атҡарҙы.
Китапхана төнө акцияһы саҡырылған ҡунаҡтар менән сәй табыны янында рухи аралашыу менән дауам итте.
Мәләүез ҡалаһы.