1998 йылдан үткәрелә башлаған сараның нисәнсегә ойошторолоуын аныҡ ҡына белмәһәк тә, ул һәр саҡ тулҡынландырғыс, матур ваҡиғаларҙың береһе булып күңелдәрҙә ҡала. Бигерәк тә был ошо сараның төп геройҙарына – донъя тотҡаһы булған гүзәл заттарға, “Әсәлек даны” миҙалына лайыҡ булған күп балалы әсәләргә ҡағыла. Кисәлә Республика йортонда Башҡортостан Хөкүмәте Премьер-министры урынбаҫары Салауат Сәғитов Башҡортостандың төрлө район-ҡалаларынан йыйылған бер төркөм күп балалы әсәгә әлеге мөһим награданы тапшырҙы. “Әсәлек даны” миҙалына биш һәм унан күберәк балаға әсә булған хәстәрлекле, яуаплы, уңған, сәләмәт тормош алып барған, балалар тәрбиәләүҙә өлгө ҡатын-ҡыҙҙар тәҡдим ителә. Был юлы награда дүрт тиҫтә гүзәл затҡа тапшырылды.
– Тантана алдынан, саҡырылғандарҙың барыһы ла бындамы, тип ҡыҙыҡһындым. Исемлектәге 45 әсәнең бишәүһе килә алмаған икән. Икеһенең сирләп тороуы, ә ҡалған өсәүһенең алтынсы тапҡыр әсә булыуы асыҡланды. Һуңғыһы – ыңғай яңылыҡ, сөнки ҡатын-ҡыҙҙың төп тәғәйенләнеше – әсә булыуҙа, ғаилә усағын һүндермәйенсә һаҡлауҙа, яҡындары өсөн йылы, бәхетле мөхит булдырыуҙа. Ике тиҫтә йыл эсендә республикабыҙҙағы 7600 әсә ошо юғары награда менән билдәләнгән. Тәүге ҡарамаҡҡа был күп һымаҡ, ғәмәлдә иһә улай уҡ түгел. Йәмғиәтебеҙҙә ғаилә ҡиммәттәренең үҙгәргәнен, күп гүзәл заттарҙың эш, карьера тип әсә булыу бәхетен кисектерә килеүен күҙәтәбеҙ. Был йәһәттән һеҙ күптәр өсөн ыңғай өлгө булып тораһығыҙ, – тине Салауат Тәлғәт улы.
Күп балалы әсәләр араһында йорт хужабикәләре күп булһа ла, эш менән бала бағыуҙы уңышлы берләштерә алғандар ҙа бихисап. Мәҫәлән, Илеш районынан Гөлзәр Заһиҙуллина башланғыс кластарҙа белем бирә, бер йәштән 12 йәшкә тиклемге биш бала тәрбиәләй.
– Ирем колхозда эшләй, үҙ хужалығыбыҙ бар. Балаларҙы хеҙмәткә күндереп, лайыҡлы кешеләр итеп тәрбиәләргә тырышабыҙ, – ти ул ғаиләһе тураһында.
Эшҡыуар Зөлфиә Рафиҡова – Белорет районының Инйәр ҡасабаһынан. Ул – эшҡыуар, сауҙа менән шөғөлләнә. Өлкән ҡыҙы медицина университетын тамамлап, үҙаллы тормош ҡорған, эргәһендә – кесе дүрт балаһы. Зөлфиә ханым, бала бағыу башҡа ғәмәлдәрҙе теүәлләргә, күңелеңә ятҡан эш менән шөғөлләнергә һис ҡамасауламай, ти.
Баймаҡ ҡалаһынан килгән Рәшиҙә Иҙелбаева Балалар ижады үҙәгендә педагог булып эшләй.
– Оло ҡыҙҙарыма 30, 28 йәш. Йәшлегемдә донъя мәшәҡәттәрен теүәлләү менән уларҙың үҫкәнен һиҙмәгәнмен дә. Хәҙер иһә тормош тәжрибәһе, донъяуи белем бар. Шуға ла кесе өс улымды күңел йылыһына сорнап үҫтерергә, атай-әсәйҙәребеҙҙән ҡалған рухи васыяттарға таянып эш итергә, һәр яҡтан килгән шәхес итеп тәрбиәләргә тырышабыҙ. Әйткәндәй, 10, 5 йәшлек бәләкәстәребеҙ ейән-ейәнсәрҙәребеҙ менән тиңдәш. Улар үҙ-ара аралашып, татыу мөхиттә үҫә, – ти ул.
Краснокама районынан килгән биш бала әсәһе Гөлназ Нурғәлиева иһә бар ваҡытын балаларына ғына бағышлай. 13, 11 йәшлек ике өлкән улы бәләкәстән еңел атлетика менән етди шөғөлләнә икән, республика кимәлендәге спорт бәйгеләрендә алдынғы урындар яуларға ла өлгөргәндәр. Нурғәлиевтәр сәләмәт тормош рәүеше, спорт ғаиләнең нигеҙен ныҡ итә, сыныҡтыра, балаларҙан шәхес тәрбиәләй тигәнгә инана.
...Заман елдәре ҡайҙан ғына иҫмәһен, донъялағы ҡиммәттәр нисек кенә үҙгәрмәһен, ҡатын-ҡыҙҙың төп матурлығы һәм бөйөклөгө – әсә булыуҙа.