"Ну и что?"28.04.2012
"Ну и что?"Юмореска
Элегерәк, совет осоронда булған был хәл. Фермала эшләүсе бер малсы сусҡа балаһы урлаған. Быны һиҙеп ҡалғандар. Ҡылған эше буйынса судҡа документ әҙерләгәндәр. Был кеше нисек тә ҡотолоу әмәлен эҙләй башлай. Кемдең төрмәлә ултырғыһы килһен инде? Дуҫтары-таныштары менән кәңәшләшә башлай.
— Һин берәй таныш прокурор менән һөйләш. Закон менән эш итеүсе кәңәш бирһә, бер һүҙһеҙ ҡотолоп ҡалырһың, — ти бер дуҫы. — Улар ҡотолоу юлын да өйрәтә белә.
Ҡатыны яғынан саҡ ҡына таныш булған прокурорға килә был. Хәлде тәфсирләп һөйләп бирә:
— Нисек тә ҡотолоп ҡалырға ине. Минең дә берәр файҙам тейер ине, — ти.
Прокурор:
— Ярай, мин һиңә ҡотолоу юлын өйрәтәм, тик бер шартым бар: судта аҡланғас, миңә лә бер-ике сусҡа балаһы табып бирерһең, — ти.
Килешәләр. Прокурор:
— Судта: “Һин бит колхоз фермаһынан сусҡа балаһы урлағанһың, ғәйебең ҙур, һине төрмә көтә”, тип һөйләй башлау менән бер ҙә иҫең китмәй генә: “Ну и что?” — тип яуап бир. Икенсе һорауҙарына: “Ну вот еще?” — тип яуапла. Бына шул ике һүҙҙе ниндәй генә һорау бирһәләр ҙә, ҡабатла ла ҡабатла. Башҡа бер нәмә әйтмә.
Суд көнө лә килеп етә:
— Фәлән Фәләнов, һеҙ бит ферманан сусҡа балаһы урлағанһығыҙ?
Хөкөм ителеүсе, тауышын үҙгәртеп, нескә тауыш менән:
— Ну и что? — ти.
Судья:
— Һеҙҙең менән бында шаярып ултырмайҙар, енәйәт эшең буйынса һине төрмә көтә, — ти.
Ғәйепләнеүсе тауышын ҡалынайтып:
— Ну вот еще, — ти.
Ниндәй генә һорау бирһәләр ҙә, шул һүҙҙәрҙе ҡабатлай ҙа тора. Бер аҙҙан суд хөкөм ҡарары сығарырға икенсе бүлмәгә йүнәлә. Судья:
— Быны, иптәштәр, һеҙ нисек уйлайһығыҙҙыр, хөкөм иттең ни ҙә, итмәнең ни! Уның өсөн барыбер. Был бит тегеләйерәк, — ти.
Залға сығып, судья ғәйепләнеүсене азат иткәс, тегеһе шатланып йүгерә-атлай ҡайтып бара. Шул саҡ ҡаршыһына кәңәш биргән прокурор килеп сыға:
— Т-ә-ә-әк, минең кәңәш буйынса ҡотолдоң бит инде.
Ғәйепләнеүсе:
— Ну и что? — ти.
Прокурор:
— Теге сусҡа балаһын ҡасан килтерерһең икән? — тип һорай.
Ғәйепләнеүсе, үсекләгән һымаҡ:
— Ну вот еще? — тип яуап бирә лә юлын дауам итә.
Мулланур ТИМЕРӘЕВ.
Дүртөйлө ҡалаһы.


Вернуться назад