“Был һүҙҙәрем асыш түгел, Быны һәр кем дә белә...”18.05.2018
***

“Был һүҙҙәрем асыш түгел,  Быны һәр кем дә белә...”Йылғалар хәҙер һайыҡты,
Күктәр шундай тәпәш.
Аҡһаҡаллы ҡарттары ла
Сабый менән йәштәш.

Бөркөттәр ҙә, йыландар ҙа
Ерҙә генә шыуа.
Хатта Гулливерҙарҙан да
Лилипуттар тыуа.

Тәхеттәр ҙә кесерәйҙе
Һәм бәләкәй тажы.
Үҙ башына үлсәп ҡарай
Уны һәр бер таҙы.

Ер шары ла усҡа һыйыр, –
Тәтәй ҡурсаҡ ҡына.
...Тик үҫкәндән-үҫә бара
Бары ҡорһаҡ ҡына...

АЛАДДИН ШӘМЕ

Теләктәреңде үтәрмен,
Һин әйт кенә, йәме!
Минең күкрәгемдә ята
Аладдин шәме.

Бар теләгең ҡабул булыр,
Мин – ҡолоң һинең!
Йөрәкте асып сығарҙың
Мөхәббәт енен...

***
...Әллә нишләне лә ҡуйҙы, –
Ара тора боҙолоп.
Бөгәрләнеп кенә ята
Ҡуйынымда боҙ булып.

Йыуатып һүҙ әйткән булам,
Ҡарайым инәлеп тә...
Әллә нишләне лә ҡуйҙы, –
Килмәгәс килмәй ипкә.

Һөйләшмәй бына нисә көн,
Йылмаймай нисәмә ай.
Ни ҡылырға ла белмәйем
Артабан барһа былай.

Әллә... ғашиҡ булды микән?..
Ташларғамы самалай?..
Уйламаған уй ҡалманы,
Баш ҡатты инде, малай.

Тағы күпме ғазаплар ул,
Йөрәкте күпме һығыр?..
Әллә нишләне лә ҡуйҙы...
Ни булды һиңә, Шиғыр?

ҠӘҘЕРЛЕ КЕШЕ

Минән ҡәҙерле кеше юҡ,
Китерлек иҫең!
Күпме халыҡ башын вата
Тик минең өсөн (!).
Ҡайҙан беләләр хәлемде –
Ултыр ҙа ила...
Һәр бер әйткән һүҙҙәренән
Күңелем тула.

Иҫәпләйҙәр эш хаҡымды:
“Әҙ!” – тип көйәләр.
Хатта талашып китәләр,
Өҫтәл төйәләр...

Тыңлай-тыңлай, үҙ-үҙемде
Ҡуям йәлләп тә:
Мин йәшәргә тейеш икән
Күптән йәннәттә!

Төшөмдә түгел был хәлдәр,
Бара өнөмдә.
Иң ҡәҙерле кешемен мин
Һайлау көнөндә...

***
...Борондан ата-бабалар
Эшләгән башын эйеп:
“Матур тормошто, исмаһам,
Балалар күрер”, – тиеп.

Ғүмер буйы килә шулай,
Үҙгәрмәй донъя хәле.
Эшләйбеҙ: “Беҙҙең балалар
Матур йәшәрҙәр әле...”

***
Хоҙай алдында тигеҙбеҙ,
Бер кемгә айырма юҡ.
Батшаға ла шул бер ҡояш,
Көтөүсегә лә шул уҡ.

Бер үк Йыһан, бер Ер шары,
Бер үк һыу, бер үк һауа.
Бер үк ҡоштар моңон түгә,
Бер үк ямғырҙар яуа...

Был һүҙҙәрем асыш түгел,
Быны һәр кем дә белә.
Тик көтөүсе булғы килмәй,
Батша булаһы килә...


Вернуться назад