Интернетта – Ғаиләне ҙурлаған ярыш18.05.2018
Интернетта – Ғаиләне ҙурлаған ярышҒаиләһенә иҫерткес эсемлектәр индермәгән, ҡунаҡ һәм байрамдарҙы айыҡ үткәргән, милли рухлы, балаларын туған телендә тәрбиәләгән өлгөлө ғаиләләрҙе конкурста ҡатнашырға саҡырабыҙ! Үҙҙәре ҡушылырға ҡыймаһа, туғандары һәм дуҫтары тәҡдим итә ала!

Конкурстың шарттары:
1. Күркәм ғаиләнең фотоһын йәки видеоһын ҡуйып, тормоштары тураһында ҡыҫҡа текст яҙырға.
2. Комментарийҙар, лайктар, репостар йыйырға.
3. Ҡатнашыусылар хаҡында бары тик “Башҡорт ҡатын-ҡыҙы” төркөмөндә ошо пост аҫтында яҙырға.
Еңеүселәргә милли орнаментлы матур бүләктәр тапшырыласаҡ: ғаилә башлы­ғына – галстук, ғаилә тотҡаһына – селтәр! Уларҙы алтын ҡуллы, оҫта тегенселәр Әлфиә һәм Гөлфиә Хамматовалар тәҡдим итә! Был игеҙәк һылыуҙар милли костюмдар, сәхнә күлдәктәре, селтәр-түшелде­ректәр, башлыҡ-шарфтар тегеү менән шөғөлләнә. Min-zifa тип аталған ойошмала­рының һылтанмаһы: https://vk.com/min_zifa Керегеҙ! Күрегеҙ! Заказдар бирегеҙ!
Милләтебеҙҙең күрһәткесе, киләсәге булырҙай айыҡ ғаиләләрҙе һәм халҡыбыҙ­ҙы үҫтереүгә мул өлөш индергән егәрле, рухлы эшҡыуарҙарыбыҙҙы бергәләп ҡеүәтләйек! Репостарығыҙҙы йәлләмәгеҙ, тип өндәшә төркөм хужалары!


Вернуться назад