“Ирәндек айыуы”н күрергә теләйһегеҙме?18.05.2018
“Ирәндек айыуы”н күрергә теләйһегеҙме?Иртәгә – Музейҙар төнө. Быйыл акция Ғаилә йылы уңайынан уҙғарыла. Был кистә 100-ҙән ашыу музей һәм галерея үҙ ишектәрен аса. Барыһы 500-ҙән ашыу яңы күргәҙмә һәм ғәҙәти булмаған сара тәҡдим ителә. Ә бына Башҡортостандың Милли музейында был төндә тәү тапҡыр тәбиғәттең ғәжәп бүләге – “Ирәндек айыуы”н күрһәтергә йыйыналар. Мәғлүм булыуынса, хәтерләткән алтынды 1992 йылда “Баймаҡ” совхозы механизаторы Ирәндек тауҙарының көнсығыш армытында табып ала. Тракторсы самородокты һабаны менән аҡтарып сығара. Ике аҙна тирәһе ул уны үҙе менән йөрөтә, һуңынан табышты участка милиционеры күреп ҡалып, алтынды дәүләткә тапшыра. Самородок БР Милли музейында һаҡлана. Ул Башҡортостандың ете мөғжизәһе исемлегенә ингән.


Вернуться назад